Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 119 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛСЫҠЛЫ
БАЛЛЫҠАЙ (Р.: молочай; И.: spurge; T.: sütleğen) и. бот. диал.
1. кар. һөтләгән.
2. ҡар. туҡранбаш.
БАЛЛЫ ТӘТӘЙ (Р.: туфли; И.: shoes; T.: ayakkabı) и. диал.
Аяҡ кейеме; туфли. □ Туфли. Яңы алған баллы тәтәйҙәремде кейеп алдым.
БАЛ-МАЙ (Р: благополучие; И.: wellbeing; T.: refahlılık) и. йыйн.
Именлек, етеш тормош символы. □ Символ материальной обеспеченности, достатка.
♦ Бал-май (йәки бал да май) өҫтөндә йөҙөү (йәки бал да май эсендә йәшәү) бер нәмәгә лә мохтаж булмайынса етеш тормошта йәшәү. □ соотв. Как (точно) сыр в масле. ■ [Әсәһе — Илһөйәргә:] Бер нәмәгә лә ҡыйынлыҡ, тарлыҡ кисермәнең, бал-май өҫтөндә йөҙөп кенә ауырлыҡһыҙ институтты бөтөрҙөң. X. Тапаҡов. Ҡәйүм ниңә бал да май эсендә йөҙә лә, Хәйрүш ниңә ғүмере буйы кеше типкеһендә? Ғ. Лоҡманов.
БАЛ-МАЙ ҠАПТЫРЫУ (бал-май ҡаптыр-) (Р: ритуальное угощение невесты и жениха мёдом и маслом во время свадьбы; И.: sort of folklore ceremony; T.: düğün töreni) ҡ. этн.
1. Туй ваҡытында кейәү менән кәләшкә изге теләктәр теләп бал һәм май ҡаптырыу йолаһы. □ Ритуальное угощение невесты и жениха мёдом и маслом во время свадьбы, сопровождающееся благопожеланиями.
2. диал. ҡар. ауыҙландырыу.
БАЛ МЕНЕҮ (бал мен-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛ ӨРҘӨРТӨҮ (бал өрҙөрт-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛПАН (Р: солидный; И.: staid; T: ağırbaşlı) и. диал.
Олпатлы. □ Солидный, степенный. • Бай булһаң, балпан бул. Мәҡәл.
БАЛПАН-БАЛПАН (Р: вразвалку; И.: waddling; T: badi badi) оҡш.
Ауыш-тыуыш хәрәкәтте белдергән һүҙ, алпан-толпан. □ Вразвалку, вперевалку, переваливаясь.
БАЛ ПЫШ ЫУ (бал пыш-) (Р: месить воск для выкачивания мёда; И.: knead the wax; T: balmumu yoğurmak) ҡ. диал.
Бал алыу өсөн кәрәҙ иҙеү. □ Месить воск для выкачивания мёда.
БАЛСЫҠ (балсығы) [дөйөм төрки бал-чыҡ ‘һаҙлы урын’] (Р: глина; И.: clay; T: balçık) и.
1. Һыуға иҙелеп, һылашып торған йомшаҡ тау тоҡомо. □ Глина. / Глиняный. Аҡ балсыҡ. Ҡара балсыҡ, һары балсыҡ. Энәде балсыҡ. Ҡыҙыл балсыҡ. Балсыҡ баҫыу. Балсыҡ менән һылау. Балсыҡ ҡаҙыу. Балсыҡ һауыт. Балсыҡ көршәк. Балсыҡ өй.
2. диал. Тупраҡ. □ Почва, земля, грунт.
3. миф. Башҡорт мифологияһында тәүге кеше әүәләнгән нәмә. □ Глина (мифологизированный предмет. По этиологическим мифам башкир, из неё создан человек). ■ Ҡайһы бер кеше балсыҡтан, икенселәре һыуҙан, өсөнсөләре уттан яралған. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛСЫҠ БАҘАР (Р: верхнее поперечное бревно дома; И.: upper cross beam; T: evin kirişi) и. диал.
Түшәм балсығын тотоп ята торған арҡыры бүрәнә. □ Верхнее поперечное бревно дома.
БАЛСЫҠ ҠОРО и. диал. ҡар. балсыҡ өмәһе.
ВАЛСЫҠЛАНЫУ (балсыҡлан-) ҡ. төш. ҡар. балсыҡлау. страд, от балсыҡлау. Валсыҡланған өй. Валсыҡланған бите менән ҡайҙа китеп бара икән?
БАЛСЫҠЛАТЫУ (балсыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. балсыҡлау. понуд. от балсыҡлау. Киленемдән мунсаны балсыҡлаттым әле.
БАЛСЫҠЛАУ (балсыҡла-) (Р: покрывать глиной; И.: smear with clay; T: balçık-lamak) ҡ.
1. Балсыҡ һөртөү; һылау. □ Покрывать, покрыть, мазать глиной. Өйҙө балсыҡлау.
2. Балсыҡҡа буяу. □ Запачкать глиной. Кейемеңде балсыҡлап бөткәнһең.
БАЛСЫҠЛЫ (Р: глинистый; И.: clayey; loamy; T: balçıklı) с.
119