БАРАҠ
Ваҡытлыса йәшәү өсөн ағас йәки таҡтанан эшләнгән йорт. □ Барак. Эшселәр барагы. Баракта тороу. ■ Тәҙрә урынына таҡта ҡапланған ташландыҡ һыуыҡ баракта Сәйфетдин менән Хисмәтулла оҙаҡ ултырып сыҙай алманы. Я. Хамматов.
БАРАҠ [боронғо төрки бараҡ ] (Р.: волосатый; И.: hairy; T.: kıllı) с.
1. Оҙон йөнлө, йөнтәҫ. □ Волосатый; мохнатый; лохматый; косматый. ■ Бараҡ ауыҙлы ялбыр ҡара эт .. ҡапыл уға [Айбу-латҡа] ташланды. Һ. Дәүләтшина.
2. Эттең төрө. □ Порода собак.
БАРАМАН (Р.: близкий человек; И.: close person; T.: tanıdık) и. иҫк.
Таныш кеше; белеш. □ Знакомый человек; друг. Бараманын осратыу. Бараманы менән һөйләшеу. • Бараманың бар булһа, барып айран эсерһең. Мәҡәл.
Б АРАМ АТ (Р: человек, шатающийся по деревне; И.: person knocking about the village; T: aylak aylak dolaşan kimse) и. диал.
Ауылсы. □ Человек, шатающийся по деревне. Барамат булып йөрөу.
БАРАНКА [рус. J (Р: баранка; И.: steering wheel; T.: direksiyon) и. һөйл.
Автомобилдең дүңгәләк рәүешендәге руле. □ Баранка, руль. ■ [Сөләймән] баранканы бер туҡтауһыҙ борғолаған шофёрҙың хәрәкәтен куҙәтте. Я. Хамматов. Ҡолоевтың баранканы тартып алырға етешкән саҡтары була торғайны. Р. Солтангәрәев.
БАРА-ТОРА (Р: постепенно; И.: gradually; T: yavaş yavaş) р.
Купмелер ваҡыттан һуң; аҡрынлап, тора-бара. □ Постепенно, со временем. ■ Бара-тора Өйрәнсектең тупаҫ балсыҡ көршәктәренә көн бөткән. 3. Биишева. Бик борондан булғанмы, Йәнбирҙе уҙе ҡылғанмы, бара-тора шул ерҙә йола булып киткәнме. «Урал батыр».
БАРАУАЙҺЫҘ (Р.: беззастенчивый; И.: unblushing; T: küstah) с. диал.
Тупаҫ, мәғәнәһеҙ. □ Беззастенчивый, бесцеремонный. Бигерәк барауайһыҙ инде ул.
БАРБАРИС [рус. < лат. berberis] (Р: барбарис; И.: barberries; T: kadıntuzluğu) и.
1. бот. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге ваҡ ҡына әсе емеш биргән сәнскәкле көньяҡ ҡыуағы. □ Барбарис (лат. ber beris). Ябай барбарис. Барбарис ҡыуағы.
2. Шул ағастың емеше. □ Барбарис. Барбарис ҡайнатмаһы.
3. Карамель төрө. □ Сорт кисло-сладкой карамели.
БАРҒЫЛАУ (барғыла-) (Р: захаживать; И.: drop in; T: uğramak) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ барыу. □ Захаживать. // Захаживание. Барғылап йөрөу. ■ Ҡәҙермәт барғылап сыҡҡан саҡтарҙа: «Нимә кәрәк, ағай? Ситтә көн иткән кешегә табырға тырышырбыҙ», — тип яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Н. Мусин.
БАРД [рус. < кельт, bardos] (Р: бард; И.: bard; T: şair) и.
Үҙ әҫәрен башҡарған музыкант. □ Бард.
БАРЕЛЬЕФ [рус. < фр. bas-relief] (Р: барельеф; И.: bas-relief; T: barelyef) и.
Яҫылыҡ өҫтөндә ҡабартып, яртылаш ҡалҡытып, әүәләп эшләнгән биҙәк йәки һүрәт, скульптураның бер төрө. □ Барельеф. Барельеф ҡуйыу. Барельеф һурәт.
БАРЖА [рус. < фр. barge] (Р: баржа; И.: barge; T: mavna) и.
Бункер йәки эткес ярҙамында йөрөтөлә торған яҫы төплө ҙур йөк кәмәһе. □ Баржа. Баржаға иген тейәу.
Б АРИ [ғәр. is jb ‘бар ҡылыусы, яратыусы’] (Р: создатель; И.: creator; T: yaratıcı) и. иҫк.
Бар ҡылыусы, яратыусы. □ Создатель, созидатель. Бар ғаләмде бари яратҡан.
БАРИД I [ғәр. ‘һыуыҡ, һалҡын’] (Р: холод; И.: cool; T.: serinlik) и. иҫк. кит.
Һыуыҡ, һалҡын. □ Холод, прохлада. ■ Мулла Ғәлимйән барид шул, йәнгә бик һалҡын бата. Булмаһа һалҡын яғы, булмаҫмы ине алтын ата? Ш. Бабич.
БАРИД II [ғәр. -JjL ‘Һыуыҡ’] (Р: холодный; И.: cool; T.: soğuk) с.
Һыуыҡ. □ Холодный, прохладный. Көҙгө барид ел.
130