Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 538 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯСИН
ясачныйҙарҙы хөкүмәткә буйһондороуҙа хөкүмәт ҡулында ҡорал хеҙмәтен үтәй ине. Ғ. Фәхретдинов.
ЯСИН [ғәр. cw] (Р.: ясин; И.: prayer for the dying; T.: yasin) и. дини.
Ҡөрьән Кәримдең 36-сы сүрәһе, 83 аяттан тора. □ Ясин (сура Корана). Ясин уҡыу. Ясин сығыу. ■ Мәзин икенсе тапҡыр ясин сыға. Иман менән генә үтһен инде, бисара, -тип шыбырлай Сыуаҡай әбей. 3. Биишева. Алдар урындыҡҡа йәһәт кенә менеп, атаһының эргәһенә бөкләнеп ултырҙы ла ясин сыға башланы. Н. Мусин.
ЯСЛЕ I [рус. ясли] и. ҡар. йәсле. Ясле йәшендәге балалар. Баланы яслегә йөрөтөү. ■ Минән башҡа тағы бер ҡустым бар. .. Бәләкәй әле, өсө лә тулмаған. Яслегә йөрөй. Р. Низамов. Парктың уң яғында больница, ә һул яғында балалар яслеһе һәм урта мәктәп тора. Ғ. Ғүмәр.
ЯСЛЕ II [рус. ясли] (Р.: ясли; И.: manger; T.: kreş) и. диал. ҡар. утлыҡса 2.
Малға бесән һала торған урын. □ Ясли, кормушка. Яслегә бесән һалыу. Яслене таҙартыу.
ЯСЛЕ-БАҠСА (Р.: ясли-сад; И.: nursery; T.: kreş) и.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү учреждениеһы. □ Ясли-сад. Баланы ясле-баҡсаға биреү. Ясле-баҡса бинаһы. Ясле-баҡ-са мөдире.
ЯСУС [ғәр. ] (Р.: доносчик; И.: spy; T.: casus) и. иҫк. ҡар. шымсы.
1. Аҫтыртын рәүештә кешеләрҙе күҙәтеп, йәшерен мәғлүмәт йыйып, тейешле дәүләт ойошмаһына еткереп йөрөгән кеше. □ Доносчик. ■ [Мазһар:] Һаҡ булығыҙ, теге ясус килә. X. Ибраһимов.
2. Йәшерен полиция агенты. □ Тайный агент (полиции). Ясус булыу.
ЯҪ и. диал. ҡар. яҙ. Яҫ килә. Яҫ мәле. Быйыл яҫ иртә килде.
ЯҪАҠАЙ (Р.: самодельный; И.: homemade; T.: el yapısı) с. диал.
Ҡулдан яһалған. □ Самодельный. Яҫаҡай алҡам бар. Яҫаҡай беләҙек. Яҫаҡай йөҙөк.
ЯҪАЛМЫШ с. диал. ҡар. әхирәтлек II. Яҫалмыш инәйем килде. Яҫалмыш атай булыу.
ЯҪАУЫЛ (Р.: помощник; И.: helper; Т.: yardımcı) и.
1. Эш башҡарыусы, йомош башҡарыусы; йомошсо. □ Помощник. Яҫауылдарға эш ҡушыу. ■ Яҫауылдар таҙҙы эҙләп табып, батшаға алып килгән. Әкиәттән.
2. иҫк. хәрби. Хәрби казактарға бирелә торған офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше (пехотала капитан дәрәжәһенә тура килгән). □ Есаул. ■ Мәндәр Ҡарабай үҙенең улы Мәүлетбай, Сураш менән Ҡыҙрас батырҙар, яҫауыл дәрәжәһенә ирешкән Аҙнағол Байтимеровтар хандан тамсы ла айырылманы. Р. Камал.
ЯҪҠАНЫУ (яҫҡан-) ҡ. ҡар. яҫҡыныу. ■ Зәкиҙе үҙ ҡулым менән атып үлтерәм! -тип яҫҡанған был монархист үҙенә ҡаршы ташланған атлы башҡорт егеттәрен һис көтмәгәйне. Ф. Аҡбулатова.
ЯҪҠАУ (яҫҡа-) (Р.: наложить заплатку; И.: patch up; T.: yamalamak) ҡ. диал.
Ямау һалыу. □ Наложить заплатку. Салбарҙы яҫҡау. Күлдәкте яҫҡау. Бишмәтте яҫҡау.
ЯҪҠЫ с. диал. ҡар. яҙғы 1. Яҫҡы йөн. Яҫҡы үлән. Яҫҡы һауа.
ЯҪҠЫЙ (Р.: птичье перо средней величины; И.: medium sized feather; T.: orta uzunluktaki tüy) и. диал.
Уртаса оҙонлоҡтағы ҡауырһын. □ Птичье перо средней величины. Ҡаҙ яҫҡыйы. Яҫҡый йыйыу. Яҫҡый менән яҙыу.
ЯҪҠЫЛ с. ҡар. яҫмаҡ. Яҫҡыл ер. Яҫҡыл урын. Яҫҡыл таҡта.
ЯҪҠЫНЫУ (яҫҡын-) (Р.: пытаться схватить кого, что', И.: try to catch hold of; T.: tutmaya çalışmak) ҡ.
1. Тоторға, тибергә ынтылыу (йыртҡыс ҡошҡа ҡарата). □ Пытаться схватить кого, что (о хищных птицах). Ҡарсыға турғайға яҫҡына. Бөркөт ҡорбанына яҫҡынды.
2. күсм. Нимәнелер эшләргә ынтылыу; киҙәнеү, янау. □ Загореться желанием, желать, намереваться, стремиться делать что-л. һүҙ әйтергә яҫҡыныу. Яҫҡынып йөрөү. ■
538