Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 532 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРЫҠ
щель (опасное место, место обитания буки, бапак, т. е. детских страшилок). ■ Ярыҡтан боҡай килә, һине алып китә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Ер ярығына инеп китерҙәй булыу оялыуҙан нимә эшләргә белмәү. □ Быть готовым провалиться сквозь землю. Ер ярығына инеп китерҙәй булып оялыу.
ЯРЫҠ II (Р.: треснутый; И.: cracked; Т.: çatlak) с.
1. Ярылған хәлдәге, ярығы булған. □ Треснутый, имеющий трещину, щель; расколотый, разбитый. Ярыҡ бурәнә. Ярыҡ сынаяҡ. ■ Ярыҡ тәҙрәнән йәшен йәшнәгәне куренә, тора-тора ла кук төбө ҡот осҡос булып ярылып китә. Д. Бүләков. Тәҙрәгә терәтеп ҡуйылған ике аяҡлы өҫтәлдә ситтәре кителгән һауыт-һаба, ярыҡ ағас ҡалаҡ һәм иҙәндә бер нисә букән тора. Ғ. Лоҡманов.
2. миф. Ярылған, ватыҡ (кире семантикаға эйә). □ Разбитый (имеет отрицательную семантику). ■ Ярыҡ сынаяҡ, ярыҡ тәгәсте ҡулланма, балам, ул бит шайтан һауыт-һабаһы, тигәйне өләсәйем. Экспедиция материалдарынан.
♦ Ярыҡ барабан кешенән ишеткән хәбәрҙе башҡаларға тиҙ еткерә, һөйләй торған, ауыҙында һүҙ тормаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Пустозвон, болтун; бесструнная балалайка. ■ Шағир халҡы ярыҡ барабан менән бер. Т. Сәғитов.
ЯРЫҠАНАТЛЫЛАР (Р.: перепончатокрылые; И.: hymenoptera; T.: zar kanatlılar) и. зоол.
Бал ҡорттары, ҡырмыҫҡалар, иңкештәр, һағыҙаҡтар һ. б. кеүек ҡанаттары ярынан торған бөжәктәр. □ Перепончатокрылые (лат. Hymenoptera). Ярыҡанатлылар төркөмөнә ерҙәге иң бәләкәй бөжәктәр ҡарай.
ЯРЫҠ-ЙОРОҠ I (Р.: треснувший в разных местах; И.: cracked here and there; T.: çatlak) c.
Төрлө ерҙәренән ярыҡ. □ Треснувший в разных местах. Ярыҡ-йороҡ таҡта. ■ Ағас табаҡ-сеуәтәләре ярыҡ-йороҡ, сынаяҡ өҫтө ҡоршаулы, аҫтары китек, камфаркаға ҡуйылған сәйгун бер нисә урындан ялтыра
уыҡлы тимер сыбыҡ менән тарттырыу лы. Я. Хамматов.
ЯРЫҠ-ЙОРОҠ II (ярыҡ-йороғо) (Р.: всякого рода щели; И.: chinks; T.: her türlü yarıklar) и. йыйн.
Һәр төрлө ярыҡтар. □ Всякого рода щели. Ярыҡ-йороҡтан ел өрә. ■ Бураның балсыҡ менән һыланған ярыҡ-йороғонан, тупраҡ һалынған лыпын тубәһенән аҡ быу кутәрелә. Ш. Янбаев.
ЯРЫҠЛАНЫУ (ярыҡлан-) (Р.: возникать (о щели)\ И.: appear (about chinks)', T.: yarık oluşmak) ҡ. диал.
Ярыҡ барлыҡҡа килеү. □ Возникать, появляться (о щели). Ярыҡланып бөтөу. Ярыҡланған бурәнә. Ярыҡланған стеналар.
ЯРЫҠЛЫ (Р.: с щелью; И.: with a chink; T.: yarıklı) с.
Ярығы булған. □ С щелью, имеющий щель, щелистый. Ярыҡлы иҙән. Ярыҡлы ишек. Ярыҡлы тәҙрә.
ЯРЫҠ СЕҮӘТӘ (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай. Ярыҡ сеуәтә араһынан булыу. Ярыҡ сеуәтәләр нәҫеле. Ярыҡ сеуәтәләрҙең шәжәрәһе.
ЯРЫҠТЫҠ (ярыҡтығы) (Р.: светик, лучик; И.: the light of my eyes; T.: gözlerimin nuru) и. ирк.
Күҙ нурым (кешене маҡтап йәки яратып әйтә торған һуҙ). □ Светик, лучик (уменьшительно-ласкательное). ■ [Ҡарттар -Бикйән тураһында:] Һай, ярыҡтыҡ, ата юлын ҡыуа бит, тора-бара һунарсыларҙың мәргәне буласаҡ, тинеләр. Әкиәттән.
ЯРЫЛАНЫУ (ярылан-) (Р.: покрываться плёнкой; И.: become membrane covered; T.: zar ile kapanmak) ҡ.
Яры менән ҡапланыу. □ Покрываться плёнкой. Һөт өҫтө ярыланған.
ЯРЫЛҠАП (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name
532