Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 99 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҠЫР
БАҠШЫ и. ҡар. бағымсы I. ■ Муйылбикә, баҡшы Барсын әбейҙән ҡаратып, әле килгән үҙе менән бер туған апаһына башына төшкән ауыр хәлен һөйләп ултыра. Һ. Дәүләтшина.
БАҠШЫЛЛАНЫУ (баҡшыллан-) (Р.: гадать; И.: guess; T.: fal açmak) ҡ. диал.
Алдан әйтеү, күрәҙәлек ҡылыу. □ Гадать. Эй, ошо ҡарт баҡшылланыр ҙа торор инде.
БАҠЫЙ [ғәр. ‘вечный, длящийся, остающийся, остальной’] (Р: вечный; И.: eternal; T.: ebedi) с.
1. Мәңге, мәңгелек. □ Вечный. Баҡый донъя. ■ Хәҙер инде баҡый донъяға киткән Ғәлләметдине менән ул даланы арҡыры-буй йөрөп сыҡты. X. Йосопова. Аҙаҡ хакимдар донъяның фанийынан баҡыйына күскәс, теләһә ниндәй вандалдар ул һәйкәлдәрҙе ҡыйратҡан, мәсхәрә ҡылған. X. Ирғәлин.
2. Ҡалған. □ Оставшийся. Баҡый ғүмер.
♦ Ғүмер баҡый ҡар. ғүмер.
БАҠЫЙ II (Р: спотыкающийся; И.: halting; T.: tökezleyen) с. диал.
Абыныусан (кешегә ҡарата). □ Спотыкающийся (о человеке).
БАҠЫЙ III [ғәр. МЬ ‘длительность, вечность’] (Р: вечность; И.: eternity; T.: ebedilik) и. иҫк. кит.
Мәңгелек. □ Вечность.
БАҠЫЙ IV (Р.: престарелый человек; И.: old man; T.: ihtiyar) и. иҫк. кит.
Ҡарт, ҡарый. □ Старик.
БАҠЫЙЛЫҠ (баҡыйлығы) (Р: вечность; И.: eternity; T.: ebedilik) и.
Мәңгелек. □ Вечность. ■ Кеше менән кеше, бәндә менән Аллаһы Тәғәлә, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ мөнәсәбәттәре һәр аңлы кешене уйландыра. Т. Ғәниева.
БАҠЫЛДАҠ I (Р: квакающий, крякающий; И.: croaking; T.: vakvak eden) с.
Баҡ-баҡ иткән (тәлмәрйен, өйрәккә ҡарата ). □ Квакающий (о лягушке); крякающий (об утке). Баҡылдаҡ тәлмәрйен. Баҡылдаҡ өйрәк.
БАҠЫЛДАҠ II (баҡылдағы) (Р: квакша; И.: frog species; T.: ağaç kurbağası) и. зоол.
Күпселектә ағастарҙа йәшәй торған, күп илдәргә таралған тәлмәрйен. □ Квакша (лат. Hylidae). Баҡылдаҡтар ер шарында киң таралған.
БАҠЫЛДАҠ ТӘЛМӘРЙЕН и. зоол. ҡар. баҡылдаҡ II. Баҡылдаҡ тәлмәрйен ағастарҙа йәшәй.
БАҠЫЛДАТЫУ (баҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. баҡылдау, понуд. от баҡылдау. Бәләкәй малай өйрәктәрҙе баҡылдатып туҙҙыра.
БАҠЫЛДАУ (баҡылда-) (Р: квакать; И.: croak; Т.: vakvak etmek) ҡ.
1. Баҡ-баҡ тип ҡысҡырыу, баҡ-баҡ итеү. □ Квакать. // Кваканье. Баҡа баҡылдай. ■ Байтаҡ көттө, ситтәге һәр ҡыштырлауҙы һиҙгер тойоп тыңлап ятты, тик ара-тирә төнгө ҡоштар сырҡылдауы, күл буйындағы баҡалар баҡылдауынан башҡа шылт иткән дә тауыш ишетелмәне. Р. Байымов. Тәлмәрйендәр һаҙҙа баҡылдауҙан тау бөркөтө ҡурҡа буламы? К. Кинйәбулатова.
2. Быжҡылдау; быжҡ-быжҡ итеү, быжҡ-быжҡ килеү (өйрәккә ҡарата). □ Крякать (об утке). // Кряканье. Өйрәк баҡылдай. • Ҡаҙ ҡаҡылдауын ҡуймаҫ, өйрәк баҡылда-уын ҡуймаҫ. Мәҡәл.
БАҠЫЛДАШЫУ (баҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. баҡылдау, взаимн. от баҡылдау. ■ Түш күтәреп урам күлдәрендә баҡылдашҡан ҡаҙҙар, өйрәктәр. Т. Арслан.
БАҠЫЛДЫҒЫ СЫҒЫУ (баҡылдығы сыҡ-) ҡ. ҡар. баҡылдау.
БАҠЫЛҠА (Р: хладнокровие; И.: coolness; T.: soğukkanlılık) и.
Һалҡын ҡанлылыҡ, тыныс тәбиғәтлелек. □ Хладнокровие. К Баҡылҡаһы булмаһа — батыр яуҙа еңә алмай. Ғ. Ибраһимов.
БАҠЫМБАҠ (баҡ ым бағы) и. диал. ҡар. бәпембә 1. Баҡымбаҡ мамығы.
БАҠЫР I [дөйөм төрки баҡыр ‘баҡыр’] (Р: медь; И.: copper; T.: bakır) и.
1. Ҡыҙғылт төҫтәге еңел сүкелә торған йомшаҡ металл. □ Медь. / Медный. Баҡыр
4*
99