Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 127 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАП
Һиндостанда йәшәгән ҡырағай тауыҡ.
□ Петух банкивский (птица рода диких кур), курица красная кустарная (лат. Gallus gallus). Йорт тауыҡтары банкив тауығынан таралған.
БАНКИВ ӘТӘСЕ и. ҡар. банкив тауығы.
БАНКИР [рус. < нем. Banqier < фр. banquier] (Р.: банкир; И.: banker; T.: bankacı) и.
Банк хужаһы йәки банкының эре акционеры. □ Банкир. / Банкирский. Банкир булып китеу. Банкир кантораһы.
БАНКНОТ [рус. < ингл. bank-note] (Р.: банкнот; И.: bank note; T.: banknot) и.
Әйләнештә йөрөгән ҡағыҙ аҡса. □ Банкнот. Милли валюта банкноттары. Яңы банкнот.
БАНКНОТА [рус. < ингл. bank-note] и. ҡар. банкнот.
БАНКОМАТ [рус. < фр. banque ‘банк’ + гр. automates ‘үҙ аллы хәрәкәт итеүсе’] (Р: банкомат; И.: cash machine; T.: bankamatik) и.
Банк картаһы ярҙамында ҡулаҡса алыу аппараты. □ Банкомат. Банкоматтан аҡса алыу.
БАНКРОТ [рус. < нем. Bankrott\ (Р: банкрот; И.: bankrupt; T.: müflis) и.
Бурысҡа батып бөлгән кеше йәки ойошма. □ Банкрот. Банкротҡа сығыу. Банкрот ойошма. ■ Мәҫәлән, ваҡытында сәнәғәт предприятиеларын банкрот хәленә еткереп, арзан хаҡҡа һатып алдылар ҙа, уларҙы яңынан юғары хаҡҡа һаттылар. Р. Аҙнабаев.
БАНКРОТЛАНЫУ (банкротлан-) (Р: обанкротиться; И.: go broke; T.: iflas etmek) ҡ.
Банкрот булыу, банкротҡа әйләнеү.
□ Обанкротиться. Банкротланған ойошмалар.
БАНКРОТЛЫҠ (банкротлығы) (Р: банкротство; И.: bankruptcy; T.: iflas) и.
Бурысҡа батҡан, бөлгән хәл. □ Банкротство. Сәйәси банкротлыҡ. Банкротлыҡҡа төшөу. ■ Әгәр ошо изге төшөнсәләребеҙҙән дә яҙһаҡ, дәуләт тип аталған иң юғары идара итеу корпорацияһы уҙе лә, уның армияһы
ла банкротлыҡҡа дусар буласаҡ. В. Бәҙретдинов.
БАНК ТЕРМИНАЛЫ [рус ] (Р: бан ковский терминал; И.: paycard appliance; T.: banka terminali) и.
Сауҙа нөктәләрендә банк картаһы менән түләү аппараты. □ Банковский терминал. Сауҙа уҙәгенә банк терминалы ҡуйылған.
БАННЕР [рус. < ингл. banner ‘байраҡ’] (Р.: баннер; И.: banner; T.: aftiş) и.
Реклама маҡсатындағы текст йәки һүрәт.
□ Баннер. Баннерҙар әҙерләу.
БАНТ [рус. < нем. Band ‘таҫма’] (Р.: бант; И.: bow; T.: fiyonk) и.
Элмәкләп бәйләнгән таҫма. □ Бант. Ҡыҙыл бант. Зәңгәр бант. Бант бәйләу.
БАНТИК (бантигы) [рус.] (Р: бантик; И.: small bow; T.: fiyonk) и.
Бәләкәй генә бант. □ Бантик. Ҡыҙыҡай башына ал бантик таҡҡан.
БАНЫУ [фарс.Л ] (Р; дама; И.: lady; T.: hanım) и. иҫк.
Бикә, ханым. □ Дама, госпожа. Баныуҙар булмәһе.
БАОБАБ и. [рус. < эф. baobab] (Р: баобаб; И.: baobab; T.: baobap) и. бот.
Бик йыуан олонло, тарбаҡ сатырлы тропик ағас. □ Баобаб (лат. Adansonia digitata). Баобаб олоно.
БАП I (бабы) и. ҡар. баб.
БАП II (бабы) [ғәр.-фарс. ‘яраҡлы, урынлы’] (Р: присмотр; И.: care; T.: terbiye) и. иҫк.
Тәрбиә, ҡәҙер. □ Присмотр; попечение, уход. Баплы бала. ■ Бапһыҙ булған аҡ толпар сапһа ла быуынын яҙа алмаҫ. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
БАП III (бабы) [ғәр.-фарс. ‘яраҡлы, лайыҡлы, урынлы’] (Р: мастерство; И.: mastery; T.: ustalık) и. диал.
Оҫталыҡ. □ Мастерство. Ул аш-һыу тирәһенә төплө баплы. Төрлө эшкә баплы ғына инде ул.
127