Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 106 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛА ҠАРШЫЛАУ
менән хушлашырға ла онотоп, сығып киттеләр. Н. Игеҙйәнова.
БАЛА ҠАРШЫЛАУ (бала ҡаршыла-) (Р.: ритуалы магической встречи новорождённого повитухой; И.: kind of ethnographic rite; T.: bir etnografik tören) ҡ. этн.
Кендек инәһенең бала тыуҙырыу менән бәйле атҡарылған эш-хәрәкәте. □ Ритуально-магический сценарий родов новорождённого повитухой. ■ Бала ҡаршылау йолаһы үҙе ос өлөштән тора. Ф. Хисамитдинова.
БАЛАҠАС I и. ирк. ҡар. бала 1. ■ [Зәлифә — Таһира еңгәһенә:] Әйҙә, Заһит ағайым ҡайтҡас, ҡартәсәйем уны уҡытһын әле балаҡасты. Һ. Дәүләтшина.
БАЛАҠАС II и. диал. ҡар. йәлдәү. Мурҙаның балаҡасын имгәткәндәр.
БАЛА ҠАТАЙ (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуының бер өлөшө. □ Бала-ка-тай (название рода башкир китайцев). Бала катай ырыуы башҡорттары.
БАЛА ҠОЙОНДОРОУ (бала ҡойондор-) (Р: обряд первого купания ребёнка; И.: kind of a traditional rite; T.: bebeğin ilk banyosu) ҡ. этн.
Яңы тыуған баланы ҡойондороу йолаһы. □ Обряд первого купания ребёнка. Баланы ҡойондороу йола буйынса башҡарылырға тейеш.
БАЛА ҠОРТ (Р: отроек; И.: swarm; Т.: oğul) и.
Йәш күс. □ Отроек. Бала ҡорттар айырылып сыға башлай.
БАЛА ҠОТЛАУ (бала ҡотла-) ҡ. ҡар. бала күреү. Бала ҡотларға килеү.
БАЛА ҠОТО (Р: дух ребёнка; И.: spirits of children; T.: çocuk ruhu) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, тағы ла балалар йәнен саҡырыусы, үҙенә тартыусы, йәшәү көсө биреүсе бала. Ошондай бала тыуғас, ғаиләлә балалар ишәйә. □ Ребёнок, приносящий, призывающий, притягивающий жизненную силу, души детей. После рождения такого ребёнка в семье появляются и другие
дети. ■ Өләсәйең һине бала ҡото тине, һинән һуң ағайыңдың да, беҙҙең дә балалар үлмәне. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛАЛАЙКА [рус.] (Р: балалайка; И.: balalaika; T.: balalayka) и.
Рус халыҡ ҡыллы музыка ҡоралы. □ Балалайка. / Балалаечный. Балалайкала уйнау.
■ Был йылдарҙа, ысынлап та, үҙендә йәшлек теремеклеге тойған Иҙрис ҡарт балалайкала бик килештереп уйнаны. 3. Биишева.
БАЛАЛАЙКАСЫ (Р: балалаечник; И.: balalaika player; T.: balalaykam) и.
Балалайкала уйнаусы. □ Балалаечник. Балалайкасы сәхнәгә сыҡты.
БАЛАЛАНЫУ (балалан-) (Р: вести себя как ребёнок; И.: fall into one’s second childhood; T: çocuk gibi davranmak) ҡ.
Балаларса ҡыланыу, үҙеңде бала кеүек тотоу. □ Впадать в ребячество; вести себя как ребёнок. Балаланып һикереп йөрөмә, һин бит хәҙер еткән ҡыҙ.
БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ (Р: детский сад; И.: kindergarten; T.: çocuk yuvası) и.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү учреждениеһы. □ Детский сад. Ғаилә тибындағы балалар баҡсаһы.
■ Баланы балалар баҡсаһына биргәнгә тиклем бында эшләрһегеҙ. X. Тапаҡов.
БАЛАЛАР БҮЛМӘҺЕ (Р: детская комната; И.: nursery; T.: çocuklar odası) и.
1. Балаларға йоҡлар, уйнар өсөн тәғәйенләнгән бүлмә. □ Детская (комната). Балалар бүлмәһенә йыһаз һатып алыу.
2. Театр, сауҙа үҙәктәрендә баланы ваҡытлыса ҡалдырып тороу урыны. □ Детская комната (в театрах, торговых центрах). Балалар бүлмәһендә уйнау.
3. Полициялағы (элекке милициялағы) педагогик хеҙмәт күрһәтеү бүлеге. □ Детская комната полиции. Балалар бүлмәһендә иҫәптә тороу.
БАЛАЛАР ЙОРТО (Р: детский дом; И.: children’s home; T.: yetiştirme yurdu) и.
Етем балаларҙы дәүләт ҡарамағына алып тәрбиәләү учреждениеһы. □ Детский дом. Балалар йорто асыу. Балалар йортона
106