Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 103 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛАБАН
ләуҙәге шырлыҡҡа алып барып өйрәтеп йөрө-уе оҙаҡламай бөтә ауылға мәғлум булды. Ә. Әминев.
5. Сығышы менән ҡайҙа йәки нимәгәлер ҡараған кеше. □ Человек, по происхождению принадлежащий кому-то, чему-нибудь. Башҡорт балаһы. Ҡала балаһы.
6. купл. Бала-саға өсөн тәғәйенләнгән нәмәне белдергәндә ҡулланыла. □ Употребляется тогда, когда вещи, предметы, лица означают предназначение детворе. Балалар велосипеды. Балалар табибы. Балалар уйынсығы.
7. диал. Малай. □ Мальчик. Бер ҡыҙҙар юҡ, гел балалар тыуа. Экспедиция материалдарынан.
8. миф. Мифологияла ике донъя араһында торған, тәбиғәттән айырылып бөтмәгән, кеше статусына эйә булып өлгөрмәгән йән эйәһе. □ Ребёнок, дитя, пограничное по состоянию и статусу лицо. • Бала куп илаһа, кеше улә. Һынамыш.
♦ Ата балаһы берәүҙең ҡәҙерлеһе; әҙәм балаһы. □ Любимчик, любимое дитя. Ул да бит ата балаһы. Бала йәнле бала-саға өсөн өҙөлөп торған, бала яратҡан. □ Любящий детей душой (о человеке). Бала йәнле ҡарт. Бала йәнле кеше.
БАЛА II (Р.: маленький; И.: small; T.: küçük) с.
1. Бәләкәй. □ Маленький, небольшой. Бала мендәр. Бала шәл. Бала яулыҡ. Бала сана. Унда бала йылға ғына ағып ята.
2. Йәш. □ Молодой. Бала ҡайын. Бала йукә.
3. Йәше яғынан кесе, олоғайып етмәгән (йәнлек, ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Молодой (о животных, птицах). Бала әтәс. Бала айыу. Бала бесәй. Бала ҡорт.
4. Ваҡ. □ Мелкий. Бала сәс.
БАЛА АЛДЫ (Р: околоплодная жидкость; И.: fetal fluid; T.: amniyotik sıvı) и. диал.
Яралғыны уратып алған һыу. □ Околоплодная жидкость. Бала алды килгән.
БАЛА АЛДЫРЫУ (бала алдыр-) (Р: аборт; И.: abortion, miscarriage; T.: çocuk düşürme) ҡ.
Йөклөлөктән арыныу. □ Прерывание беременности; аборт. Бала алдырыуҙыц кире һөҙөмтәләре бик куп.
БАЛА АҢДЫУ (бала аңды-) ҡ. диал. ҡар. бала һаҡлау. ■ Баланы ен-шайтандан ҡырҡ көнгә ҡәҙәр аңдыйҙар. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА АРТЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ. Бала арты сыҡҡас та, кендек инәһенең эше бөтмәй әле.
БАЛА АТЛАТЫУ (бала атлат-) (Р: обряд, направленный на вызывание и поощрение первых шагов ребёнка; И.: kind of ethnographic rite; T.: bir tören türü) ҡ. этн.
Баланың тәүге аҙымдарын хуплау йолаһы. □ Обряд, направленный на вызывание и поощрение первых шагов ребёнка. Бала атлатыу йолаһы.
БАЛА АУЫҘЛАНДЫРЫУ (бала ауыҙландыр-) (Р: обычай первого кормления новорождённого; И.: sort of ethnographic rite; T.: bir tören türü) ҡ. этн.
Яңы тыуған балаға башлап ризыҡ (бал, май) ҡаптырыу. □ Обычай первого кормления новорождённого. ■ Сабый донъяға килгәс тә, бала ауыҙландырыу йолаһы уткәр-гәндәр. Экспедиция материалдарынан.
БАЛА БАҒЫУ (бала баҡ-) ҡ. ҡар. бала ҡарау.
БАЛАБАН [боронғо төрки палуан ‘ауға өйрәтелгән ыласын’] (Р: балобан; И.: saker falcon; T.: ulu doğan) и. зоол.
1. Ҡарға ҙурлығындағы һырты һарғылт көрән, һәр ҡауырһынының сите һары, ҡыҫҡа ҡойроғонда һары төҫтәге арҡыры һыҙыҡтары булған, тар оҙон ҡанатлы ҡош. Ҡая ташлы урмандарҙа йәшәй, асыҡ урында һунар итә. □ Балобан (лат. Falco cherrug). ■ Балабанды элек ауға йөрөу өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Э. Ишбирҙин.
2. диал. ҡар. балапан I.
103