ЯРТАҠЫЛ
Ҡыланырға яратыусан (ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Кокетливый. Ярпынсай ҡыҙ. Ярпынсай килен. Ярпынсай кәләш.
ЯРСА (Р.: яровая рожь; И.: spring rye; T.: bahar çavdarı) и. диал.
Яҙ сәскән арыш. □ Яровая рожь. Ярса сәсеу. Ярса шытыу. Ярса баҫыуы.
ЯРСЫ (Р.: глашатай; И.: cryer; T.: carcı) и. тар.
Боронғо башҡорт йәмғиәтендә халыҡҡа иғлан белдереүсе, ҡысҡырып хәбәр итеүсе кеше. □ Глашатай. Ҡысҡырған ярсыны ишетеп ҡалыу. В Бына берәу: «Йә-ам мосолмандар!» - тип һуҙып ҡысҡырҙы. Ярсы икән. А. Таһиров. Урамда ҡысҡырған ярсыны ишетеп, Бикбау уҡ-һаҙағын йәтешләп ала. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЯРСЫҠ (ярсығы) (Р.: осколок; И.: splinter; T.: kırık) и.
1. Нимәнәндер ярылып бүленгән киҫәк, ватыҡ. □ Осколок. / Осколочный. Көршәк ярсығы. Мина ярсығы. Кирбес ярсығы. Ҡорос ярсығы. Туп ярсығы. ■ Снаряд ярсығы тейеуҙән ҡулы яраланған шофёр машинанан сыға алмайынса ыҙалана. Ғ. Аллаяров. Әҙәм балаларының тормошо торло төҫтәге быяла ярсыҡтарын уҙенә һыйҙырып, төрлөсә итеп уларҙы борғолаған калейдоскопты хәтерләтә. Р. Байбулатов. Суплектә, ысынлап та, сынаяҡ ярсыҡтары, сәй ҡурғаштары, буш шырпы ҡаптары тулып ята ине.
3. Биишева. Иртәнсәк ҡар елбәҙәктәре, иҫәпһеҙ куп бриллиант ярсыҡтары һымаҡ, ҡояш нурында йылтырай. Ә. Вәли.
2. кусм. һөйл. Ниндәйҙер бер зат-ырыуҙың бер ҡалдығы, нәҫел-нәсәбе. □ Потомок (рода, племени). М Ә Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура янындағы Таҙлар .. бәлки шул уҡ ҙур Таҙлар исемле ҡәбиләнең ярсығылыр? Й. Гәрәй. [Ҡарт:] Ярай, мин әле Сура батырҙың ярсығы ҡалып, атаһының ҡоно өсөн барымта алдымы икән, тип уйлағайным. Әкиәттән. Тәуҙә Юлыш һайҙаҡтан бынамын тигән затлы нәҫел ярсығы - ике байталдың юғалыу ын белде. Ә. Хәкимов.
3. диал. Һыуҙың айырылып аҡҡан урыны. □ Развилина реки. Ярсыҡҡа килеп
сығыу. Ярсыҡта ҡулды йыуыу. Ярсыҡтан һыу алыу.
ЯРСЫҠЛАНЫУ (ярсыҡлан-) (Р.: трескаться; И.: splinter; T.: parçalanmak) ҡ.
Ярсыҡҡа әйләнеү, ярсыҡ-ярсыҡ булыу.
□ Трескаться, превращаться в осколки. ■ Өйкәлеп ҡатып ҡалған, ярсыҡланып бөткән бармаҡтар Зөлҡәрнәйҙе тыңламайҙар, һыҙлана-һыҙлана кире бөгөлөп, уҙҙәренең ҡатып ҡалған хәлдәренә кире ҡайталар. Ғ. Дәүләтшин.
ЯРСЫҠЛАУ (ярсыҡла-) (Р.: превращать в осколки; И.: splinter; T.: parçalamak) ҡ.
Ватып ярсыҡҡа әйләндереү, ярсыҡ-ярсыҡ итеү. □ Превращать в осколки, разбивать вдребезги; раскалывать. Ярсыҡлап бөтөу. М [Офицер:] Теҙ башын ярсыҡлап киткән, аяҡҡа баҫып булмай. В. Исхаҡов.
ЯРСЫЛЫУ (ярсыл-) (Р.: разбиваться на осколки; И.: split, splinter; T.: parçalara ayırmak) ҡ.
Ярсыҡ булып ярылыу, сатнау. □ Разбиваться на осколки, разлетаться, разбиваясь вдребезги, раскалываться, растрескиваться. М Ҡапыл шундай ныҡ һыуытты, хатта туңғаҡ ер суйын кеуек ярсылып бөттө. Й. Мостафин. Сәхиулланы ни, бәләкәй саҡта ат тибеп, тубыҡ һөйәге ярсылғанға ғына алмай киләләр ине бит. 3. Биишева.
ЯР СЫПСЫҒЫ (Р.: трясогузка; И.: wagtail; T.: kuyruksallayan) и. диал. ҡар. аҡ сәпсек.
Оҙонсараҡ бәләкәй кәүҙәле, нәҙек оҙон ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай. □ Трясогузка (лат. Motacilla alba). Яр сыпсығы ҡанаты. Яр сыпсығының тышҡы ҡиәфәте. Яр сыпсығы балаһы.
ЯР СӘСКӘҺЕ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Яр сәскәһе йыйыу. Яр сәскәһенән таж уреу. Һары яр сәскәһе.
ЯРТАҠЫЛ (Р.: полоумный; И.: halfwitted; T.: çılgın) с.
1. Аҡылы камил түгел, инәле-сығалы.
□ Полоумный. Я Ҡаршыһында ҡотһоҙ ҡы
527