Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 117 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛЛАСТ
БАЛҠЫУ (балҡы-) [төрки балҡы-‘балҡыу, ялтырау’] (Р.: сиять; И.: shine; Т.: balkımak) ҡ.
1. Көслө яҡтырыу, ныҡ ялтырау; балҡ итеү. □ Сиять, блестеть, сверкать, искриться; блистать. // Сияние, сверкание. Күктә йондоҙҙар балҡый. Йәшен балҡый. Ҡояш нуры балҡый. ■ Йондоҙом! һин һүнмә, балҡы үрҙә. Т. Ғәниева. Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы, күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо. С. Юлаев.
2. күсм. Шатлыҡ, ҡыуаныстан яҡтырыу (күҙгә, йөҙгә ҡарата). □ Сиять, блестеть от радости (о лице, глазах). // Сияние, блеск. Шатлыҡтан йөҙө балҡый. Күҙҙәрендә шатлыҡ балҡый. И Әммә күп тә үтмәй, уларҙың шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәренә ҡараңғылыҡ шәүләһе ята. М. Хужин.
БАЛ ҠЫУҒЫС (Р.: медогонка; И.: honey centrifuge; T.: bal ekstraktörü) и. умарт.
Балды кәрәҙҙән һурҙыра торған ҡулайлама. □ Медогонка.
БАЛҠЫШ I (Р: сияние; И.: radiance; Т.: balkır) и.
1. Ниҙәндер таралған, сағылған сағыу, көслө яҡтылыҡ. □ Сияние, блистание, сверкание, блеск. Сағыу балҡыш. Ҡояш нуры балҡышы. М Бына бер саҡ сәхнә тулып китте. Ундағы балҡыштан, ундағы рәхмәттән, йылы һүҙҙәрҙән, күңел нурынан зал да тотош балҡый башлаған кеүек булды. Г. Ғиззәтуллина.
2. Шатлыҡ, бәхеттән күҙҙең йылтыра-уы, сырайҙа шатлыҡ сағылышы. □ Сияние, блеск от радости (о лице). Йөҙҙәге балҡыш.
3. күсм. Ижади һәләттең юғары кимәле һәм уның сағылышы, талант. □ Гений. ■ й/р талант эйәһе Рәшит Назаровтың шиғри балҡышы үткән быуаттың бер сағыу өнө һәм биҙәге булып яңы заманға күсте. Ғ. Хөсәйенов.
БАЛҠЫШ II (Р: вспышка; И.: flash; Т.: flaş) и. техн.
Фото, кино төшөрөүҙә, техникала ҡапыл яҡтыртыу лампаһы. □ Вспышка. Балҡыш эшләмәне. Балҡышлы фотоаппарат.
БАЛЛ [рус. < фр. balle] (Р: балл; И.: point; T: kuvvet) и.
1. Берәй тәбиғәт күренешенең көсөн, ҡеүәтен үлсәү берәмеге. □ Балл./Балловый, -балльный. Штормдың көсө ун балға етте.
2. Уҡыусының өлгәшеүен һәм тәртибен билдәләй торған цифрлы баһа; отметка.
□ Оценка. Үтә торған балл. Юғары балл. Балл системаһы. Егерме балл йыйыу. Иң юғары балдар суммаһын йыйыу.
БАЛЛАДА [рус. < фр. ballade < лат. ballo ‘бейейем’] (Р: баллада; И.: ballad; T.: balad) и.
1. Хикәйәт йәки әкиәткә нигеҙләп яҙылған бәләкәй шиғри әҫәр. □ Баллада. / Балладный. Баллада жанры. Баллада уҡыу.
2. муз. Хикәйәләү стилендәге вокал әҫәр төрө. □ Баллада. ■ Йырҙар, романстар, балладалар, хор, инструменталь һәм симфоник әҫәрҙәр, опера, балет, театр спектаклдәренә музыка — бына уның ижад диапазонын билдәләүсе жанрҙар. Р. Шәкүр.
БАЛЛАНДЫРЫУ (балландыр-) (Р: делать медовым; И.: make sugary; T.: ballandırmak) ҡ.
Баллыға әйләндереү, баллы итеү. □ Подслащивать мёдом.
БАЛЛАНЫУ (баллан-) (Р: делаться сладким; И.: become sugary; T.: ballanmak) ҡ.
1. Баллыға әйләнеү, шәрбәтле булыу.
□ Делаться сладким; набирать нектар. Тәүге ҡырауҙан һуң миләш баллана төшә. Сәскә балланды.
2. Балға буялыу. □ Перемазаться, измазаться мёдом. • «Бал, бал», — тип кенә ауыҙ балланмай. Әйтем.
БАЛЛАСЛЫ (Р: с балластом; И.: having ballast; T.: balasth) с.
Балласы булған. □ С балластом, имеющий балласт. Балласлы карап.
БАЛЛАСТ [рус. < ингл. ballast] (Р: балласт; И.: ballast; T.: balast) и.
1. Ауырлыҡ өсөн һалынған йөк (карап аунаҡламаһын, аэростат ҡапыл күтәрелмәһен өсөн). □ Балласт (груз, помещаемый на судно, аэростат для регулирования подъёмной способности). / Балластный, бал
117