Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 541 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҪЫР
нә яҫтыҡ ҡатлап йоҡларға ярамай, насарға була. Экспедиция материалдарынан.
ЯҪТЫҠҠА БАҪТЫРЫУ (яҫтыҡҡа баҫтыр-) (Р.: обычай подкладывания подушки под ноги невесты в доме жениха; И.: kind of Bashkir wedding rite; T.: düğünde gelini kaynana evine girdiğinde yastığa bastırmak) ҡ. этн.
Туй йолаһы буйынса, ҡәйнә йортона төшкән килендең аяҡ аҫтына: «Тәкле аяғың менән кил!» - тигән теләк менән яҫтыҡ һалыу. □ Обычай подкладывания подушки под ноги невесты в доме жениха. ■ Киленде: «Ҡотло аяғың менән төш», - тип яҫтыҡҡа баҫтыра инек. Йола фольклорынан.
ЯҪТЫҠ-ТҮШӘК (яҫтыҡ-түшәге) (Р.: постельные принадлежности; И.: bedclothes; bedding; T.: yatak takımı) и. йыйн.
Урын-ер әйберҙәре. □ Постельные принадлежности. Яҫтыҡ-тушәкте йыйып ҡуйыу. Яҫтыҡ-тушәкте өйөп ҡуйыу. Яҫтыҡ-тушәкте йәйеу.
ЯҪТЫҠ-ЮРҒАН и. йыйн. ҡар. яҫтыҡ-түшәк. ■ Тургә ҡуйылған һандыҡтар ҙа, улар өҫтөнә йәйелгән яҫтыҡ-юрғандар ҙа уңған ҡулдар менән йыйыштырылған. Ғ. Ибраһимов. Ришат, магазиндарға йөрөп, аҙыҡ-тулек ташыны, яҫтыҡ-юрған алып ҡайтты, Биләнең өҫтөнә япты, ашарға бешерҙе. Ғ. Хисамов.
ЯҪТЫҠ ЯПҠЫС (Р.: накидка; И.: pillow sham; T.: yastık örtüsü) и. диал.
Мендәр ябыуы. □ Накидка (для подушек). Яҫтыҡ япҡыс тегеу. Яҫтыҡ япҡысты сигеп биҙәу. Селтәрҙән яҫтыҡ япҡыс тегеу.
ЯҪЫ (Р.: плоский; И.: flat; flush; T.: yassı) с.
1. Ялпаҡ булған, тигеҙ. □ Плоский. Яҫы таҡта. Яҫы таш. М Был тумәләс тауҙар теҙмәһенең төньяҡ өлөшө яҫы ипкендәрҙән, уҙәнлектәрҙән тора, тиҙәр. Ғ. Аллаяров. Ҡояш байышына һөҙәк кенә кутәрелә барған яҫы һырт ай яҡтыһында алыҫта төн ҡараңғылығы менән барып тоташа, һәр нәмә асыҡ куренә. Р. Низамов.
2. Арҡырыһы, иңе ҙур; киң. □ Широкий. Яҫы маңлай. Яҫы ҡаш. Яҫы балдаҡ. Яҫы ҡайыш. ■ Атаһының былай ҙа текә яңаҡ
тары осланып, яҫы ҡаштары һалынып төшкән төҫлө. Р. Байбулатов. Өлпәрәм булһа ла һыҡытып ятҡан ҡарҙы табанына шыма илек ҡамусы ҡағылған ғәләмәт яҫы саңғылары менән ярып барған Зәй асыулы уйҙарынан һаман арына алмай. И. Ноғманов.
ЯҪЫҠ с. ҡар. яҫы. Яҫыҡ таҡта. Яҫыҡ йөҙөк. Яҫыҡ урын.
ЯҪЫ ҠАМЫШ (Р.: болотный камыш; И.: lakeshore bulrush; T.: bataklık sazı) и. диал.
Күрәндәр ғаиләһенә ҡараған көпшәк һабаҡлы эре һыу үҫемлеге; һаҙ ҡамышы.
□ Болотный камыш, озёрный камыш (лат. Schoenoplectus lacustris). Яҫы ҡамыш һабағы. Яҫы ҡамыш башағы.
ЯҪЫЛАНЫУ (яҫылан-) ҡ. ҡар. яҫырыу.
■ Төньяҡтан һуҙылған тауҙар теҙмәһе көньяҡҡа табан тәпәшәйеп яҫыланған ерҙән Ырымбур һәм ҡаҙаҡ далаларына барып ялғанған куҙ иңләмәҫ иркен сәхрә башлана. А. Абдуллин.
ЯҪЫЛЫҠ I (яҫылығы) (Р.: плоскость; И.: plane; T.: düzlük) и.
Нимәнеңдер тигеҙ, яҫы йөҙө; яҫы майҙан.
□ Плоскость, ровная поверхность. Горизонталь яҫылыҡ. Экватор яҫылығы. ■ Әлбиттә, тик йөҙ оҡшашлығын биреуҙе генә талап итмәйбеҙ, беҙҙең маҡсат - кеше анатомияһын өйрәтеу, пропорция, яҫылыҡ, пространство - буласаҡ рәссам һынлы сәнғәттең был ябай атрибуттарын мотлаҡ белергә тейеш. Ә. Әминев.
ЯҪЫЛЫҠ II (Р.: шириной с; И.: ... flat; T.: genişliği ... kadar) с.
Яҫылығы нимәгәлер тиң. □ Шириной с.
■ Хәким ағай ултырған тәңгәлдә фургон төбөндә ҡуш ус яҫылыҡ көрән тап ялтыраны. Й. Солтанов. Асыуынан ярты ус яҫылығы мыйыҡтары өҫкә тырпайған, ҡыйыҡ куҙҙәрендә асыулы ут уйнаған ҡаталы маршал, йоҙроҡтарын төйөп, Ҡусимов алдына килеп баҫа. Р. Өмөтбаев.
ЯҪЫР и. ҡар. әсир. ■ Шулай бер йәй-ләуҙә генә лә алтмыш тирмә туҙҙырылып, етмешләп ғаилә малдары һәм йәндәре тала
541