Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 124 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЛЫҠСЫЛЫҠ
БАЛЫҠСЫЛЫҠ (балыҡсылығы) (Р.: рыболовство; И.: fishing; fishery; T.: balıkçılık) и.
Хужалыҡтың балыҡ үрсетеү, тотоу менән шөғөлләнгән тармағы. □ Рыболовство./ Рыболовный, рыболовецкий. Балыҡсылыҡ хужалығы. Балыҡсылыҡ шөғөлө. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү. ■ Ата-бабаларыбыҙҙың борон тиҫтәләгән генә түгел, йөҙәрләгән, меңәрләгән баш мал-тыуар аҫрауы, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм башҡа күп төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүе бар донъяға билдәле. «Ватандаш», № 8, 2011.
БАЛЫҠСЫ ӨЙРӘК (балыҡсы өйрәге) (Р: крохаль; И.: mergus; T.: testeregagalı ördek) и. зоол.
Сыйылдап оса торған ҡыҙғылт башлы күгелйем өйрәк; беле өйрәк. □ Крохаль (лат. Mergus).
БАЛЫҠСЫ ТУРҒАЙ (Р: зимородок; И.: halcyon; T.: bayağı yalıçapkını) и. зоол.
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, ҡыҫҡа ғына ҡойроҡло, оҙон суҡышлы, арҡаһы, ҡойроғо ялтырауыҡлы ҡуйы зәңгәр, кәүҙәһенең аҫ яғы ҡыҙғылт ерән айғолаҡтары менән тын алыусы һыу ҡошо; тәтәй ҡош, ожмах ҡошо. □ Зимородок (лат. Alcedo atthis). ■ Балыҡсы турғай, ғәҙәттә, ҡоро ботаҡта, тамырҙа йәки таш өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ғына балыҡ һағалап ултыра. Э. Ишбирҙин.
БАЛЫҠ ТОТОУ (балыҡ тот-) (Р: рыбачить; И.: fish (for); T.: balık tutmak) ҡ.
Ҡармаҡ, ay һәм башҡа ысулдар менән балыҡ эләктереү. □ Рыбачить. // Рыбалка. ■ Тау-урман башҡорттарының йәнлек тиреһе менән яһаҡ түләгәнлектән, һунарға йөрөү, йәнлек аулау, балыҡ тотоу, ҡорт аҫрау төп кәсептәре булған. М. Өмөтбаев.
БАЛЫҠ ТӘҢКӘҺЕ (Р: чешуя; И.: scale; T.: balık pulu) и.
Балыҡтың тәнен ҡаплаған түңәрәк ваҡ ҡабырсаҡтар рәүешендәге йылтыр йоҡа мө-гоҙ матдә. □ Чешуя. Балыҡ тәңкәһе таҙартыу.
БАЛЫҠ ҮРСЕТЕҮ (балыҡ үрсет-) (Р.: рыбоводство; И.: fish breeding; T.: balıkçılık) ҡ.
Йылғаларҙа, күлдәрҙә, быуаларҙа мөһим төр балыҡтарҙы яһалма рәүештә үрсетеү һәнәре һәм хужалығы. □ Рыбоводство. Балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеү.
БАЛЫҠ ҮРСЕТЕҮСЕ (Р: рыбовод;
И.: fish breeder; T.: balıkçı) и.
Балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән кеше. □ Рыбовод. Балыҡ үрсетеүселәр күлгә көн дә килә.
БАЛЫҠ ҺӨТӨ и. ҡар. балыҡ ағы.
БАЛЫҠ ҺУРПАҺЫ (Р: уха; И : fish soup; T.: balık çorbası) и.
Балыҡ һалып бешерелгән аш. □ Уха. Балыҡ һурпаһы бешереү. Балыҡ һурпаһы ашау.
БАЛЫҠ ҺУРПАҺЫ ЭСЕҮ (Р: голодать; И.: stavve; T.: açlık çekmek) ҡ. диал.
Асығыу. □ Голодать. Балыҡ һурпаһын эсерә был тормош.
БАЛЫҠ ЫҪЛАТҠЫС (Р: рыбокоптильня; И.: smoking shed for smoking fish; T.: kandil) и.
Балыҡ ыҫлау урыны. □ Рыбокоптильня. Балыҡ ыҫлатҡыста эшләү.
БАЛЫҠ ЯҢАҒЫ и. диал. ҡар. айғолаҡ.
БАЛЫУАН I и. диал. ҡар. бәһлеүән. Ба-лыуан бер егет.
БАЛЫУАН II и. диал. ҡар. тыйғыса.
Борғосаны балыуан менән нығытып ҡуйыу.
БАЛЬЗАМ [рус. < лат. balsamum < гр. balsamon < ғәр. balasan] и. ҡар. бәлзәм.
БАЛЬЗАМЛАУ (бальзамла-) ҡ. ҡар. бәлзәмләү.
БАЛЬЗ АМ Л Ы с. ҡар. бәлзәмле.
БАЛЬНЕОЛОГ [рус.] (Р: бальнеолог;
И.: balneologist; T.: balneolog) и.
Бальнеология буйынса белгес. □ Бальнеолог.
БАЛЬНЕОЛОГИК (Р: бальнеологический; И.: balneological; T.: balneoloji) с.
Бальнеологияға ҡараған. □ Бальнеологический. Бальнеологик тикшеренеүҙәр.
124