Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 107 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛАНАН ҠАЛЫУ
ярҙам курһәтеу. Балалар йортонда сығыш яһау.
БАЛАЛАРСА (Р.: по-детски; И.: as a child; T.: çocuk gibi) р.
Балаларға хас. □ По-детски. Балаларса ҡыланыш. ■ Шундай кеше йәнле ул Сибай Дауытов, эш уҙ тураһында булғанда, балаларса ярҙамһыҙ ҡала, бер нәмә лә эшләй алмай ине. Б. Бикбай.
БАЛАЛАТЫУ (балалат-) ҡ. йөкм. ҡар. балалау, понуд. от балалау. Бесәйҙе балала-тыу.
БАЛАЛАУ I (балала-) (Р: рожать; И.: kitten; T.: eniklemek) ҡ.
1. Бала килтереү (ҡайһы бер хайуандарға ҡарата). □ Рожать; котиться (о кошке, зайчихе)’, пороситься (о свинье). Сусҡа балалаған. Бесәй балаларға йөрөй.
2. диал. ҡар. бәрәсләү. Һарыҡ балалаған.
3. диал. ҡар. бала табыу. Балаларға йөрөу.
БАЛАЛАУ II (балала-) (Р: рассортировка зерна веялкой; И.: sorting (out) by a winnower; T.: kalburdan geçirmek) ҡ. диал.
Елгәргестән үткән ашлыҡтың ҡолаҡҡа айырылыуы. □ Рассортировка зерна веялкой. Ашлыҡ балалай.
БАЛАЛЫ (Р: имеющий детей; И.: having a baby; T.: çocuklu) c.
Балаһы булған. □ Имеющий детей, ребёнка. Балалы ҡатын. Куп балалы ғаилә. • Балалы йорт — баҙар. Әйтем.
БАЛАЛЫҠ (балалығы) (Р: детство; И.: childhood; T.: çocukluk) и.
1. Бала саҡ. □ Детство, младенчество. / Детский, младенческий. Балалыҡ осоро. Балалыҡ йылдарын һағыныу. ■ Ағымдағы йылдың Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителеуе ошо юҫыҡта эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуы, дәуләт ғаилә институтын, әсәлекте, балалыҡты ҡурсалауы хаҡында һөйләй. Г. Балтабаева.
2. Балаларға хас холоҡ. □ Ребячество, детская наивность. Балалыҡ курһәтеу. Ташла шул балалығыңды. Балалыҡтан сыға ал
мау. ■ Ә балалыҡ менән белмәгәнмен мин һуғыштың уйын тугелен. Ә. Атнабаев.
3. диал. ҡар. һуңғылыҡ. Бала ауырымаһын тип, балалыҡты йыуып, киптереп һаҡлайҙар.
БАЛАЛЫҠҠА АЛЫУ (балалыҡҡа ал-) ҡ. ҡар. уллыҡҡа алыу. Балалыҡҡа алыу сере.
БАЛАЛЫ ӨЙРӘК (өйрәге) и. диал. ҡар. балан ирәҡ.
БАЛАМУТ [монг. balamut] (Р: баламут; И.: troublemaker; T.: sorun çıkaran kimse) и. диал.
Донъя бутаусы, ҡотҡо һалыусы, ҡотҡосо. □ Баламут. Холҡо шундай баламут инде.
БАЛАМУТЛАНЫУ (баламутлан ) (Р: баламутить; И.: troublmake; T.: ortalığı karıştırmak) ҡ.
Баламут булып, донъя бутап, ҡотҡо һалып йөрөү. □ Баламутить.
БАЛАН [боронғо ҡыпсаҡ балан ‘балан’] (Р: калина; И.: arrowwood; T.: kartopu) и. бот.
1. Аҡ сәскә атып, ваҡ ҡына әсе ҡыҙыл емеш бирә торған ҡыуаҡ. □ Калина. / Калиновый (лат. Viburnum). Балан ҡыуағы. Балан сәскәһе. ■ Аҡ сәскә ата балан, кумелгәс гөлгә ялан. Р. Янбулатова. Яҙғы урман. Өйкөм балан. Сәскәләре ап-аҡтан. Г. Юнысова.
2. Шул ағастың емеше. □ Калина (плод этого дерева). Балан ҡағы. Балан һуты. Балан ҡыуағы. Баландан бәлеш бешереу.
■ Бына тиҙҙән ҡуянтубыҡ сығыр, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, көпшә шытыр, унан муйыл, ҡарағат, ҡымыҙлыҡ етешер, улар бөтпөугә бөрлөгән, балан өлгөрөр. 3. Биишева.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, насар көстәрҙе, ауырыуҙарҙы ҡыуыу көсөнә эйә булған магик емеш. □ Калина (мифологизированная ягода, применяемая в отгонной магии).
■ Тимрәу ҡалҡһа, балан менән һыҙғандар. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛАНАН ҠАЛЫУ (баланан ҡал-) ҡ.
1. ҡар. бала төшөү.
2. ҡар. аҡ биҙәү.
107