Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 535 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРЫУ
баҫып алыу өсөн бөтә көсөн һалды. И. Ғиззәтуллин. Сентябрь аҙағында Балдыновтың уҡсылар дивизияһы ике аҙнаға ялға сығарылды һәм Тамань ярымутрауындағы бәләкәй генә станицала туҡталды. Я. Хамматов.
ЯРЫМШАР (Р.: полушарие; И.: hemisphere; T.: yarımküre) и.
1. геогр. Ер шары һәм күк йөҙөнөң шартлы рәүештә бүленгән икенән бер өлөшө. □ Полушарие. Көнбайыш ярымшар. ■ Ҡояш дәрәжәле генә уҙ бурысын утәп, офоҡтоң иң ситенә генә баҫа ла Ерҙең был яғына һынап ҡарап тора һәм, хушлашып, икенсе ярымшарға юллана. Т. Ғәниева. Төньяҡ ярымшарҙың геологик катастрофа арҡаһында юғалған йылылығын да яһалма ҡояш йәки космик көҙгөләр ярҙамында Атлантида ҡитғаһы бар саҡтағы хәленә кире ҡайтарырҙар. И. Ғиззәтуллин.
2. Баш мейеһенең бер яҡ яртыһы. □ Полушарие. ■ Кеше башындағы ике ярымшарға урынлашҡан мейе кәуҙәнең уң һәм һул яғы менән идара итә. Т. Ғәниева. Кешенең ялҡаулығы, битарафлығы арҡаһында ярымшарҙар әуҙем эшләмәй, хатта генийҙар ҙа мейеһенең мөмкинлеген 15 процент тирәһе генә файҙалана, ти ғалимдар. Г. Яҡупова.
ЯРЫМ-ЯРТЫ с. ҡар. ярты-йорто. ■ Бына бер мәл болот тулҡындары араһынан ярым-ярты ай сумып сыҡты ла уҙенең тоноҡ нурҙары менән тау аръяғындағы туғайға йәйелгән быуа өҫтөн алаңғырт-бөләңгерт кенә яҡтыртҡандай итте. Ғ. Ибраһимов. Үҙе батыр ғына йылмайһа ла, Таңһылыуҙың тауышы ярым-ярты ғына сыға ине. М. Садиҡова. Хужа ярым-ярты руссалап аңлатып биргәндә, ҡатыны өндәшмәй генә йылмайып торҙо. 3. Ураҡсин.
ЯРЫН (Р.: будущий год; И.: next year; T.: gelecek yıl) и. диал.
Киләһе йыл. □ Будущий год. Ярын нисек килер әле, билдәһеҙ.
ЯРЫНҒА (Р.: на будущий год; И.: next year; T.: gelecek sene) р. диал.
Киләһе йылға. □ На будущий год, в будущем году. Ярынға кусенәбеҙ. Ярынға барабыҙ. Ярынға уҡып бөтәбеҙ.
ЯРЫ САЛБАР (Р.: брюки из шкуры; И.: skin trousers; T.: deri pantolon) и. диал.
Тиренән тегелгән салбар. □ Брюки из шкуры. Яры салбар кейеу. Яры салбар тегеу. Яры салбарҙа йөрөу.
ЯРЫУ I (яр-) (P.: разбивать; И.: break up; T.: yarmak) ҡ.
1. Ҡулдан төшөрөп йәки сатната һуғып, бөтөнлөк сифатын юҡ итеү; ватыу. □ Разбивать, раскалывать. Быяланы ярыу. Сынаяҡты ярыу. Тәҙрәне ярыу. ■ Абҙаҡта боҙ хатта машина тәҙрәһен ярған. «Йәшлек», 30 май 2016.
2. Ҡабығын боҙоп, емен ашау. □ Щёлкать, обдирать, лущить. Көнбағыш ярыу. Сәтләуек ярыу. ■ Зөләйха сәтләуекте артыҡ тауышын сығармай, аҡрын ғына яра. Т. Йәнәби.
3. кусм. Ныҡ тынысһыҙлау; шаңғытыу. □ Резать (ухо, слух, воздух). Ер ярып ҡысҡырыу. Тынлыҡты ярыу. Ер ярып укереу. Колаҡ ярып ҡысҡырыу. ■ Һауа ярып мылтыҡ шартланы. Р. Ниғмәти. Тальян тауышы бөтә урамды ярып китте. С. Агиш. Касим иһә бер-ике аҙым ситкәрәк китеп, һауаны ярырҙай булып осҡан самолёттарға, уларҙы оҙатып йөрөусе прожекторҙарҙың утлы ҡылыстарына ҡарап торҙо. Ғ. Аллаяров.
4. Буй-буй өлөшкә бүлеү. □ Пилить; колоть; резать. // Пилка; колка; резка. Сыра ярыу. Таҡта ярыу. Утын ярыу. M Өйгә ҡайтҡас, куңелен баҫырға тырышып, Еәлиәхмәт сәғәт самаһы утын ярҙы. Р. Байымов.
5. Урталай ҡырҡыу. □ Резать. Картуфты ярып бешереу. Уртаға ярып булеу.
6. Оҙон буй итеп йыртыу йәки йәрәхәтләү. □ Сечь, рассекать; порвать. Кулдәктең итәген ярып ебәреу. Колап, тубыҡты ярыу. ■ Һаҙаҡ Аҡһаҡ ҡоланың һыртын ярып, бер ҡолағының осон йырып барып сыға. «Аҡһаҡ ҡола».
7. Оҙон буй итеп ике яҡҡа айырыу. □ Разделять, разбивать. Сәсте ярып тарау. ■ Утарҙы уртаға ярып, һалҡын шишмә шылтырап ағып ята. Һ. Дәүләтшина. Әсәһенә оҡшап, баҙыҡ кәуҙәле, яғымлы ҡуңыр куҙле
535