Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 526 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯР МЫРЫ
ЯР МЫРЫ (Р.: подёнка; И.: day-fly; Т.: birgün sineği) и. бот.
Бөтә Ер шарында таралған ҡанатлы бөжәк төрө. □ Подёнка (лат. Ephemeroptera). Яр мыры - бер көнлөк бөжәк.
ЯРНА [фарс. Кире ҡайтарылмай торған ярҙам. □ Безвозмездная помощь. Ярна алыу. Ярна биреү.
• Ярна һораған көн күрмәҫ, ҡаҙна һораған ил уңмаҫ. Мәҡәл.
♦ Ярнаһын биреү ҡоһорон ҡайтарыу.
□ Отомстить, отплатить кому. Ҡыш буйы эшләмәй ятҡандың ярнаһын бирәбеҙ.
ЯРПАЙТЫУ (ярпайт-) ҡ. йөкм. ҡар. ярпайыу 1. понуд. от ярпайыу 1. Тундың итәген ярпайтыу. И Төлкө тунды ярпайтып асып, йәйрәп барған Ныязғол .. Тимер ҡартҡа ҡарамай ғына көлдө. һ. Дәүләтшина.
ЯРПАЙЫУ (ярпай-, ярпая) (Р.: распахиваться; И.: swing open; T.: yayılmak, açılmak) ҡ.
1. Йәйелеп тороу (кейем итәгенә ҡарата).
□ Распахиваться, раскидываться (о полах одежды). Тунының итәге ярпайып тора. Пальто итәге ярпайған.
2. Киң йәйелеү; йәйрәү (үҫемлектәргә ҡарата). □ Раскидываться, простираться. Ағас ярпайып уҫкән. Ярпайып ултырған ҡыуаҡ.
3. диал. Йәйелеп ултырыу. □ Сидеть развалившись. Ярпайып ултырып сәй әсәләр. Ярпайып ултырып гәпләшәләр.
4. диал. Һимереү, тулыланыу. □ Располнеть, поправиться.
5. кусм. Йөҙ асылыу, матурайыу. □ Приобретать приятный облик. Ярпая башлау.
• Яманға төшкән ҡартайған, яҡшыға төшкән ярпайған. Әйтем.
ЯРПАЙЫШЫУ (ярпайыш-) ҡ. урт. ҡар. ярпайыу, взаимн. от ярпайыу. Ярпа-йышып ултырып сәй әсәләр.
ЯРПАС (Р.: хвастливый; И.: boasting; T.: övüngen) с. диал. ҡар. маҡтансыҡ.
Үҙен-үҙе шәпкә сығарып һөйләгән. □ Хвастливый, чванливый. Ярпас кеше. Ярпас ҡыҙ. Ярпас егет.
ЯРПЫ I (Р.: кусок; И.: piece; T.: kısım) и.
Бөтөн нәмәнең бәләкәй бер өлөшө, ҡыйырсығы, ҡыйығы. □ Кусок, лоскут, часть чего-л. Ҡағыҙ ярпыһы. Туҙ ярпыһы. Сепрәк ярпыһы. Балаҫ ярпыһы. Ҡейеҙ ярпыһы. Тире ярпыһы. Ит ярпыһы. ■ Рум - талымһыҙ кеше, эшләгән урынында ҡаҡ ташҡа кейеҙ ярпыһы һалып ята ла йоҡлай. Б. Рафиҡов. Ерҙән саҡ ҡына күтәрелгән саҡсауыл ҡыуағына эләгеп, бер сепрәк ярпыһы ялпылдай ине. Н. Мусин. Халыҡ араһынан Айҙар һуҙ ярпылары ишетеп-ишетеп ҡала. Ф. Иҫәнғолов.
ЯРПЫ II (Р.: прерывистый; И.: staccato; T.: kesikli) с.
Өҙөк-өҙөк. □ Прерывистый. Ярпы тауыш. ■ Йоҡо аралаш ниндәйҙер сәйер ярпы тауыш ишетелде. Ғ. Ибраһимов.
ЯРПЫ III и. ҡар. яры I. ■ Морон ярпылары таржайған хайуандың асыулы кешнәп ҡуршылдаған ыңғайға томшоғонан быу бөркөлә. И. Ноғманов.
ЯРПЫҠ (яр п ығы) и. ҡар. ярпы I. ■ Ярпыҡ болот артынан ай бер юғала, бер ҡалҡа. С. Кулибай.
ЯРПЫЛДАУ (ярпылда-) (Р.: развеваться; И.: flutter; T.: dalgalanmak) ҡ.
1. Ялбыр-йолбор килеү; елпелдәү. □ Развеваться, колыхаться. Ярпылдап барыу. Ярпылдап китеү. Итәге ярпылдап китеп бара.
2. диал. Ялбырау, һәлберәү. □ Растрепаться, лохматиться. Йөнө ярпылдай. Теле ярпылдаған. Ниндәйҙер сепрәк киҫәге ярпылдап тора.
ЯРПЫСАҠ ҠАРЫН (Р.: сычуг; И.: abomasum; T.: şirden) и. диал. ҡар. таҙғарын.
Көйшәүсе хайуандарҙың ҡатмарлы ашҡа-ҙанындағы дүртенсе бүлек. П Сычуг, һыйырҙың ярпысаҡ ҡарыны. Ярпысаҡ ҡарын таҙартыу. Ярпысаҡ ҡарын бешереү.
ЯРПЫСНАЙ I (Р.: хвастливый; И.: boastful; T.: övüngen) с. диал. ҡар. маҡтансыҡ I.
Үҙен-үҙе шәпкә сығарып һөйләгән. □ Хвастливый. Ярпыснай ҡатын. Ярпыснай егет. Ярпыснай ҡарт.
ЯРПЫСНАЙ II (Р.: кокетливый; И.: flirted; T.: cilveli) с. диал. ҡар. ҡыйшандаҡП.
526