БАЛА ҠАРАУСЫ
кендеген, һаҡланым, ул да баланы һаҡлай. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА КИЛТЕРЕҮ (бала килтер-) ҡ. диал. ҡар. бала табыу. Бала килтергән ҡатын.
БАЛА КҮҘӘНӘКТӘР (Р: клетки дочерние; И.: nascent cells; T.: yavru hücreler) и.
Ҡатарланған сағында яңы ғына бүленеп сыҡҡан күҙәнәктәр. □ Клетки дочерние. Бала күҙәнәктәр бүленеп сыҡҡан.
БАЛА КҮЛДӘГЕ (Р.: рубашка новорождённого; И.: baby shirt; T: bebeğin gömleği) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, үҙенә һаҡсыл ҡараш талап иткән, яңы тыуған балаға тәғәйенләп тегелгән күлдәк. Мифологияла баланың тәүге күлдәге уның ғүмерен, яҙмышын билдәләүсе бер предмет итеп ҡабул ителә. □ По представлениям, рубашка новорождённого, требующая к себе бережливого отношения. ■ Бала күлдәген эйлэндереп йыуырға, төнгә урамға ҡалдырырға ярамай, юҡһа бала ауырый. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА КҮРЕНЕҮ (бала күрен-) (Р: родиться; И.: be born; T.: doğmak) и. һөйл.
Бала донъяға килеү. □ Родиться. Бала таңда күренде.
БАЛА КҮРЕҮ (бала күр-) (Р: обряд посещения новорождённого; И.: traditional baby feast; T: bebek ziyareti) и. этн.
Яңы тыуған баланы туғандарының, яҡындарының, күршеләренең ҡотларға килеүе менән бәйле йола. □ Обряд посещения родными, близкими, соседями новорождённого и роженицы с поздравлениями. Туғандар бала күрергә килгән.
БАЛА КҮРПӘ (Р: шуба, сшитая из лоскутков лисьих шкур; И.: sort of a fur coat; T.: kürk türü) и. диал.
Төлкө тиреһе босҡағынан тегелгән әбей-ҙәр туны. □ Шуба, сшитая из лоскутков лисьих шкур для старух. Эбей бала күрпә кейеп алған.
БАЛАҠ (балағы) [боронғо төрки бағ олаҡ ‘балтыр’] (Р.: штанина; И.: trouser leg; T: baldırak) и.
Салбар, ыштандың төбөнән түбәнге яғы. □ Штанина. Салбар болағы. Киң балаҡ. Балаҡты төрөп ҡуйыу. Балаҡты ҡыҫҡартыу.
■ Ана Үмәр ҡарт өҫтөнә кәзәкей, бүрек кенә кейгән дә, аҡ ыштанының балаҡтарын өлтәңләтеп, ҡунаҡтарға ҡаршы сыҡты. һ. Дәүләтшина. Кәкре танаулы балыҡсы, ыштан балағын һыҙғанып, ҡармағына төтөндө. Ә. Бикчәнтәев.
♦ Балак буйы бик бәләкәй (балаға ҡарата). □ Очень маленького роста (о ребёнке). Балаҡ буйы балаға кеше ат тотторамы?
БАЛА ҠАБЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ.
■ Бала ҡабын киптереп, һандыҡ төбөнә һалып ҡуябыҙ. Экспедиция материалдарынан.
БАЛА ҠАҘАН (Р: котелок; И.: pot; Т.: pot) и.
Бәләкәй ҡаҙан. □ Котелок. Бала ҡаҙанда аш бешереү.
БАЛАҠАЙ и. ирк. ҡар. бала 2. Кейәү балаҡай. Килен балаҡай. ■ [Тәнзилә әбей — Сәғиҙәгә:] Балаҡайым, берүк ураҡҡа тотонма, йә яҙатайым бармағыңды ҡырҡып ебәрерһең. М. Тажи.
БАЛА ҠАПСЫҒЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ. Бала ҡапсығын киптереп һаҡлау.
БАЛА ҠАРАУ (бала ҡара-) (Р: ухаживать за ребёнком; И.: look (after); T: çocuğa bakmak) ҡ.
1. Балаға күҙ-ҡолаҡ булыу, тәрбиәләү-ашатыу. □ Присматривать, ухаживать за ребёнком. Бала ҡарарға ҡәйнәм килде.
2. Бала тәрбиәләү. □ Воспитывать ребёнка. ■ Әле йәш ғаилә Өфөлә йәшәй, Нил эшләп йөрөй, Рәсимә өйҙә бала ҡарай. «Юшатыр», 25 ғинуар 2011.
БАЛА ҠАРАУСЫ (Р: няня; И.: nanny; T: dadı) и.
Билдәле хаҡҡа ялланып балаға күҙ-ҡолаҡ булып, уны тәрбиәләп, ашатып тороусы. □ Няня. Бала ҡараусы булып эшләү.
■ Оҙаҡ ултырманылар, һаман табыш, килем хаҡында гәпләшә-гәпләшә, бала ҡараусы
105