БАЛА ТАБЫУ ЙОРТО
кир, когда угощаешь беременную женщину, надо дать и долю ребёнка, иначе он будет бездольным, обделённым, неудачливым. ■ Бала өлөшөн бирмәһәң, бала өлөшһөҙ, ҡотһоҙ була. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛАПАН 1( Р.: птенец беркута, ястреба; И.: saker falcon’s nestling; T.: kaya kartalının yavrusu) и. зоол.
1. Бөркөт, ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың иң ныҡлы, көслө балаһы. □ Птенец беркута, ястреба (самый сильный и крупный) (лат. Aquila chrysaetos).
2. диал. Йыуантыҡ кеше. □ Толстяк.
3. миф. Көс һәм бөйөклөк символы.
□ Символ силы и могущества.
БАЛАПАН II (Р: грудной ребёнок; И.: infant; T: bebek) и. диал.
1. Бәпес, имсәк бала. □ Грудной ребёнок.
2. Сабый. □ Младенец.
БАЛАПАН III (Р: восьмушка; И.: the eighth part; T: sekizde bir) и. диал.
Әсмуха. □ Восьмушка. Бер балапан сәй алдым.
БАЛАПАН IV с. диал. ҡар. тос. Балапан башаҡтар.
БАЛА-САҒА (Р.: дети; И.: children; Т: çocuklar) и. йыйн.
Күмәк балалар. □ Ребята, дети, детвора. Бала-саға тауышы. ■ Шаулаша-көлөшә оҙаҡ итеп, кинәнеп һыу инделәр, бала-саға һымаҡ сумып уйнанылар... Р. Байымов. Миңлекәй анау бала-сағаны уҡытырға урынлаштырайым тип киткәндән ҡайтҡаны юҡ. һ. Дәүләтшина.
БАЛА-САҒАЛЫ (Р: многодетный; И.: having many children; T: çok çocuklu) c.
Бала-сағаһы күп булған. □ Многодетный, со многими детьми, с детворой. Бала-сағалы ғаилә.
БАЛА С АЙЫНДЫРЫУ (бала сайындыр-) ҡ. диал. ҡар. бала ҡойондороу.
БАЛА САҠ (бала сағы) (Р.: детство; И.: childhood; T: çocukluk (çağı) и.
Кеше ғүмеренең үҫмер йәшенә еткәнгә тиклемге осоро. Ғүмер циклдарының береһе.
□ Детство. ■ Ваҡыт машинаһы булһа ине,
бала саҡҡа сәфәр ҡылһа ине. М. Ямалетдинов.
БАЛА СЕБЕШ и. диал. ҡар. себеш I.
БАЛА СЕПЕЙ и. диал. ҡар. себеш I.
БАЛА-СУЛА и. диал. ҡар. бала-саға. Бала -сула ҡайҙан килеп тулды әле?
БАЛА-СҮРӘ и. диал. ҡар. бала-саға.
БАЛА СЫҒАРЫУСЫ ҠОШТАР
(Р.: птицы птенцовые; И.: altricial birds; T: anne yardımına muhtaç yavru) и. зоол.
Балалары йөнһөҙ, зәғиф һәм һуҡыр тыуа, үҫеп еткәнсе ата-инәләре аҙыҡ ташып ашата торған ҡоштар. □ Птицы птенцовые (лат. Nidicolae).
БАЛАҪ [фарс. (Р: палас; И.: carpet; T: hah) и.
1. Йөндән йәки сепрәктән ҡалын итеп һуҡҡан урын-ер ҡаралдыһы. □ Палас; тканый ковёр. / Ковровый. Йөн балаҫ. Сепрәк балаҫ. Аҫалы балаҫ. Буй(лы) балаҫ. Иҙән балаҫы. Балаҫ һуғыу. Балаҫ йәйеү. Балаҫ биҙәге. ■ Музыка яҙыуҙы мин келәм, балаҫ һуғыу эше менән дә сағыштырыр инем. Л. Исмәғилева. Хәҙер ауылда уның [Сәғүрә] шикелле оҫта итеп балаҫ, шаршау, таҫтамал, һөлгөләр һуғыусы башҡа берәү бармы? 3. Биишева. Бер заман бөтә баҫыу, бик ҙур ҡыҙыл балаҫ йәйеп ҡуйған төҫлө, ҡып-ҡыҙыл сәскә булып торҙо. Ә. Вәли.
2. диал. Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный самотканый половик. ■ Шулай уҡ һике өҫтөнә сепрәк балаҫ йәйелгән, бер-ике мендәр менән урын-ер нәмәләре лә күренә. Б. Бикбай.
БАЛА ТАБЫУ (бала тап-) (Р.: рожать;
И.: give birth (to); T: doğurmak) ҡ.
Донъяға килтереү, тыуҙырыу. □ Рожать. // Роды. ■ Ҡатыны бала тапҡанда, ир осло әйберҙәр — бысаҡ, ҡайсы, һәнәк — тоторға тейеш түгел. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА ТАБЫУ ЙОРТО (Р: родильный дом; И.: maternity hospital; T: doğumevi) и.
Ҡатындарға бала тыуҙырырға һәм бала тапҡандан һуң медицина ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән дауалау-профилактика йорто. □ Родильный дом. ■ Бала табыу йортонда, янында табип, шәфҡәт туташта-
109