Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 528 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРТАЛ ЫҠЛАУ
ланып торған яртаҡыл шөрҙөк кәмитселәренә Мөхәмәтшаның йәне көйә башланы. И. Ноғманов.
2. Әрләү, тиргәү һүҙе. □ Бранное слово. Яртаҡыл, ниңә мине тыңламайһың?
ЯРТАЛЫҠЛАУ (ярталыкла-) (Р.: дойти до половины; И.: reach half; T.: yarısına kadar gelmek) ҡ. диал.
Яртыһына етеү. □ Дойти до половины. Эште ярталыҡлау. Юлды ярталыҡлау. Ярталыҡлағас, төшкө ашҡа туҡтарбыҙ.
ЯР ТУРҒАЙЫ и. диал. ҡар. яр ҡарлуғасы. Яр турғайы ҡанаты. Яр турғайы ояһы. Яр турғайы балаһы.
ЯРТЫ (Р.: половина; И.: half; T.: yarı) и.
1. Нимәнеңдер тигеҙ итеп икегә, уртаға бүленгән бер өлөшө. □ Половина. Айҙың яртыһы. Алманың яртыһы. Ярты икмәк. Ярты сәғәт. Ярты йыл. ■ Алыҫ күкрәү тағы ла дәһшәтлерәк яңғыраны - был ҡылығынан уның түҙемһеҙлеге һиҙелеп тора ине, юҡһа йәшен-ҡамсыһын ярты ҡаланың күк йөҙөнә етерлек итеп һелтәмәҫ ине. Д. Бүләков. • Батырлыҡ - ярты бәхет. Мәҡәл. Яҙғы көн - ярты аҡыл. Әйтем. Яҡшы һүҙ - ярты ырыҫ. Мәҡәл.
2. Сәғәттең 30 минутҡа тура килгән ваҡыт дәүмәле. □ Половина (часа, 30 минут). Өсөнсө ярты. М Сәғәт төнгө өсөнсө яртыны һуҡты, һәм шунда ғына Пётр Иванович ҡайтты. В. Исхаҡов.
3. һөйл. 500 г һыйышлы бер шешә араҡы. □ Пол-литра (водки). М Мин яртыға йүгерҙем. Еңгәгеҙ аш ултыртырға әҙерләнде. Ф. Иҫәнғолов.
4. миф. Башҡорт мифологияһында кире семантикаға эйә өлөш. □ Половина (в мифологии имеет отрицательную семантику; воспринимается как что-то ниже нормы).
♦ Ярты тин көмөш бер ни тормай, хаҡы-баһаһы бик түбән (үтәлеше еңел булған эш-хәлгә, арзан нәмәгә ҡарата әйтелә). □ соотв. Ломаного гроша не стоит. Ярты яҡ төп урын йәки йүнәлештән ситтә ятҡан урын, ер. □ В стороне. Оло юлдан ярты яҡта ятҡан ауыл.
ЯРТЫ-ЙОРТО I (Р.: половинчатый; И.: half, one-legged; T.: yarım) с.
Тейешле күләм-дәүмәле кәм, тулы булмаған. □ Половинчатый, неполный; неполноценный, ущербный. Ярты-йорто яуап. Ярты-йорто эш. ■ Полктың ярты-йорто көсө менән генә Обливская станцияһын нисек һуғышып алырға? Я. Хамматов.
ЯРТЫ-ЙОРТО II (Р.: наполовину; И.: by halves; T.: yarı yarıya) p.
Тулы сифатлы түгел, кәмселекле. □ Наполовину, половинчато. Ярты-йорто булыу. Ярты-йорто эшләү. ■ Ә Азамат ярты-йорто эшләй алмай, яңынан айҡашырға тура киләсәк. Р. Солтангәрәев. Йәнтүрәнең башҡортса һөйләгәндәрен ярты-йорто ғына аңлағанлыҡтан, Козиндың кәйефе ҡырылы-быраҡ ултыра ине. Н. Мусин. Иллә-мәгәр Алпаров ярты-йорто һөйләшә белмәй. Яр. Вәлиев.
ЯРТЫЛАЙ р. ҡар. яртылаш. Яртылай һөт. Яртылай һыу ҡушыу. ■ Әбүләесев яртылай ғына асыҡ торған тәҙрәне тулы итеп асып ебәрҙе. С. Агиш. Ана, яңы клуб һаман да яртылай һалынған көйө ултыра, уның стеналарын көрт баҫып бөткән. М. Тажи.
ЯРТЫЛАП (Р.: наполовину; И.: halfway; T.: yarı yarıya) р.
Ярты итеп. □ Наполовину. Икмәкте яртылап бүлеү. Яртылап бүләйек. ■ Ике тосты яртылап, бер аҙ ашап алғас, Будённый үҙ ярандарын: «Бар, эшегеҙ менән булығыҙ», - тип торғоҙоп ебәрә. Р. Өмөтбаев.
ЯРТЫЛАУ (яртыла-) (Р.: делать половину чего-л.\ И.: do the half of smth; T.: yarım yapmak) к.
Нимәнеңдер яртыһын эшләү; яртыһын ҡалдырыу. □ Делать половину чего-л., оставить половину чего-л. Яртылап тормау. Яртылап ҡуйыу. Яртылап туҡтау.
ЯРТЫЛАУЫҠ (яртылауығы) (Р.: полпути; И.: halfway; T.: yarı yol) и. диал.
Ярты юл. □ Полпути. Яртылауыҡтан кире боролдом. Яртылауыҡҡа еттем. Яр-тылауыҡта туҡтап, ял итеп алырбыҙ.
ЯРТЫЛАШ (Р.: наполовину; И.: half, by halves; T.: yarı yarıya) p.
1. Ярты күләмдә, яртыһына хәтле. □ Наполовину, вполовину, пополам. Яртылаш
528