ЯҪМАР
Расихтың үҙен дөмбәҫләп ташлағанда, их, шәп булыр ине, - тип яҫҡынып ҡуйҙы берәу. Ғ. Ғүмәр. Әптук ҡаны һәм йәне был яҡта яу тип яҫҡынғандарҙың тәуге ҡорбаны һәм ҡан ҡойош башы ине. Ғ. Хөсәйенов.
ЯҪҠЫТЫУ (яҫҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. яҫҡыу 3. понуд. от яҫҡыу 3. Ҡаҙға ыласын яҫҡышыу.
ЯҪҠЫУ (яҫҡы-) (Р.: нападать; И.: fall on; T.: saldırmak) ҡ.
1. Шыҡыйып төшөп эләктереү; тибеү. □ Нападать, бросаться, хватать, бить с лёта (о хищных птицах). Аҡсарлаҡ балыҡ яҫҡып кәйелә. Ҡаҙ яҫҡыған ыласын. ■ Ҡошҡа сөйгән йылғыр ҡарсыға ла өстән артыҡ ҡошто яҫҡымай. «Юлай менән Салауат».
2. Аймау, ҡармау. □ Хватать. Яҫҡып тотоп алыу. ■ Йөҙө йылтырап торған ҡыя балтаһы һәр ҡабат ярҡаның нәҡ кәрәкле урынын яҫҡып ала. Т. Килмөхәмәтов. Ҡупте кургэн олатай ҙа мылтығын яҫҡып ҡуя. С. Кулибай.
3. кусм. Нимәлер эшләргә ынтылыу; янау. □ Намереваться, грозиться. ■ Әгәр ҙә Са-лихтың уҫал йыйырылған ҡаштарын, ус алырға яҫҡып янған куҙҙәрен курһәң, дегәнәк һырыған ҡойроғоңдо боттарың араһына ҡыҫтырыр ҙа кисә һинән һыҙған Салихтан да шәберәк һыҙыр инең! X. Мохтар.
4. Нимәлер эшләргә дәртләнеү. □ Желать, стремиться, намереваться делать что-л. ■ Хәлиҙә һәр нәмә менән ҡыҙыҡһына, һәр нәмәнең серенә төшөнөргә яҫҡып тора ине. X. Мохтар.
5. диал. Һағалау. □ Предостерегать. ■ Ҡорал келәттәрен шартлаттылар, яҫҡып ятып, колонналарҙы тарҡаттылар [партизандар]. И. Ғиззәтуллин.
ЯҪҠЫШ (Р.: схватка; И.: scuffle, tussle; T.: çarpışma) и.
Алыш, көрәш. □ Схватка. М Әле иң кәрәге - хәнйәр менән үлемесле яҫҡыштың сая таҫыллығына ла күпмелер эйә ине ул [Алдар батыр]. Ғ. Хөсәйенов.
ЯҪҠЫШЫУ (яҫҡыш-) (Р.: хватать друг друга; И.: seize each other; grapple with each other; T.: tutuşmak) ҡ.
Аймап, ҡармап тотошоу; көрмәкләшеү. □ Хватать друг друга (в борьбе, в схватке), схватываться в борьбе, бороться. ■ Шулгэн, Урал икәуһе бер-береһенә тап булған. Икәу-ара яҫҡышып, төрлө яҡлап алышҡан. «Урал батыр». Ҡыҫҡа ғына ял аҙағынан батырҙар йәнә яҫҡыша башланы. И. Ноғманов.
ЯҪМА (Р.: валок; И.: swath; T.: tırpanla biçilmiş ekin yığını) и.
Сабып, буйҙан-буй һалынған иген. □ Валок. Иген яҫмаһы. Арышты яҫмала киптереү. Арышты яҫмаға һалыу. Яҫманы йыйып һуғыу. ■ Арыш яҫмаларын тотоп ҡарай-ҡарай, Азаматов менән Зинунә баҫыуҙың уртаһына табан атланы. Ә. Вәли. Наил дуҫым менән комбайндарҙың яҫма һуғыуын күҙәттек. Р. Камал.
ЯҪМАҠ (Р.: плоский; И.: flat; platy; T.: yassı) с.
Яҫыға тартым. □ Плоский, плосковатый. Яҫмаҡ ер. ■ Юлдаш йәтеш кенә һикәлтә булып һыу эсенә ослайып ингән яҫмаҡ ташҡа атланып ултырҙы ла аяҡтарын һыуға тыҡты. 3. Биишева. Дөмәй яҙғы ҡояшҡа янып баҡыр төҫөнә ингән яҫмаҡ битендәге тирҙе күлдәк еңе менән һөртөп алды ла ҡыҙыҡһынып һораны. Н. Мусин.
ЯҪМАҠЛАНЫУ (яҫмаҡлан ) (Р.: быть плоским; И.: be flat; T.: yassı olmak) ҡ.
Яҫмаҡ булыу. □ Быть, стать плоским. Тау тубәһе яҫмаҡланған. ■ [Тауҙың] тубә-һе, күпереп бешкән әсе икмәк йөҙө һымаҡ, яҫмаҡланып тора. Н. Мусин. Аҫтан һөҙәк кенә күренһә лә, яҫмаҡланып, әллә ҡайҙарға саҡлы йәйрәп ята уның һырты. А. Мағазов.
ЯҪМАҠЛАУ (яҫмаҡла-) (Р.: делать плоским; И.: make flat; T.: yassı etmek) ҡ.
Яҫмаҡ хәлгә килтереү, яҫмаҡ итеү. □ Делать плоским. Тимер киҫәген сүкеп яҫмаҡлау. ■ [Григорий] ипләп кенә аҡсаның ситен әйләндереп-әйләндереп яҫмаҡлап сүкергә тотондо. Н. Мусин.
ЯҪМАР (Р.: собранные ряды сена; И.: lock; T.: toplanan saman rütbeleri) и. диал.
1. Өйөлгән бесән йәки һалам күтәремдәре; ҡыра. □ Собранные ряды сена. Бесәнде яҫмарға йыйыу. Яҫмарҙар өйөү. Яҫмарҙарҙы бер урынға ташыу.
539