Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 126 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАНДЕРОЛЬ
Артҡа ҡайырып бәйләп йөрөмәле яулыҡ. □ Бандана. Бандана ябыныу.
БАНДЕРОЛЬ [рус. < фр. banderole] (Р.: бандероль; И.: parcel; T.: küçük paket) и.
1. Почта аша ебәрелгән ҙур булмаған әйберҙәр. □ Бандероль (небольшое почтовое отправление). Бандероль ебәреу.
2. Почта аша ебәрелгән нәмәләрҙе төргән ҡағыҙ. □ Бандероль (бумажная лента для упаковки книг). / Бандерольный. Бандероль менән хат ебәреу.
3. Пошлина түләнгәнлеген күрһәтеү өсөн тауарға йәбештерелгән ҡағыҙ. □ Бандероль (наклейка на товаре, подлежащем пошлине как свидетельство их уплаты). ■ [Салих] һары ҡағыҙҙан бер әсмухә тәмәке һыйырлыҡ ҡап яһай, уға тәмәке тултыра ла бандероль йәбештерә. X. Мохтар.
БАНДИТ [рус. < ит. bandito] (Р: бандит; И.: gangster; T.: eşkıya) и.
Бандала йөрөгән кеше; талаусы кеше, башкиҫәр, юлбаҫар. П Бандит. / Бандитский. Бандиттар өйөрө. Бандиттарса һө-жум. ■ Эш былай: милицияның оператив төркөмө бандиттарҙы әлеге ҡалаға яҡын дачала барып ҡулға алды. Д. Бүләков.
БАНДИТЛЫҠ (бандитлығы) (Р: бандитизм; И.: gangsterism; T.: eşkıyalık) и.
Башкиҫәрлек. □ Бандитизм. Бандитлыҡта йөрөу. Бандитлыҡ ҡылыу. Бандитлыҡ менән шөғөлләнеу.
БАНДУРА [рус. < пол. < боронғо грек. bandura] (Р: бандура; И.: bandura; Т.: bandura) и.
Украиндарҙың күп ҡыллы, киң грифлы сиртмә музыка ҡоралы. □ Бандура. Бандурала уйнау.
БАНДУРАСЫ (Р: бандурист; И.: bandura player; T.: banduracı) и.
Бандурасы. □ Бандурист. Бандурасылар капеллаһы.
БАНИ [ғәр. û^| (Р: строитель; И.: builder; T.: inşaatçı) и. иҫк.
Төҙөүсе. □ Строитель, конструктор. Бани булып эшләу.
БАНК [рус. < фр. йбшф/е] (Р: банк; И.: bank; T: banka) и.
1. Эре финанс учреждениеһы. □ Банк (финансовое учреждение). / Банковский, банковый. Дәуләт банкыһы, һаҡлыҡ банкыһы. Коммуналь банк. Банк хеҙмәткәре. Тышҡы сауҙа банкыһы. Банкыға аҡса һалыу. Банк системаһы. Интернет-банк. ■ Был ваҡытта инде Ҡолғәле Британия банкыһында һәйбәт кенә аҡса туплағайны. Ғ. Хисамов.
2. Ҡайһы бер кәрт уйынында конға һалынған билдәле аҡса суммаһы. □ Банк (денежная сумма в карточной игре). Банк отоу. Банк сөйөу. ■ [Индрил] ҙурыраҡ банк отһа: «Очко!» — тип ҡысҡырып ебәрә, кәрттәрен ырғыта һалып, аҡсаларҙы уҙенә тартып ала. Д. Юлтый.
3. кусм. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр тупланмаһы. □ Банк (данные, собранные для каких-л. целей). Компьютерға һалынған мәғлумәт банкыһы.
БАНКА [рус. < пол. banka] (Р: банка; И.: jar; T: kavanoz) и.
1. Ғәҙәттә, цилиндр рәүешендәге быяла, ҡалай һауыт. □ Банка (посуда). / Баночный. Кайнатма банкаһы.
2. мед. Дауалау өсөн тәнгә ултыртыла торған бәләкәй генә быяла һауыт. □ Банки (стеклянный сосуд). Банка ҡуйыу.
БАНКЕТ [рус. < фр. banquette] (Р: банкет; И.: banquet; T: ziyafet) и.
Берәй тантана хөрмәтенә ойошторолған һый. □ Банкет. / Банкетный. Эшлекле банкет. Банкет ойоштороу. Банкетҡа саҡырыу ҡағыҙы алыу.
БАНКЕТ-КОКТЕЙЛЬ [рус. < фр. banquette + ингл. coctail] (Р: банкет-коктейль; И.: cocktail party; T.: kokteyl) и.
Банкет залында өҫтәл ҡуйылмай, эсемлек һәм һый батмустарҙа таратыла торған банкет. □ Банкет-коктейль. Банкет-коктейль ойоштороу.
БАНКИВ ТАУЫҒЫ (Р: курица красная кустарная; И.: red junflefowln (hen); T.: bankiva tavuğu) и. зоол.
126