ЯРЫМ
ҙәнән ала алманы. А. Мағазов. Ләкин шул уҡ моментта Морозовтың танкыһы яныуын шәйләп, Ҡасимдың йөрәге ярылырҙай булды. Ғ. Аллаяров. Эсе ярылғыр әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ бран. Чтоб ты лопнул (злөжелание). ■ [Сания әбей - башмағы тураһында:] Кит, оңҡот, нимә етмәйҙер, урман тулы күпереп уҫкән улән, ул йөрөй темеҫкенеп, эсе ярылғыр. В. Исхаҡов. Ярыла яҙыу (йәки ярылырҙай булыу) ни эшләргә белмәй аптыраныу. □ Чуть не лопнуть (от злобы и т. п.). Асыуҙан ярыла яҙыу. Ярылырҙай булып маҡтаныу. ■ Вайымһыҙ ғына йөрөп өйрәнгән Фәнис тә бөгөн ғәрлегенән ярылырҙай хәлгә еткән. Р. Байбулатов. Ҡотлоғужа асыуынан бишкә ярыла яҙҙы: ары һуғылды, бире бәрелде, урынлы-урынһыҙға аҡырҙы, екерҙе. Н. Мусин. Ярылып ятыу бик асыҡ күренеп тороу. □ Чётко выделяться, быть видным. ■ һәр береһенең ҡарашында: ағайыңдың балалары юғалған, һин нисек туҙеп өйөңдә ултыраһың, тигән һорау ярылып ятҡанын курҙе Зарифа. Т. Ғарипова.
ЯРЫМ I (Р.: пол-, половина; И.: half; Т.: yarı, yarım) һ.
1. Күләм һандың икенән бере. □ Пол-, половина. Йыл ярым. Саҡрым ярым. Бот ярым. Бер ярым. ■ Мәскәу поезы килергә ике сәғәт ярым ваҡыт бар. И. Абдуллин. Данир куңеленән һум ярым аҡсаның купмегә етәсәген иҫәпләй-иҫәпләй, өйҙән ярҙам килеп еткәнсе әле иҫән-һау йәшәйәсәгенә өмөт итеп, трамвай туҡталышына ашыҡты. Р. Байбулатов.
2. һөйл. Ҡайһы бер исемдәр менән ҡушма һүҙ яһай. □ Полу-, пол-. Ярымавтомат. Ярымпродукт. Ярымсул. Ярымутрау. Ярымфабрикат яһау.
ЯРЫМ II (Р.: полу-.; И.: half-; T.: yarı, yarım) р.
Ярты күләмдә; яртылаш. □ Полу-. Ярым яланғас. Ярым ҡараңғы өй. М Өҫтәлдә тоноҡ ҡына етеле лампа яна, артҡы рәттәрҙә ярым ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. А. Абдуллин. Ә урта бер тарафта, кешеләр ярым туңәрәк яһап өйкөлөшкән ерҙә, уйын башҡасараҡ ҡыҙа. Р. Байымов.
ЯРЫМАЙ (Р.: нутряное сало; И.: suet; T.: içyağı) и. диал.
1. Эс майы. □ Нутряное сало. Буҙаға, кубекләнеп торһон өсөн, ярымай ҡушалар.
2. Туң май. □ Сал о. Ярымай иретеу. Иткә ярымай ҡушыу.
ЯРЫМ-ЙОРТО I (Р.: половинчатый; И.: half-way, half-hearted; T.: yarım) с.
Тейешле кимәл-дәрәжәнән кәм; ярты-йорто. □ Половинчатый, неполный. Ярым-йорто белем. Ярым-йорто уҡыу. Ярым-йорто эшләу. ■ Сәғиттең һәуетемсә генә аҡҡан тормошо әллә ниндәй серҙәр, асылыр-асылмаҫ, ярым-йорто һөйләшеуҙәр, ишаралар менән сорнала барҙы. Ғ. Хисамов.
ЯРЫМ-ЙОРТО II (Р.: наполовину; И.: by halves; T.: yarıya) р.
Еренә еткермәйенсә; яртылаш, ярты-йорто. □ Наполовину, кое-как. Ярым-йорто эшләу. Ярым-йорто йыуыу.
ЯРЫМСҮЛ (Р.: полупустыня; И.: semidesert, near desert; T.: yarı çöl) и. геогр.
Дала менән сүл араһындағы тәбиғәт зонаһы. □ Полупустыня. Ярымсул зонаһы. Ярымсул уҫемлектәре. Ярымсул хайуандары.
ЯРЫМТЫҠ I с. диал. ҡар. эскерһеҙ. Ярымтыҡ кеше. Ярымтыҡ ҡатын. Ярымтыҡ бала.
ЯРЫМТЫҠ II (ярымтығы) (Р.: леший; И.: puck; T.: orman devi) и. миф. ҡар. шүрәле.
Кешеләрҙе ҡытыҡлап үлтерә торған, урман төпкөлөндә йәшәүсе мифик зат. □ Леший (дух леса). ■ Ярымтыҡтың тәпәйе алды артҡа йөрөгән, ти. «Башҡорт мифологияһы» нан. Ярымтыҡ кешегә осраһа, ул уны ҡытыҡлай икән. Экспедиция материалдарынан.
ЯРЫМУТРАУ (Р.: полуостров; И.: peninsula; T.: yarımada) и. геогр.
Өс яҡтан һыу менән уратылып, бер яғы оло ергә тоташҡан ҡоро ер. □ Полуостров. Ҡырым ярымутрауы. Ғәрәп ярымутрауы. Оло Утриш ярымутрауы. ■ Мәңге туң Ямал ярымутрауы яғында аҡсаны арыу ғына эшләне Миңлейыһангир. И. Аҡъюлов. Дошман ҡамауҙа ҡалған аҙ һанлы баһадир-ҙарҙың рухын һындырып, ярымутрауҙы
534