яҫмыҡ
2. Киңлек, яҫылыҡ. □ Плоскость. Һыу яҫмары менән үткән.
ЯҪМЫҠ I (яҫмығы) (Р.: чечевица; И.: lentil; T.: mercimek, yasmık) и. бот.
1. Яҫы түңәрәк орлоҡло ҡуҙаҡлы үҫемлек. □ Чечевица. / Чечевичный (лат. Lens culinaris). Яҫмыҡ сәсеулеге. Яҫмыҡ сәсеу. ■ Фасоль, борсаҡ, ноҡот борсағы, яҫмыҡ кеуек культуралар файҙалы аминокислоталарға һәм уҫемлек аҡһымына бай. «Башҡортостан», 19 апрель 2016.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Чечевица. Яҫмыҡ өйрәһе. В Беҙҙең өйҙә көндөң көнөндә табаға һалынған сөсө яҫмыҡ кумәсе бешерелә һәм иртәнге сәй янына мейескә тәгәр-ләтелгән картуф ҡуйыла. М. Садиҡова. Сөнки хәҙер аш та эшкә ҡарап бирелә: өс сирек ҡаҙаҡ арыш әпәйе, кипкән балыҡ һурпаһы, яҫмыҡ бутҡаһы. Ғ. Ғүмәр.
ЯҪМЫҠ II (яҫмығы) (Р.: вика; И.: vetch; T.: fiğ, burçak) и. диал. ҡар. кәрешкә.
Теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән. □ Вика (лат. Vida). Ҡыҙыл яҫмыҡ. Урман яҫмығы. Яҫмыҡ сәскәһе.
ЯҪМЫҠ III (Р.: плоский; И.: plane; Т.: yassı) с. диал.
1. Арҡырыһы, иңе ҙур; яҫы. □ Плоский. Әтлек япрағы яҫмыҡ ҡына була. Яҫмыҡ таҡта. Яҫмыҡ линзалар.
2. ҡар. ялпаҡ. Яҫмыҡ битле кеше. Яҫмыҡ һауыт.
ЯҪМЫҠ БОРСАҠ (борсағы) и. бот. ҡар. яҫмыҡ I. Яҫмыҡ борсаҡ сәсеу. Яҫмыҡ борсаҡ орлоғо. Яҫмыҡ борсаҡ ашы.
ЯҪТАНЫУ (яҫтан-) (Р.: подложить себе под голову что-л:, И.: put under; T.: baş altına koymak) ҡ.
Ятыуға уңайлы булһын өсөн баш аҫтына нимәлер һалыу; яҫтау. □ Подложить себе под голову что-л. Мендәр яҫтаныу. Яҫтанып ятыу. М [Мөлөк] сәкмәнен тушәп, ҡамыт-ыңғырсағын яҫтанып, салҡан төшөп йоҡоға ятты. Т. Хәйбуллин.
ЯҪТАР (Р.: подушка или что-л. другое, подложенное под голову; И.: sort of pillow; T.: yastık gibi bir şey) u.
Баш аҫтына яҫтаған нәмә. □ Подушка или что-л. другое, подложенное под голову. Яҫтар һалыу. Яҫтары бейек булды. Яҫтары ҡаты булды.
ЯҪТАУ (яҫта-) (Р.: положить (под голову)', И.: pillow; T.: baş altına koymak) ҡ.
Ятыуға уңайлы булһын өсөн баш аҫтына нимәлер һалыу. □ Положить (под голову). Мендәр яҫтау. Тун яҫтау. Яҫтап ятыу. ■ [Төлкө:] Айыу дуҫ, бөгөн таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған. Әкиәттән. Малай ҙур булмаған оҙонса ташты яҫтап, ваҡ ҡырсынға ятып торорға итте, иҫке кәзәкейен төрөп, эргәһенә ҡәҙерләп һалды. М. Садиҡова.
ЯҪТЫҠ (яҫтығы) (Р.: подушка (большая)', И.: large pillow; T.: yastık) и.
1. Ҙур мендәр. □ Подушка (большая). Мамыҡ яҫтыҡ. Яҫтыҡ яҫтау. ■ Ныязғол турҙәге яҫтыҡҡа һуҙыла биреп, арҡа терәп, аяҡтарын һоноп ултырҙы. Һ. Дәүләтшина. Маһинур йугереп барып яҫтыҡ алып килде, килен баҫаһы урынға яҫтыҡты һалды. Ф. Аҡбулатова. Ҡалын кейеҙ йәйелгән һикелә, тушәмгә тейә яҙып, яҫтыҡтар, юрғандар өйөлгән. Ғ. Лоҡманов.
2. диал. Ятҡанда аҫҡа түшәй торған ҡаралды; түшәк. □ Подстилка. Яҫтыҡ тушәп ятыу.
3. Күсәр өҫтөнә һалып, үрәсә ултырта торған йыуан дүрткел ағас; күкрәк. □ Деревянная подушка (телеги). М Һумланып бөткән тиерлек кырандас яҫтығын тегеләй-былай әйләндергеләп, оҙаҡ ҡына ултырҙы Байдәуләт ҡарт. Т. Килмөхәмәтов.
4. диал. Мал ашағандан ҡалған эре-торо бесән йәки һалам; һандыҡ. □ Объедки, объедья (сена, соломы). Бесән яҫтығы. Яҫтыҡты йыйып алыу.
5. диал. Йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы; түмәр. □ Чурбан. Яҫтыҡтарҙы өйөп ҡуйыу. Яҫтыҡтарҙы ярыу. Яҫтыҡҡа ултырыу.
6. миф. Мифологик семантикаға эйә булған әйбер. □ Подушка (мифологизированный предмет). ■ Яҫтыҡ ҡолаһа, ҡунаҡ килә. «Башҡорт мифологияһы»нан. Яҫтыҡ өҫтө-
540