Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 537 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯСАЧНЫЙ
Ярышлап килеу. Ярышлап ҡуйыу. Ярышлап ултырыу. М Иртәнге таң әреһенән Сергей менән Ҡаһым, көр аттар ҡушарлап егеуле бейек рессорлы кырандасҡа ярышлап ултырып, оҙон юлға сыҡтылар. Я. Хамматов. Ҡыҙ менән ярышлап ултырып алғас, Дәу-ләттең өнө тығылды, ҡыҙға һуҙ ҡушыу тугел, уға куҙ атып алырға ла баҙнат итмәй. Н. Мусин.
ЯРЫШСЫ (Р.: участник соревнования; И.: contestant; T.: yarışmacı) и.
Ярышта ҡатнашыусы. □ Участник соревнования. Н Ярышсылар йугереп килгән ыңғайға һайғауҙың осона килеп аҫылынырға ла шуның менән ҡуша икенсе ярға осоп сығырға тейеш. Ғ. Хисамов. Бынан бер нисә көн генә элек Әсфәндиәр ҙә тик тороп сыҙамаҫ, бутәндәр ыңғайына ярышсылар артынан йугереп китер ине. Б. Рафиҡов.
ЯРЫШТЫРЫУ (ярыштыр-) (Р.: устраивать соревнование; И.: hold a contest, compete; T.: yarışma düzenlemek) ҡ.
Ярыш ойоштороу. □ Устраивать соревнование, состязание. Балаларҙы ярышты-рыу. М Спорт мастеры Фәнил Басиров йугеректәрҙе ярыштырҙы. «Табын», 9 август 2016. Физкультура уҡытыусыһы Вәсил Мостафин уларҙы [атайҙарҙы һәм улдарын], ике командаға булеп, төрлө йугереш эстафеталарында, кәрзингә туп ташлауҙа, мәргәнлеккә атышыуҙа, арҡан тартышыуҙа ярыштырҙы. «Йәшлек», 26 февраль 2011.
ЯРЫШЫУ (ярыш-) (Р.: соревноваться, состязаться с кем, с чем', И.: hold a contest; compete; T.: yarışmak) ҡ.
1. Уйында йәки эштә кемуҙарҙан көрәшеү, алышыу; ярышта ҡатнашыу. □ Соревноваться, состязаться с кем, с чем. // Соревнование, состязание. ■ Бер ерҙә тоҡ кейеп һикерәләр, бер ерҙә арҡан тарталар, бер ерҙә һауытты һыу менән тултырыуҙа, бер ерҙә тоҡ менән һуғышыуҙа ярышалар. «Урал», 11 июль 2016.
2. Уйында йәки эштә алға сығырға тырышып, кем йәки нимә менәндер уҙышыу. □ Соревноваться, состязаться. турыһы менән тиңләшеп ярыша башланы. Д. Юлтый.
ЯРЫШЫУСЫ и. ҡар. ярышсы. Ш Ярышыусыларҙың арҡаларына һандар яҙылған сепрәктәр беркетелеп бөткәс, команда яңғыраны. Р. Байбулатов. Бөгөн көн сасҡау булды, иртән ук ҡаты торҙо, ярышыусыларға уңайлыҡтар вәғәҙә итмәне. И. Ғиззәтуллин. Ярышыусылар илле аҙым самаһындағы арба тәгәрмәсе букәненә кейҙерә торған дуңгәләккә төҙәп ата. Н. Мусин.
ЯРЫЯҠ (ярыяғы) (Р.: болтун; И.: tattler, babbler; T.: geveze) и. диал.
Күп һөйләүсе. □ Болтун. Ярыяҡ, ярмаһын тугеп, зерә куп һөйләй.
ЯР ЭЙӘҺЕ (Р.: дух берега; И.: sort ob spirit; T.: kıyıda yaşayan kötü ruh) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, кешеләрҙе һыуға тартыусы, батырыусы, ярҙа йәшәүсе эйә, яман зат. □ Дух, хозяин берега, который притягивает и топит людей. Яр эйәһе ярҙа йәшәй.
ЯР ЯПРАҒЫ I и. диал. ҡар. юл япрағы. Яр япрағын яраға һалыу. Яр япрағы йыйыу.
ЯР ЯПРАҒЫ II (Р.: мать и мачеха; И.: colt’sfoot; T.: öksürük otu) и. диал.
Яңғыҙ һары сәскәле, түңәрәгерәк япраҡлы дымлы урында үҫкән үлән; үгәй инә үләне. □ Мать-и-мачеха (лат. Tussilago). Яр япрағы төнәтмәһе. Яр япрағы киптереу.
ЯР-ЯР (Р.: малый песенный фольклорный жанр; И.: ritual ceremony; T.: yar yar) и. этн.
Туйҙа йырлап әйтелә торған фольклор жанры. □ Малый песенный фольклорный жанр, сопровождающий обрядовое действие, проводимое в доме невесты с участием матери жениха и связанное с расплетанием девичьей косы и заплетанием женской. Яр-яр ишетеу. Яр-яр тыңлау. Яр-яр әйтеу. М Ҡосаҡлашып куреште [Буҙйегеттең] ғашиҡ йәре, ҡашында ҡырҡ ҡыҙ бар, хеҙмәткәре, ҡыҙҙар тороп алдында яр-яр әйтеп, хан ҡыҙының табылды интизары. «Буҙйегет».
ЯСАЧНЫЙ [рус.] (Р.: ясачный; И.: polltax payers; T.: vergi ödeyen) и. тар.
Яһаҡ түләүсе. □ Ясачный, платящий ясак. ■ Тархан һәм служилый башҡорттар
537