ЯРУТ
4. Экосистеманың ҡатламы, рәте. □ Ярус (элемент вертикальной структуры экосистемы). Тәбиғи урман бер нисә ярустан тора. Иң өҫкө ярус - ағастар. Унан түбәнерәк «урман аҫты» - ваҡ ағастар һәм ҡыуаҡтар ярусы урынлашҡан.
ЯРУТ (Р.: ярутҡа полевая; И.: penny cress; T.: tarla akçaçiçeği) и. бот.
Ялпаҡ орлоҡло, аҡ, ал тәлгәш сәскәле күп һәм бер йыллыҡ ҡый үләне. □ Ярутҡа полевая (лат. Thlaspi arvense). Ярут сәскәһе. Ярут орлоғо. Ярут һабағы.
ЯР ҮЛӘН и. диал. ҡар. юл япрағы. Яр-уләнде яраға ябыу. Ярулән япрағы. Ярулән сәскәһе.
ЯРҺҮҘ (Р.: сердитая речь; И.: invective; T.: azar) и. иҫк.
Асыулы һүҙ, сығыш. □ Сердитая речь. М Был ярһүҙҙән һуң бәғзе берәүҙәр күпмелер иҫәңгерәп ҡалғандай. Ҡәнзәфәр бей, йәнә бер нисә аҡһаҡал һуҙ алып һөйләй. Ғ. Хөсәйенов.
ЯРҺЫНЫУ (ярһын-) ҡ. ҡар. ярһыу I, 1, 2. ■ Төхвәтуллин Фәһимдең тәуге ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сыға бара, ә уның урынын дошман өҫтөнә ыласындай атылырға ярһыныу биләй ине. Ф. Иҫәнғолов.
ЯРҺЫТҠЫС (Р.: раздражающий; И.: annoying; T.: asabını bozan) с.
Ярһыта торған; ярһытыусан. □ Раздражающий, возбуждающий, будоражащий. ■ Ҡайын шауы шулай ярһытҡысмы, мөхәббәтме әллә иҫерткес. М. Кәрим. Ысынлап та, барымта йолаһының зауығы, ярһытҡыс хәуефе көстө көс менән һындырыуҙа тугел-ме ни? Ә. Хәкимов.
ЯРҺЫТЫЛЫУ (ярһытыл-) ҡ. төш. ҡар. ярһытыу I. страд, от ярһытыу I. Ярһы-тылған аттар. Ярһытылған куңел.
ЯРҺЫТЫУ I (ярһыт-) (Р.: разъярять; И.: infuriate; T.: kızdırmak) ҡ.
Көслө тойғо менән ҡыҙҙырыу. □ Разъярять, волновать, будоражить кого, что. Йөрәкте ярһытыу. ■ Ҡапыл Дәүләтшаның күңелен ярһытып, бынан алтмыш бер йыл элек булып үткән ваҡиға иҫенә төштө. «Йәшлек», 27 ноябрь 2010.
ЯРҺЫТЫУ II (ярһыт ) (Р.: обкуривать; И.: fumigate; T.: dumana sarmak) ҡ. диал.
Төтөнгә һарғайтыу. □ Обкуривать. Стеналарҙы ярһытыу.
ЯРҺЫУ I (ярһы-) (Р.: разъяриться; И.: fly into a fury; infuriate; T.: kızmak) ҡ.
1. Көслө тойғонан дәртләнеп, ашҡынып йәки борсолоп ныҡ ҡыҙыу, шашыу. □ Разъяриться, горячиться, вспылить. Асыуҙан ярһыу. Бәхәстән ярһып китеу. Ярһыған йөрәк. Ярһып сапҡан ат. ■ Аҙаҡ, һуҙ уҙе тураһына күскәс, Тимер, урынынан тороп, ярһып һөйләргә тотондо. Б. Бикбай. Бер баҫаһы урынға биш баҫып, ярһып торған был айғырҙы Әхтәмгә анау көндө баяр аҙбарынан тотоп килтергәйнеләр. В. Исхаҡов. Зинунәнең йөрәге ҡапыл тағы ярһып тибә башланы. Ә. Вәли.
2. кусм. Ҙур көс менән атлығыу; ашҡыныу. □ Рваться, стремиться. Ярһып ағыу. ■ Ярһып ташҡан яҙғы ташҡын һыуҙар тулҡын-тулҡын ярҙы ҡағалар. Ғ. Амантай. Вәли алыҫ тугел тауҙан ярһып ағып төшкән утә һалҡын шишмә һыуында битен йыуҙы. М. Ғиләжев.
3. кусм. Ныҡ боҙолоу (яраға ҡарата)', ҡуҙғыу. □ Воспаляться, растравляться (о ране). Яра ярһыны. Тешем ярһып һыҙлай.
ЯРҺЫУ II (Р.: горячий; И.: hot-tempered; T.: coşkun) с.
1. Көслө тойғоға, дәрткә бирелеп, ныҡ шашҡан. □ Горячий, пылкий. Ярһыу йөрәк. Ярһыу куңел. ■ Әлфиә бала саҡтан уҡ ялҡындай ярһыу атҡа атланып, дауыл булып финиш һыҙығын утеп киткән малайҙарға көнләшә торғайны. И. Абдуллин. Ошо ваҡыт ҡапҡа төбөндә берәу һайт-һайтлап ҡысҡырып ебәрҙе, ярһыу аттарҙың аяҡ тибеп бышҡырғаны ишетелде. Ә. Хәкимов. Төн буйына яуған ямғырҙан шешенгән ерҙе уя баҫҡан ярһыу аттар ластырҙатып батҡаҡ иҙә. И. Ноғманов.
2. кусм. Ҙур көс менән ашҡынып ағыусан. □ Бурный, бурливый. Ярһыу йылға. ■ Николай Каширин уҙенең һуғышсан һыбайлыларын ярһыу Ҡариҙел кисеүен штурмлауға алып китте. 3. Биишева. Ағиҙелдең ярһыу тулҡындары ҡыҫыҡтарҙы, шарлауыҡтарҙы утеп, кәшмәкте ялан киңлектәренә алып сыҡты. Ш. Янбаев.
530