Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 122 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛТА ӘПСЕНЕ
бала тыуһын тип, мендәр аҫтына балта һалып йоҡлай. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛТА ӘПСЕНЕ (Р.: заговор топора; И.: axe exorcism; T.: balta büyüsü) и. миф.
Балта тотҡанда уҡыла торған әпсен.
□ Заговор топора. ■ Балта әпсене: берәм-бәрәм, икәм-китәм, өсәм-сәсәм, дуртәм-төртәм, бишәм-бешәм, алтам-ватам, етәм-этәм, ауыр балтам, алтын балтам. Экспедиция материалдарынан.
БАЛТЛАУ (балтла-) (Р.: сиять; И.: shine; T.: balkımak) ҡ. диал.
Балҡыу. □ Сиять, светить; светиться; сверкать. Урамда уттар балтлай.
БАЛТҮТӘЙ (Р: тётя; И.: aunt; T.: teyze) и. диал.
Үҙеңдән өлкән туған тейешле ҡатын-ҡыҙға иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Тётя (форма ласкового обращения к старшей родственнице). Балтутәйем ҡайтҡан.
БАЛТЫР [боронғо төрки баҡал-тыр ‘бәкәл һөйәге’] (Р: голень; И.: shin; T: baldır) и. анат.
1. Аяҡ енсегенең йыуан ере; бурбай.
□ Голень. Балтыр ите. Балтыр һөйәге.
2. диал. Бот ите. □ Ляжка. Балтырҙары ябыҡ.
БАЛТЫРҒАН [боронғо төрки бал-тар ‘йәш үлән’] (Р: борщевик; И.: hogweed; T: maydanoz türü bir bitki) и.
1. бот. Көпшә һабаҡлы, киң киртләс япраҡлы, сатыр сәскәле күп йыллыҡ үлән (йәш сағында япрағын, көпшәһен ашайҙар).
□ Борщевик, борщевник (лат. Heracleum). Балтырған ашы. ■ Икәуләшеп бесән сапҡан урҙә, сәй ҡайнатҡан талдар төбөндә. Балтырғандар бәбәктәрен һуҙып, еҫ аңҡытып торған ҡулдарҙа. Р. Ғарипов. Яҙын һәм йәйен балтырған менән кесерткәндән аш бешергәндәр. «Ағиҙел», № 5, 2011.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, һаҡлаусы, һаулыҡ һәм көс биреүсе үҫемлек. □ Борщевик (мифологизированное растение — оберег, символ жизни, здоровья и силы). ■ Балтырған ашын өс тапҡыр ашаған
йыл буйы ауырымаҫ. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛТЫР ТАРАУ (балтыр тара-) (Р: обычай угощения соседей, родных после проводов гостей; И.: treat neighbors after a party; T.: partiden sonra yemek ikram etmek) ҡ. этн.
Ҡунаҡтан ҡалған аш-һыу менән күрше-тирәне, туған-тыумасаны һыйлау йолаһы. □ Обычай угощения соседей, родных после отъезда гостей. Куршеләрҙе балтыр тарарға саҡырҙым.
БАЛУАН и. диал. ҡар. бәһлеүән. Балуан егет.
БАЛ ҮҪЕМЛЕГЕ и. бот. диал. ҡар. күк һөтләгән.
БАЛ ҺИПТЕРЕҮ (бал һиптер-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛ ҺЫҒЫУ (бал һыҡ-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛ ҺЫҠТЫРЫУ (бал һыҡтыр-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛ ҺЫУҺАРҘАРЫ (Р: медоеды; И.: honey badgers; T.: bal porsuğu) и. зоол.
Африкала һәм Азияның көньяғында йәшәй торған, тышҡы ҡиәфәте бурһыҡҡа оҡшаған йыртҡыс йәнлектәр. □ Медоеды (лат. Mellivora capensis).
БАЛЫҒЫУ (балыҡ-) ҡ. диал. ҡар. бығыу I.
БАЛЫҠ (балығы) [дөйөм төрки балыҡ ‘балыҡ’ < бал(а) ‘еүешлек’] (Р: рыба; И.: fish; T.: balık) и.
1. зоол. Айғолаҡлы, йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге. □ Рыба. / Рыбный, рыбий (лат. Pisces). Аҡ балыҡ. Балыҡ ите. Балыҡ майы. Балыҡ һурпаһы. Балыҡ тәңкәһе. Балыҡ ыуылдырығы. Балыҡтотоу. Балыҡ урсетеу. Балыҡ ыҫлау. Көмрө балыҡ. Ҡыҙыл балыҡ. Аквариум балығы. Балыҡ ағы. Балыҡ ҡанаты. Балыҡ ыуылдырығы. Балыҡ ыҫлатҡыс. • Балыҡ бирһәң бәйләп бир, башын-куҙен сәйнәп бир. Мәҡәл. Балыҡ майлы ер эҙләй, әҙәм яйлы ер эҙләй. Мәҡәл. Балыҡ тотһаң, башынан тот. Әйтем.
122