Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 529 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРУС
ҡойоу. ■ Мүкләнгән, яртылаш серек, кәкре-бөкрө ағастар ята. Я. Хамматов. Ҙур булмаған залға халыҡ яртылаш ҡына инеп урынлашҡайны. Р. Байбулатов. Яртылаш һыу баҫҡан кәмә тыцлаусан алға атылды.
3. Биишева.
2. Бер өлөшләй, бер ни тиклем. □ Вполовину. Сәсеү яртылаш бөттө. Йорт яртылаш емерелгән. Ж Өй эсе яртылаш ҡаласа, яртылаш ауылса йыйыштырылған. Д. Юлтый. Хабрахман бабай .. яртылаш русса, яртылаш башҡортса һөйләшә. И. Ғиззәтуллин. Был һуғыштан Новиковтың танкыһы яртылаш ватыҡ хәлдә сыҡты. Ғ. Аллаяров.
ЯРТЫЛЫ и. диал. ҡар. ярты 1. Яртылы юлды йәйәү килдек. Яртылы эште иртәгәгә ҡалдырҙыҡ. Яртылы баҫыу урылмай ҡалды.
ЯРТЫЛЫҠ I (яртылығы) (Р.: пол-литра; И.: half liter bottle of liquor; T.: yarım litre) и. һөйл.
1. Ярты литрлыҡ бер шешә араҡы. □ Пол-литра, поллитровка. Яртылыҡ алыу. Ш Бына ул, шешәһен юғары күтәреп, күпме «төшөргәнлеген» самаланы ла, мә, быныһын тығып ҡуй, тип яртылыҡты ҡустыһына һондо, үҙе бая һүнгән тәмәкеһен ҡабатлап тоҡандырҙы. С. Шәрипов.
2. диал. иҫк. Илле тинлек аҡса. □ Полтинник. Бер яртылыҡҡа әйберҙәр һатып алдым.
ЯРТЫЛЫҠ II (Р.: пол-литровый; И.: half-liter; T.: yarım litre) с. һөйл.
Ярты литр һыйышлы дәүмәлдәге. □ Пол-литровый. Яртылыҡ шешә. М Ғаиләһе шар ҙа мар прогулкаға киткәс, хужа тумбочкаһынан яртылыҡ «Московская» сығарҙы, хәмере аялай бүҫкәргәйне. С. Шәрипов.
ЯРТЫЛЫҠ III (яртылығы) и. һөйл. ҡар. ярты 1. М Самолёттың яртылыҡ юлдан кире ҡайтыуында моторҙың ғәйебе юҡ. А. Мағазов.
ЯРТЫЛЫҠЛАУ (яртылыҡла) (Р.: дойти до половины; И.: reach half of; T.: yarıya gelmek) ҡ. диал.
Яртыһына етеү. □ Дойти до половины. Эштә яртылыҡлау. Юлды яртылыҡлау.
ЯРТЫСЫЛ и. диал. ҡар. ярты 1. Яртысыл юлда ҡоҙаларҙы ҡаршы алып һыйланылар.
ЯРТЫ ҮҢЕР (Р.: возвышенность; И.: elevation; T.: yükseklik) и. диал. ҡар. үр 1.
Ер өҫтөнөң бейегәйә барған урыны, ҡалҡыуға киткән ер. □ Возвышенность. Ярты үңергә менеп еттек.
ЯРТЫШАР (Р.: по половине; И.: half of smth; T.: yarı yarıya) бүл. h.
Күләме, миҡдары ярты үлсәмгә тиң. □ По половине, пополам. Яртышар алма. Яртышарҙан өләшеү. М Ҡыҙышып киткән малайҙар, яртышар силәк балыҡ тотһалар ҙа, һаман ултыра бирҙеләр. И. Ғиззәтуллин. Фронтҡа ашығыусы йәш офицерҙар ултырған поезд тәүлек буйы алһыҙ-ялһыҙ алға осҡан еренән ҡапыл исеме лә юҡ берәй разъезда туҡтай ҙа яртышар сәғәт ҡымшанмай тик тора. Ә. Хәкимов.
ЯРУҒ (Р свет; И.: light; T.: ışık) и. иҫк.
Яҡтылыҡ, яҡты. □ Свет, луч, сияние, блеск. М [Ғәбдессәләм:] Ай кеби, көн кеби яҡты яруғтарға мохтаж ул [халыҡ]. Ғ. Ибраһимов.
ЯРУС [рус.] (Р.: ярус; И.: circle; T.: kat, galeri) и.
1. Берәй ҡоролманың аҫлы-өҫлө урынлашҡан бер төрлө өлөшө. □ Ярус. Стадион ярустары. Ш Тығыҙ, эҫе, бөркөү, - тип, урта яруста ятҡан бер йыуан бисә мығырлап бара. Д. Юлтый. Хәсән өҫкө ярустан һикереп төштө лә Камай ҡаршыһына килеп баҫты. М. Ғиләжев. Төнгә табан бигерәк тә һалҡынайтты, ә алмашҡа килгән сменаға өсөнсө ярустағы блөкка бетон һалырға кәрәк. Ш. Янбаев.
2. Нимәнеңдер аҫлы-өҫлө урынлашҡан горизонталь рәте. □ Ярус (ряд). М Яр буйҙарына ярус-ярус итеп бүрәнә өйөп ҡуйылған. Ғ. Ибраһимов.
3. театр. Театр бинаһы эсендә тамашасылар өсөн урындар теҙелгән балкон. □ Ярус, ложа. / Ярусный. Өҫкө ярус. Уртансы ярус. Аҫҡы ярус. М Концерт ялҡытҡыс булманы, .. йәштәр, уҡыусылар күп булды, һуңғы ярусҡа тиклем ултырҙылар. «Ағиҙел», №2, 2013.
529