ЯРМАШЫУ
алдына ярмаланып бөткән иҫке бал килтереп ултыртһын?! Ғ. Байбурин.
ЯРМАЛАУ (ярмала-) (Р.: начинять крупой; И.: farce with grits; T.: yarma ile doldurmak) к.
Ярма һалыу, ярма ҡушыу, ярмалы итеү. □ Начинять крупой. Ярмалап бешереү. Ярмалап быҡтырыу. Бәлеште ярмалап бешереү.
ЯРМАЛЫ (Р.: крупяной; И.: with cereal; T.: yarmah) с.
1. Ярма ҡушылған. □ Крупяной, с крупой. Ярмалы бәлеш. Ярмалы ҡабаҡ. Ярмалы аш.
2. Ярмаланып, таралып торған; ярма кеүек булған. □ Зернистый, крупчатый. Ярмалы ҡар. ■ Март ҡояшы күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ярмалы ҡар бөртөктәрен нур-ептәргә теҙә. Т. Ғарипова.
3. Ярмаланып, ыуалып торған. □ Рассыпчатый. Ярмалы картуф. Ярмалы тупраҡ. М Хәбибуллин апаһы бешергән ярмалы картуфтың тәмен дә татып ҡарамай .. юлға сыҡты. X. Ғиләжев. Саръян, йөрәге һыҡрап, иңбашындағы шинелен ҡулына алды ла, ирлән ҡаҙып ташлаған ярмалы ҡыҙыл балсыҡ өйөмөнә ултырып, тын ҡалды. Ә. Байрамов.
ЯРМАН [рус. германский] (Р.: немец; И.: German; T.: Alman) и. һөйл. ҡар. герман 2.
Германия иле кешеһе, халҡы. □ Немец, жители Германии, страна Германия. Ярман һалдаты. ■ Аҡ һаҡаллы ҡарттар әкрен генә һөйләйҙәр. Ярманға ҡаршы һуғыш иғлан ителгән, тиҙәр. Ғ. Хәйри.
ЯРМАН ПӘЛӘГЕ (Р.: уховёртка; И.: dermapterans; T.: kulağakaçan) и. диал. ҡар. асағойроҡ.
Еүеш ерҙәрҙә йәшәй торған оҙон ҡойроҡло көрән төҫтәге бөжәк. □ Уховёртка (лат. Forficula auricularid). Еүеш түшәк аҫтынан күп ярман пәләге сыҡты.
ЯРМА ТАРТҠЫС ТИРМӘН и. диал. ҡар. ярма тирмәне. М Станицала тирә-йүнгә дан тотҡан биш мөйәшәле һыу тирмәне, тары һәм һоло әрсей торған, ярма тартҡыс тирмән дә бар. Р. Өмөтбаев.
ЯРМА ТАШЫ (Р.: ручная мельница; И.: hand-mill; T.: el değirmeni) и. диал. ҡар. ҡул тирмәне.
Ҡул менән әйләндереп ашлыҡ тарта торған, ғәҙәттә, ике түңәрәк таштан ғибәрәт ҡорал. □ Ручная мельница. М Түбән оста ярма ташы бар, шунда барып ярма яһарға кәрәк! Ф. Чанышева.
ЯРМА ТИРМӘНЕ (Р .: ручная мельница; И.: hand-mill; T.: el değirmeni) и. ҡар. ҡул тирмәне.
Ҡул менән әйләндереп ашлыҡ тарта торған, ғәҙәттә, ике түңәрәк таштан ғибәрәт ҡорал. □ Ручная мельница. ■ [Азамат:] Әхмәҙиә ағай, һинең теге ярма тирмәнең иҫәндер әле? Р. Солтангәрәев.
ЯРМА ҺУРҒЫС и. ҡар. ярма һыҙырғыс.
■ Ул [Бикмырҙа] тирә-яҡ ауылдарҙағы алыш-бирешен теүәлләп, яңыраҡ килтерелгән ярма һурғысты көйләп эшләтә башлағас та юлға сығасаҡтар. Ә. Хәкимов.
ЯРМА ҺЫҘЫРҒЫС (Р.: зерноочистительная машина; И.: corn cleaner; T.: tahılı temizleme makinesi) и. махе.
Ярма ашлығының ҡабығын һыҙыра торған машина. □ Зерноочистительная машина. Ярма һыҙырғысты эшләтеү. Ярма һыҙырғысҡа һалыу.
ЯРМА ҺЫУЫ (Р.: крупяная вода; И.: water left after washing cereal; T.: yarma suyu) и. миф.
Ярма йыуғандан һуң ҡалған һыу (им-томда ҡулланыла). □ Крупяная вода (используется как отгонное средство). М Ярма ҡалҡһа, баланы ярма һыуы менән йыуындырғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯРМАШЫУ (ярмаш-) (Р.: хвататься; И.: grasp; T.: yapışmak) ҡ. диал.
1. Ҡул менән йәбешеү. □ Хвататься. Бала әсәһенә ярмашҡан. Ҡыҙ егеткә ярмашҡан.
■ Бил тиңенте батҡан да [Тимербулат], бер ҡулы менән талға йәбешеп, ярмашып, ахылдап сығырға маташа, һ. Дәүләтшина.
2. Тырмашып, үрмәләп менеү. □ Карабкаться. Ярмашып менеү. Тауға ярмашыу. Өҫкә ярмашыу.
3. Сат йәбешеү. □ Вцепиться. Бала әсәһенең итәгенә сат ярмашҡан.
525