Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 98 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҠСАСЫЛЫҠ
БАҠСАСЫЛЫҠ (баҡсасылығы) (Р.: садоводство; И.: gardening; T.: bahçecilik) и.
1. Хужалыҡтың емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән тармағы. □ Садоводство, огородничество. / Садовнический, огороднический. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү. ■ Балыҡ тотоу, эшкәртеү заводтары, баҡсасылыҡ йылдам үҫешә. М. Баһуманова. Ауылда баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ә. Мозафаров.
2. Емеш, йәшелсә үҫтереү ғилеме. □ Садоводство. Баҡсасылыҡ курсы. Баҡсасылыҡ ғилеме.
БАҠСЫ и. ҡар. бағымсы I. ■ Шуға ла уның тирәһендә бер ниндәй торлаҡ та юҡ, ә баҡсыларҙы (шамандарҙы) иҫәпкә алмағанда, ябай свазиҙарҙың береһе лә ҡаяға яҡын бармай. С. Ярмуллин. Күрәҙәлек менән бер рәттән баҡсы арбау, им-том менән дә булышҡан. Ф. Хисамитдинова.
БАҠТА [фарс. ‘өс йәки дүрт йәшлек һарыҡ’] (Р.: слинявшая шерсть животных; И.: vernal shedding of hair; T.: tüy) и.
1. Малдың яҙ ҡойған йөнө. □ Слинявшая шерсть животных (лошадей и коров). Һыйырҙар баҡтаһын ҡоя. ■ Йүгәнде кейҙереү менән тай бер һелкенгән дә бөтә баҡтаһын ҡойған. 3. Биишева.
2. диал. Һарыҡтың яҙ ҡырҡылған йөнө. □ Овечья шерсть весенней стрижки. Баҡтанан бейәләй бәйләү.
3. диал. Шырт һарыҡ йөнө. □ Грубая овечья шерсть. Бындай баҡта быймаға шәп инде ул.
4. мыҫҡ. Кейемдең йыртыҡ-мыртығы; алама. □ Лохмотья. Шул баҡтаһын йыуып та кеймәй.
БАҠТАНСЫ (Р: охранник; И.: guard; Т.: bakman) и. иҫк.
1. ҡар. ҡараусы 1. Малды баҡтансылар ҡарай. • Баҡтансыһы юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уңмаҫ. Мәҡәл.
2. Һаҡлап торған кеше; һаҡсы. □ Охранник; часовой; надсмотрщик. Ишек төбөндә баҡтансылар тора. • Батырға баҡтансы кәрәкмәй. Мәҡәл.
БАҠТИҺӘҢ мөн. ҡар. баҡһаң. ■ Баҡтиһәң, Зөфәр ҙә һалдатҡа саҡырылған, китергә әҙерләнеп тора икән. Һ. Дәүләтшина. Ә тормош, баҡтиһәң, уйынсыҡ та, күңел асыу урыны ғына ла түгел икән. 3. Биишева.
БАҠТЫРТЫУ (баҡтырт-) (Р: очная ставка; И.: confrontation; T.: yüzleşmek) ҡ. диал.
Күҙләштереп һорау алыу, күҙләштереү. □ Очная ставка. Дөрөҫлөктө ике яҡты баҡ-тыртып ҡына белә алабыҙ.
БАҠТЫРЫУ I (баҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. бағыу I. понуд. от бағыу I. Артҡа баҡтырыу. Бала баҡтырыу. Бағымсынан баҡтырыу.
БАҠТЫРЫУ II (баҡтыр ) (Р: ска зать прямо; И.: speak direetly; T.: doğrusunu söylemek) ҡ. диал.
1. Тураһын әйтеү. □ Сказать прямо. Баҡтырғанса әйттем.
2. Аптыратыу. □ Озадачить, удивить. Мине баҡтырып китте әле ул ҡыҙ.
♦ Күҙ баҡтырып күҙгә тура ҡарап (әйтеү, алдау). □ Глядя прямо в глаза (сказать, обмануть). Күҙен баҡтырып әйтеү. ■ Күҙ баҡтырып, йәмһеҙ-йәмһеҙ хәбәр һөйләй. К. Кинйәбулатова.
БАҠТЫРЫУ III (баҡтыр ) ҡ. ҡар. бағындырыу 1. Батшаға баҡтырыу.
БАҠ ҮЛӘН и. бот. диал.
1. ҡар. ҡаҙ үләне. Ишек алды йәм-йәшел баҡ үлән.
2. ҡар. юл япрағы. Баҡ үлән йыйып киптереү.
БАҠҺАҢ (Р: оказывается; И.: it appears; T: meğer) мөн.
Көтөлмәгән бер нәмәне асыҡлағанда әйтелә. □ Оказывается. Баҡһаң, ул киткән икән. ■ [Маһиҙә:] Күпкә бармам, ахыры, бөгөн төшөмдә үлгән балаларымды күрҙем., саҡырып торалар. Баҡһаң, теге донъяла ла әсәй кәрәк икән. Ә. Үтәбаев. Баҡһаң, был донъяла күлдәк һайлай белеү генә етмәй икән әле. Яр. Вәлиев.
98