Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 100 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҠЫР
сөнәғәте. Баҡыр сығарыу. Баҡыр ятҡылығы. • Баҡырҙы күпме йышһаң да, алтын булмаҫ. Мәҡәл.
2. һөйл. Шул металдан һуғылған аҡса.
□ Медная монета. Атайым кеҫәһенән баҡырҙар килтереп сығарҙы. ■ Кәләш менән кейәүҙе күперелеп торған мамыҡ яҫтыҡҡа ултыртып елдерҙе Нурислам күсер Аҡъяҡупҡа. Унда яңыса «алдым-бирҙем» булып, боронғо биш тин баҡыр ҙурлығы түңәрәк мөһөр һуғылған никах ҡағыҙы алып ҡайттылар. М. Кәрим.
3. миф. Им-томда, күрәҙәселектә ҡулланылған, магик көскә эйә булған металл.
□ Медь; мифологизированный металл, применяемый в магической медицине, гаданиях. Баҡыр име.
БАҠЫР II и. зоол. диал. ҡар. бағыр I. Күлдән баҡырҙар тотоу.
БАҠЫР III (Р.: медный; И.: copper; Т.: bakır) с.
1. Баҡырҙан эшләнгән. □ Медный. Баҡыр аҡса. Баҡыр балдаҡ. Баҡыр ҡомған. ■ Уралдағы ятҡылыҡтарҙың күбеһе баҡыр колчеданынан, йәғни халькопириттан, тора. Д. Бураҡаев. Оло инәйем усыма өс тин баҡыр аҡса һалды. М. Кәрим. Ярар, берәй баҡыр йөҙөк табырмын әле, — тип һөйләнде Уйылдан, вайымһыҙ күренергә тырышып. Н. Мусин. Мәскәй батыр егетте тауҙағы өс ҡорос йоҙаҡ менән бикләнгән баҡыр ишекле мәмерйә янына алып бара. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Ерән, ҡыҙғылт һары, еҙ. □ Медный (о цвете). ■ Кояшҡа бешеп, баҡыр төҫөнә ингән битенә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. 3. Биишева.
БАҠЫРАҠ (Р.: постоянно мычащий; И.: lowing constantly; T.: böğüren) c.
Баҡырып, ҡысҡырып тороусан. □ Постоянно мычащий (о корове)', постоянно блеющий (об овце, козе). Баҡыраҡ һарыҡ. Баҡыраҡ һыйыр. Баҡыраҡ кәзә бәрәсе.
БАҠЫРАС (Р: медный; И.: scoop; Т.: bakır) и. диал.
1. ҡар. баҡрас. Баҡырас менән аш һоҫоу.
2. ҡар. баҡырса I. Баҡырастан сәй яһап алыу.
3. ҡар. тимер күнәсек.
4. Сүмес. □ Ковш, ковшик. Баҡырас менән һыу алып эсеү.
БАҠЫРҒАС и. диал. ҡар. баҡрас 1. Баҡырғас менән аш һоҫоу.
БАҠЫРҒАН! и. диал. ҡар. ҡабырсаҡ.
БАҠЫР ЙЫЛАН I (Р: медянка; И.: grass snake; T.: taçlı yılan) и.
1. зоол. Йылтыр һары төҫтәге бәләкәйерәк йылан (сыбыҡ менән һуҡҡанда өҙөлөп тора)', тос йылан, еҙ йылан. □ Медянка (лат. Coronella). Тауҙа баҡыр йылан да осрай.
2. миф. Аҫҡы донъя, хәүеф-хәтәр менән бәйле мифик йылан. □ Медянка; хтониче-ское животное, связанное с нижним миром, опасностями. ■ Баҡыр йылан саҡһа, ете йылан үлтерергә, ете һыйырҙың һөтөн, ете бейәнең ҡымыҙын эсер кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
БАҠЫР ЙЫЛАН II и. зоол. диал. ҡар. кеҫәртке. Мин баҡыр йылан күрҙем.
БАҠЫР КЕҪӘРТКЕ (Р: веретеница; И.: blind worm; T.: yılan kertenkelelerigiller) и. зоол.
Орсоҡ кеҫәртке, аяҡһыҙ кеҫәртке (йылан һымаҡ аяҡһыҙ кеҫәртке). □ Веретеница, медяница (лат. Anguidae). Баҡыр кеҫәртке йыланға оҡшап тора.
БАҠЫР КҮРКӘ (Р: индейки бронзовые; И.: blind worm; T.: hindi) и. зоол.
Рәсәйҙә сығарылған ялтырауыҡ ҡыҙыл-һары төҫтәге йорт күркәләре тоҡомо. □ Индейки северокавказские бронзовые (лат. Meleagris gallopavo). Баҡыр күркәләр үрсетеү.
БАҠЫР ҠУҢЫҘ (Р: бронзовка; И.: flower chafer; T.: mayıs böceği) и. зоол.
Бөтә ер йөҙөнә таралған йәшкелт баҡыр төҫөндәге ҡоротҡос ҡуңыҙ. □ Бронзовка ( лат. Cetoniinae). Баҡыр ҡуңыҙҙар үрсегән.
БАҠЫРЛАНЫУ (баҡырлан ) ҡ. төш. ҡар. баҡырлау, страд, от баҡырлау. Баҡырланған һауыт. Баҡырланған ижау.
100