БАЛСЫҠЛЫҠ
1. Балсыҡ ҡатыш. □ Глинистый, с примесью глины. Балсыҡлы биҙрә. Балсыҡлы һауыт.
2. Балсыҡҡа буялған. □ Запачканный глиной. Балсыҡлы итек. Балсыҡлы кейем.
БАЛСЫҠЛЫҠ (балсыҡлығы) (Р.: глинистая местность; И.: clayey ground; T.: killi yer) u.
Балсығы булған урын. □ Глинистая местность, глинище.
БАЛСЫҠ ӨМӘҺЕ (Р.: коллективная помощь; И.: callective help; T.: bir âdet) и.
Өй йәки башҡа биналарға балсыҡ һылау өсөн күмәкләп башҡарылған эш, өмә. □ Коллективная помощь по обмазыванию дома или других построек. Балсыҡ өмәһен уҙғарыу. Балсыҡ өмәһенә бөтөн урам йыйылды.
БАЛСЫҠТАШ (Р: суглинистый камень; И.: loamy stone; T.: killi taş) и.
Ер ҡатламдары аҫтында баҫылып, балсыҡтан яһалған таш. □ Суглинистый камень.
БАЛСЫҠ ҺАЛЫУ (балсыҡ һал-) (Р: обычай класть глину в изголовье покойника; И.: kind of ethnographic rite; T.: etnografik tören) ҡ. этн.
Мәрхүмде ерләгәндә, уға тороп ултырып фәрештәләрҙең һорауына яуап биреү өсөн уңайлы булһын тип, баш осона балсыҡ һалыу йолаһы. □ Обычай класть глину в изголовье покойника, чтобы ему на том свете было удобно сесть и давать ответы на вопросы ангелов. ■ Ләхет алғас, мәйеткә тороп ултырып яуап бирергә уңайлы булыр тип, яҫтыҡ һымаҡ итеп балсыҡ һалыу йолаһы бар. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛСЫМАҠ с. диал. ҡар. бысый.
БАЛТА [боронғо төрки болту ‘балта’] (Р: топор; И.: ахе; T.: balta) и.
1. Сабып ҡырҡыу, юныу өсөн хеҙмәт иткән яҫы йөҙлө, ялпаҡ төйҙәле, оҙон һаплы ҡорос ҡорал. □ Топор. / Топорный. Балта йөҙө. Балта мороно. Осло балта. Тараҡ балта. Балта оңғоһо. Балта ҡыны. Балта төйҙәһе. Балта һабы. Балта һағағы. Бал
та ҡыны. Балта менән сабыу. Балта менән ярыу. ■ Бына һеҙ үҙегеҙ тупар балта, һыныҡ тешле бысҡы тотоп эшкә килгән балта оҫтаһына, ватыҡ трактор менән баҫыуға сыҡҡан механизаторға нимә тиер инегеҙ? Г. Ғиззәтуллина. • Балтаңа ҡарап ағас һайла. Әйтем.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, яман көстәрҙән һаҡлаусы мифлаштырылған нәмә. □ Топор (мифологизированный предмет; входит в ряд острых, колющих предметов-оберегов от злых сил). Ҡырҙа йоҡлағанда баш осона балта, кәрәк, һәнәк, салғы йә ат ҡамыты, ыңғырсағы һалып йоҡлау йолаһы бар.
♦ Балта сабыу үҙеңә йә башҡаларға зыянлы эш эшләү. □ Делать вред себе или другим. ■ [Ғәбит:] Үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба әҙәм балаһы. Ул ҡасан да булһа язаһын аласаҡ, ахырызаман киләсәк. Ә. Әминев. Үҙ бәхетеңә үҙең балта сабаһың һин. Бар, ялын, кире алһындар. Ғ. Ғүмәр. Ауылдаштарының терәгенә балта сабыуҙа, йыртҡыслыҡта ҡыуаныс табыуы — Ныязғолдоң рухи-әхлаҡи яҡтан тарҡалыуының бер баҫҡысы. М. Минһажетдинов. Үҙҙәренең бәхетле йәшлегенә, мөхәббәтенә, өмөтөнә балта сапҡан дошманға ҡаршы көрәшкә сыҡты улар. Ф. Рәхимғолова. Балта һабы ҡыҫҡа бик ҡыҙыу, яндырай. □ Горячий, пылкий. Балта һорағанға кәрәк биреү һүҙ айышын аңламай хәбәр һөйләү, яуап биреү. □ соотв. Тот про Фому, а он про Ерёму (о неуместном ответе), букв. Просящему топор — лопату. Балтаға бысаҡ килеү талаш-тартышҡа инеү, янъяллашыу. □ Скандалить, ссориться с кем. Балтаһы үтмәү көсө, барымы етмәү бер эшкә. □ Не осилить. ■ [Рахмай:] Мәктәпкә бара алмай ул. Ундай ергә балтаһы үтмәй Алағанаттың. К. Кинйәбулатова. Балта менән һумлау килбәтһеҙ эшләү. □ Делать грубо. Быныһы балта менән һумлағандай насар эшләнгән. Балтаһы һыуға китеү етем ҡалыу. □ Остаться сиротой. Балтаһы һыуға төшкән кәйефе юғалып, күңелһеҙләнеп торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Повесил
120