ЯРЫҠ
ЯРҺЫУ III (Р.: гнев, досада; И.: anger; wrath; T.: öfke) и.
1. Ҡыҙыулыҡ, асыу хисе. □ Гнев, досада, ярость. ■ Дәрүиш иһә, ҡапыл ярһыуын баҫып, итәғәтле төҫтә ситкә китеп ултырҙы, ҡарашы ергә төртөлдө. Ә. Хәкимов.
2. Ныҡ шашыу көсө, ҡыҙыулыҡ. □ Буйство, бешенство, безумие. Йөрәк ярһыуы. Күңел ярһыуы.
ЯРҺЫУ IV (Р .: название детской болезни; И.: kind of infantile sickness; T.: çocukların bir hastalığı) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, ҡара көстәр тәьҫиренән барлыҡҡа килгән балалар ауырыуы. □ Название детской болезни, вызванной воздействием нечистых сил.
ЯРҺЫУЛАНДЫРЫУ (ярһыуландыр-) ҡ. ҡар. ярһытыу I. Ярһыуландырып ебәреү Был һуҙҙәр уны тағы ла нығыраҡ ярһыу -ландырҙы.
ЯРҺЫУЛЫ с. ҡар. ярһыу II, 1. Н Өҫтәл башында ғәҙәтенсә шым ғына ултырған ҡыҙының тауышында ярһыулы елкенеу ишетеп, атай кеше тетрәнеп китте. Г. Ғиззәтуллина. Батырша ағайҙың ярһыулы тауышы малайҙы һиҫкәндереп ебәрҙе. Р. Байбулатов. Тағы бер урында кумәк йыр, аккордеон тауышы ишетелә, һуҙ менән әйтелмәҫ һағыныу тойғоһо ярһыулы моң булып ағыла. Ә. Хәкимов.
ЯРШЫҠ с. ҡар. ябыҡ II. Яршыҡ ат. Яршыҡ мал.
ЯРЫ I (Р.: плёнка; И.: membrana; Т.: zar) и.
1. Үҫемлек йәки тереклек тәнендәге йоҡа туҡыма йәки тире ҡатламы. □ Плёнка, перепонка. Ит ярыһы. Әсәк ярыһы. Колаҡ ярыһы. Күкрәк ярыһы. Тауыш ярыһы.
2. Эшкәртелмәгән тире. □ Необработанная шкура. Ярынан бейәләй тегеу. Яры бейәләй. Яры салбар. Яры тун. ■ Киндер кулдәк, яры ыштан кейеп, яҙлы-көҙлө ялан аяҡ йөрөй инек беҙ. Н. Иҙелбай. • Көҙ килгән ҡунаҡҡа - йылҡы ҡаҙыһы, яҙ килгән ҡунаҡҡа - ҡарта ярыһы. Әйтем.
3. диал. Ҡаҫмаҡ (һөт өҫтөнә ултыра). □ Плёнка (на молоке), һөт ярыһын алыу.
4. диал. Тире киҫәге; босҡаҡ. □ Лоскут шкуры. Ярынан тегеу.
5. диал. Һарыҡ тиреһе. □ Овчина. Ярынан тун тегеу. Ярынан кәпәс тегеу. Һарыҡ ярылары.
6. диал. Тире бейәләй. □ Шубёнки (меховые руковицы). Кулына ярылар кейеп алған.
ЯРЫ II (Р .: в сочетании с числительным обозначает неопределённое направление или время; И.: some; T.: bir kadar) бәйл.
һан менән килеп, асыҡ билдәләнмәгән урын йәки йүнәлеште белдерә. □ В сочетании с числительным обозначает неопределённое направление или время. Бер яры китеу. Бер яры килеп сыҡ әле. М [Хужабикә] берәй яры китер булһа, йәйгелектә һиртмәле каретаға, ҡышын көймәле санаға ажғырып торған алмасыбар аттарҙы ектерә. Ә. Хәкимов. Хәлде куреп, ауылға ҡайтып әйтеусенең һөйләуенә ҡарағанда, буреләр кумәк, йылҡыларҙы өркөтөп, берәй яры ҡыуып алып китмәһәләр ярай ҙа, буре өйөрөнөң ундай ғәҙәте лә бар. Н. Мусин. [Тимерйән - Сөйөмбикәгә:] Етәр, икебеҙ ике яры куп йәшәнек! Ш. Янбаев. • Кырҡ кеше -бер яры, ҡырын кеше - бер яры. Әйтем.
ЯРЫ III (Р.: к; И.: towards; Т.: -уе) бәйл. диал. ҡар. табан III.
Эш-хәрәкәттең йүнәлешен белдерә. □ К (предлог). Кискә яры китте. Төшкә яры уяндым. Төнгә яры юлға сыҡма.
ЯРЫЙ и. диал. ҡар. яры II. Төрлө ярый таралышыу.
ЯРЫҠ I (ярығы) (Р.: щель; И.: chink; T.: yarık) и.
1. Тар буй тишек. □ Щель, трещина, зазор. Иҙән ярығы. Ер ярығы. Ярыҡты һылау. Ярыҡ яһау. М Тәҙрәләр ҡапҡас менән ҡапланған, тик ниндәйҙер ярыҡтан ғына һарғылт яҡтылыҡ ергә төшә. И. Абдуллин. Был болоттар нисектер ҡая ярыҡтарынан боҫорап сыҡҡан һымаҡ куренәләр. 3. Биишева. Һыуҙар аға арыҡтан, ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан. Халыҡ йырынан.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, мифик заттар йәшәй торған тишек. □ Трещина,
531