БАҠЫТЛАНЫУ
һыу һеңешкән ауыр ағас; утыпшы. □ Топляк (древесина, пропитанная водой). Был баҡытты нимә эшләтербеҙ икән?
БАҠЫТЛАНЫУ (баҡытлан-) (Р.: пропитываться водой; И.: soak; T: ıslanmak) ҡ.
Һыуҙа оҙаҡ ятып һыу һеңеү, шешенеү (ағасҡа ҡарата). □ Пропитываться водой, разбухать (о древесине). Ағас баҡытланған.
БАҠЫЯС с. диал.
1. ҡар. беше 1. Баҡыяс ағас. Баҡыяс тауар. Баҡыяс кеше.
2. Төтөмлө, беше. □ Ноский (об одежде). Был салбар баҡыяс булып сыҡты әле, эшкә рәхәтләнеп кейәм.
БАҠ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух счастья; И.: spirit of happiness; T: mutluluk ruhu) и. миф.
Бәхет эйәһе. □ Дух счастья. ■ Баҡ эйәһенә ошо һамаҡты әйткәндәр: Баҡ, баҡ! Бәпәй килмәй бик оҙаҡ. Баҡ, баҡ! Итермен һине ҡунаҡ! Мәмәй көтә бер табаҡ. Экспедиция материалдарынан.
БАЛ I (Р: мёд; И.: honey; T: bal) и.
1. Бал ҡортоноң, иңкештең сәскә һутынан йыйып яһаған татлы ҡуйы матдәһе. □ Мёд. / Медовый. Дегәнәк балы. Ҡарабойҙай балы. Ҡомоҡҡан бал. Сәскә балы еҫе. Йукә балы менән сәй эсеу. Бал ҡыуғыс. Бал куҙәнәге. Бал тәме. Бал табышы. Бал йыйыу. Бал ҡыуыу. Йәш бал. Йылы бал. Иңкеш балы ла тәмле була. ■ Аңлашыла: бал айыртырға, айырылған кустәрҙе ситкә ебәрмәйенсә, икенсе ояға урынлаштырырға һәм башҡа ваҡ-төйәк эшкә өлгөрөргә кәрәк. В. Хәбиров. • Бал татлы, балдан бала татлы. Әйтем. Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым. Әйтем. Куп ашаһаң, бал да әсе була. Әйтем. Ҡорт саҡмайынса бал булмай. Әйтем. Бал тәмле тип бармаҡты тешләп булмай. Әйтем.
2. миф. Муллыҡ, һаулыҡ, байлыҡ символы (яңы тыуған балаға һәм туйҙа кейәу менән кәләшкә ҡаптыралар). □ Символ изобилия, здоровья, богатства (давали новорождённым, молодожёнам). ■ Бер ҡулың майҙа, бер ҡулың балда булһын. Теләктән.
БАЛ II (Р: брага; И.: mead; T: bal likörü) и.
Балдан йәки шәкәрҙән әсетелгән иҫерткес эсемлек. □ Брага, медовуха. Шәкәр балы ҡойоу. Бал балы эсеу. Бал әсетеу. Әсегән бал еҫе. Бал ҡойоусы. Әсе бал. ■ Әсәй, — тине Ғәлим, Йосоп өҫтәл эргәһенә килеп ултырғас, — һинең һитәле балдан ғына балың бар ине тугелме? Н. Мусин.
БАЛ III [рус. < фр. bal} (Р: бал; И.: ball; T: balo) и.
Бейеү кисәһе. □ Бал. / Бальный. Балға барыу. Бал бейеуе.
БАЛ IV и. диал. ҡар. сайыр 1. Ағас балы.
БАЛА I [дөйөм төрки бала ‘сабый’] (Р: ребёнок; И.: baby, infant, child; T: çocuk) и.
1. Йәше бәләкәй ҡыҙ йәки малай. □ Ребёнок, дитя; младенец; малыш. / Ребячий, детский, младенческий, малышовый. Имсәк бала. Баш бала. Кинйә бала. Бөркәнсекле бала. Ҡыҙ бала. Ир бала. Игеҙ бала(лар). Сей бала. Етем бала. Ата балаһы. Бала ҡараусы. Балалар уйынсығы. Бала имеҙеу. ■ Алтын көҙҙөң тәуге көндәре балаларҙың шат, сағыу тауышына кумелеусән. «Башҡортостан», 4 сентябрь 2010. • Ата-әсәгә икеләгелә бала, иллеләге лә бала. Әйтем. Бала бар йортта сер ятмай. Әйтем.
2. Кешенең улы йәки ҡыҙы. □ Сын или дочь (независимо от возраста). Бала табыу. Бала ҡарау. Бала уҫтереу. ■ Бала мөхәббәте ата менән әсә араһында уртаҡ икәнен балаларығыҙға ғәмәлдәрегеҙ менән белдерегеҙ. Р. Фәхретдинов.
3. эйл. ф. балам. Яратып, иркәләп әйтелә.
□ Родненький, родимый, родной, милый, дорогой, дитя моё. Әҙәм балаһы. ■ Сәрбиямал йәше етмешкә еткән әбей кеуек, «балам» тип һөйләргә ярата. Д. Бүләков. Йоҡла, балам, йом куҙең, йом-йом куҙең, куҙ нурым. Бишек йырынан.
4. Тереклектәрҙең яңы тыуған бәләкәсе.
□ Детёныш, плод, зародыш; личинка; расплод (пчёл). Йылан балаһы. Ҡарға балаһы. Айыу балаһы. Сысҡан балаһы. ■ Ғәбиттең Ғоратауҙан бөркөт балаһы алып ҡайтып, һунар ҡошо итеу теләге менән көн дә бит-
102