Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 536 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРЫУ
Сабира ла сәсен тура ярып, икенән уреп ебәргән, өҫтөнә өр-яңы һары сатин кулдәк кейеп, билен сигелгән ҡыҙыл алъяпҡыс менән быуып ҡуйған. 3. Биишева.
8. Нимәнелер үтәнән-үтә йырыу. □ Прокладывать, пробивать. Юл ярыу. Ҡар ярып атлау. Батҡаҡ ярып сығыу. ■ Шунан ат, уңға һөрлөгөп, тау битенә ярып һалынған текә юл ситенә барып менде лә, ауыр йөктөң тубәнгә тартыуына сыҙай алмайынса, йығылып китте. Ә. Байрамов. Кул шаулатып, һыу ярып, ерҙә дауыл ҡуптарып, Аҡбуҙ сығыр - мал ҡото. «Аҡбуҙат». Ҡайҙандыр атылып килеп сыҡҡан Аҡтырнаҡ төркөмдө ярып утеп, абаулап Хәбешкә ябырылды. Р. Байымов.
9. Бөрө йәки япраҡ сығарыу. □ Распускать, раскрывать (листья, почки и т. д.). Бөрө ярыу. Япраҡ ярыу. ■ Ялан ғына ерҙә яңғыҙ ҡайын япраҡ ҡына яра йыл һайын. Халыҡ йырынан.
10. кусм. Ныҡ итеп туҡмау; һыҙырыу. □ Сечь, бить, стегать. Сыбыртҡы менән ярыу. ■ Ул [Өлкаман] Айрасты кинәнеп яра башланы. Ш. Насыров.
11. Нимәгәлер үтеп инеү. □ Резать, разрывать (о запахе). Танауҙы ярыу. Мейене ярып утеу. ■ Быҙауҙар ояһынан танауҙы ярып әсе, ҡырҡыу еҫ тарала. 3. Биишева.
12. кусм. Ҡаршылыҡтарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы еңеү. □ Прокладывать, пробивать. ■ Мал-мөлкәтле ағай-эне юҡ, [Таштимергә] уҙенә тормошта юл ярырға кәрәк. Д. Бүләков.
13. мед. Экспертиза маҡсатында мәйеттең эсен телеп, эске органдарын тикшереү. □ Вскрывать, рассекать, анатомировать (труп). Мәйетте ярҙылар. Ярмайынса улеу сәбәбен асыҡлап булмай.
♦ Ярма ярыу арттырып, ҡабартып һөйләү; эре сирттереү. □ Бесстыдно врать, лгать, хвастаться. Ярып һалыу эш-хәлдең асылын, дөрөҫөн ап-асыҡ ҡына әйтеп биреү; асыу. □ Выложить всю правду. ■ һөйләгеҙ һуң, ярып һалығыҙ бөтәһен дә, - директор тыңларға әҙерләнеп, арғаҡ яңағына таянды. Н. Мусин.
ЯРЫУ II (яр ) ҡ. иҫк. ҡар. яҡтырыу I, 1.
• Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол ярымаҫ. Мәҡәл.
ЯРЫУ III (Р.: вихри на макушке; И.: forelock on the crown of head; T.: yarmak) и. диал. ҡар. урай.
Түбәләге сәстең йәки малдың маңлайындағы йөндөң өйрөлөп үҫкән урыны. □ Вихри на макушке. Тубәһендә ярыуы бар. Ярыуы икәу.
ЯРЫШ I (Р.: соревнование; И.: emulation; T.: yarış) и.
Уйындағы йәки эштәге кемуҙарҙан алып барылған көрәш, бәйге. □ Соревнование, состязание. Саңғы ярышы. Спорт ярышы. Ҡурайсылар ярышы. Һуҙ ярышы. Ярыш башлау. Ярыш асыу. Ярыш уткәреу. Ярышҡа сығыу. ■ Йөҙөу ярышында беренселекте һис бирмәйбеҙ. Ғ. Сәләм. Тиҙҙән районда буласаҡ саңғы ярышына генераль репетиция - мәктәп беренселегенә ярыш көнө килеп етте. Р. Байбулатов. Ләкин спорт байрамына бер аҙна самаһы ҡалғас ҡына, Рифҡәт уҙенең ярышта ҡатнашмаясағын белдерҙе. Н. Ҡотдосов.
ЯРЫШ II (Р.: рядом; И.: by, near, next; T.: yanında) p.
Үҙ-ара ҡабырғалаш; йәнәш, яҡын, бергә, эргәләш. □ Рядом, возле. Ярыш ултырыу. Ярыш атлау. Ярыш тороу. Өс кубәне ярыш ултыртабыҙ. Я Ярыш уҫкән ике йыуан ғына ботаҡ араһына нәҙегерәк ботаҡтарҙы һындырып һалып, йәтешләнеп ултырҙыҡ. Н. Мусин. Урман ауыҙында - һирәк-һаяҡ ҡарағай, ярыш ҡына яҫы энәле ике аҡ шыршы ултыра, оҙонса тубырсыҡтары менән куҙҙе әурәтеп; урта төштә ҡороған ағас һерәйеп ҡалҡҡан; артабан - шау ҡайынлыҡ. Г. Яҡупова.
ЯРЫШ III (Р.: крикун; И.: bawler; Т.: yaygaracı, kavgacı) с. диал.
Ҡысҡырып һөйләүсе. □ Крикун. Ярыш бала. Ярыш ҡарт. Ярыш ҡарсыҡ.
ЯРЫШЛАУ (ярышла-) (Р.: идти, сидеть и т. д. рядом; И.: move, etc; side by side; T.: yanında olmak) ҡ.
Эргәләш, ҡабырғалаш итеү. □ Идти, сидеть и т. д. рядом. Ярышлап барыу.
536