ЯРЫЛЫУ
of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы. Ярылҡап аймағы вәкиле. Ярылҡап аймағы шәжәрәһе. Ярылҡап аймағы ерҙәре.
ЯРЫЛҠАС (Р.: слава; И.: fame; T.: şan, nam) и.
Яҡшы дан; яҡшат, мәрхәмәт. □ Слава. Ярылҡас алыу. Ярылҡас яулау. Ярылҡас көтөү. Ярылҡас өмөт итеу.
ЯРЫЛҠАСЛЫ (Р.: льстивый; И.: flattering; T.: yaltak) с.
Яҡшатлы, хөрмәтле. □ Льстивый, угодливый. Ярылҡаслы кеше. Ярылҡаслы хеҙмәтсе. Ярылҡаслы хеҙмәткәр.
ЯРЫЛЫ (Р.: перепончатый; И.: membranous; T.: zarh) с.
Ярыһы (I, 1) булған. □ Перепончатый. Ярылы йөҙгөстәр. Ярылы ҡанаттар.
ЯРЫЛЫУ (ярыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ярыу I. страд, от ярыу I. Утын ярылып бөттө. ■ Ярылған утынды машиналап һатҡан кешеләр ҙә бар. «Йәшлек», 8 август 2013.
2. Киҫәккә йәки буйға сатнап, бөтөнлөк сифатын юғалтыу. □ Трескаться, раскалываться. Быяла ярыла. Ағас ярыла. Уртаға ярылыу. ■ Боҙ шартлап ярылды, егет бил тиңенән һыуға сумды. Н. Ҡотдосов. Шунда мейес алдында ултырған сәйнүк минең бишмәттең ҡыҫҡа еңенә эләкте лә иҙәнгә төшөп ярылды. К. Мәргән. Таңға табан туңған ағас олондары шарт та шорт килеп ярылды. И. Ғиззәтуллин.
3. Эске көстән сайрау йәки бүҫелеү; шартлау. □ Взрываться, лопаться. Туп ярыла. Мина ярыла. Шар ярылды. ■ Алыҫта бомба ярылды, тулҡыны бында килде. Р. Ниғмәти. Бер снаряд капитан күперсегендә ярылды. И. Абдуллин. Снарядтар ярылыуынан, бомбалар шартлауынан, пулялар һыҙғырыуынан ер-күк тетрәп торҙо. Ғ. Лоҡманов.
4. күсм. һөйл. Ныҡ маҡтаныу. □ Хвастаться. ■ [Карт:] Моратша старшина ярыла бит: «Мин көтөүселәр менән ярышып та тормайым», - ти. Һ. Дәүләтшина.
5. Ҙур булып йыртылыу. □ Порваться. Күлдәк ярылды. М [Айытбикә] буйға ярылған күлдәген бер нисә урындан ямап кейгән. Т. Хәйбуллин.
6. Буйҙан-буй ике яҡҡа айырылыу. □ Раздвинуться. Халыҡ уртаға ярылып юл бирҙе. Шаршау уртаға ярылды. М Кыҫҡа еңле күлдәктән генә сыҡҡан Айнурҙың түбәһенән икегә ярылып сикәһенә төшкән шырт сәстәрен ел туҙғытып үтте. Н. Мусин. Көтмәгәндә-нитмәгәндә ҡап-ҡара күк йөҙө ҡап урталай ярылды ла китте. Р. Ғабдрахманов.
7. күсм. Ап-асыҡ булып беленеү. □ Чётко выделяться, быть видным. ■ Төлкөсура киткән юл яңы ҡар өҫтөндә ярылып ята бит, юллатып барырға кәрәк. Н. Мусин. Кистән ямғыр яуып үткәнлектән, дымлы тупраҡта тәгәрмәс эҙҙәре ярылып ята икән. Ә. Байрамов.
8. Ҡоролоҡтан ҡытыршыға әйләнеү, кибеп сатнау (тирегә ҡарата). □ Трескаться (о коже). Табан ярыла. Ирен ярыла. Ҡул ярыла. ■ Тата, - тине Рөстәм һәм ярылып бөткән ҡулдары менән иптәшенең ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты. Н. Асанбаев. Бынан һуң Сәрбиямал Бибештең гел ялан аяҡ йөрөүҙән ярылып, ҡарайып ҡатҡан аяҡтарына кейәү алып килгән ҙур күн итекте, өҫтөнә ҡатмарлап тегелгән ҡыҙыл сатин күлдәкте кейҙерҙе. 3. Биишева.
9. Бөрө сығыу. □ Почковаться. ■ Ҡояштың тәүге нурына уянған ҡоштар иртәнге йырын башлаған, ағастарҙа тулышҡан бәрәләр ярыла. М. Ғафури.
♦ Икегә {йәки ҡырҡҡа) ярылырҙай булыу өлгөрмәйенсә, ни эшләргә белмәү. □ соотв. Разрываться на части. ■ [Гөлфиә:] Эштән ҡайтыуға эскән була, балаларҙы ҡарайһыңмы, иргә ярайһыңмы - икегә ярылырҙай була инем. «Йәшлек», 17 ғинуар 2014. Алмастың ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән әсәһе дөргөн малайҙарға ҡарап, ҡыуанып бөтә алманы. «Йәншишмә», 29 сентябрь 2016. Йөрәк ярылыу ныҡ ҡурҡыу. □ соотв. Душа уходит в пятки. ■ Прозоровтың йөрәге ярылыр сиккә етеп типте, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған төҫлө, ҡарашын Фәри-
533