Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 427 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮЛКӘТ
Булк-булк итеу. Булк-булк килеу. ■ Фляга эсендә нимәлер булк-булк сайҡалып килә. Й. Солтанов.
БҮЛКЕЛДӘҮ (бүлкелдә-) (Р.: булькать; И.: gurgle; T.: şırıldamak) ҡ.
Бүлк-бүлк итеү, бүлк-бүлк килеү. □ Булькать. Шыйыҡлыҡ булкелдәп бара. Булкелдеге сығыу. ■ Эт, булкелдәгән тауыштар сығара-сығара, башын тәрән кәструлгә тыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Эргәмдә генә булкелдәп шишмә сығып ятҡанын ишетәм. М. Кәрим.
БҮЛК ИТЕҮ (бүлк ит-) (Р: булькать; И.: gurgle; T.: şırıldamak) ҡ.
Шыйыҡлыҡ сайҡалғанда, тар муйынлы һауыттан түгелгәндә йәки һыу аҫтынан һауа ҡалҡҡанда сыҡҡан тауыш сығарыу; бүлкелдәү. □ Булькать. Шәрегә баҫҡан һайын һыу булк итеп ҡала.
БҮЛКӘ (Р: отсек; И.: compartment, section; T.: bölme) и.
1. Бер бөтөн нәмәнең айырым бер өлөшө; бүлек, бүлкәс. □ Отсек, отделение; часть, кусок. Тартманың бер булкәһе. Шоколадтың бер булкәһе. һарымһаҡ булкәһе. ■ Артабан .. тауҙар китә. Тауҙарҙың булкәләре араһында тәрән уялар ята. Ж. Кейекбаев. Шәрәфи казематтың һәр булкәһен, һәр мөйөшөн тикшерҙе, ләкин лом йәки киркә тугел, шуға оҡшашыраҡ бер тимер һынығы ла таба алманы. И. Насыри.
2. Һыу йәки һауа карабындағы айырым герметик бүлмә. □ Отсек. Самолёт булкәһе. Пароход булкәһе.
БҮЛКӘЛЕ (Р: разделённый на части; И.: zarf; T.: bölük bölük) с.
Бүлкәләргә бүленгән. □ Разделённый на части. Булкәле тартма.
БҮЛКӘЛЕ-БҮЛКӘЛЕ (Р: местами пе ретянутый; И.: zarf; T.: bölük bölük) с.
Бүлкәләргә бүленгән. □ Местами перетянутый (о стручке). Булкәле-булкәле ҡуҙаҡ.
БҮЛКӘЛЕ ИКМӘК (икмәге) (Р: булочки; И.: bun; T.: francala) и.
Ваҡ-ваҡ итеп йомарлап, бер табаға һалып бешергән әсе икмәк. □ Булочки. Булкәле икмәк бешереу.
БҮЛКӘЛӘНЕҮ (бүлкәлән-) (Р: делиться на части; И.: be divided; T.: bölümlenmek) ҡ.
Бүлкә-бүлкә булып бүленеү, бүлкәле булыу. □ Делиться, разделяться на части. Булкәләнгән тау итәге. Булкәләнгән йәшник.
БҮЛКӘЛӘҮ (бүлкәлә-) (Р: делить на части; И.: divide; T.: bölümlemek) ҡ.
Бүлкә-бүлкә итеп бүлеү, бүлкәле итеү. □ Делить, разделять на части. Тартманы булкәләу. һарайҙы булкәләп эшләу.
БҮЛКӘС и. ҡар. бүлкә 1. ■ Бынан һуң ул [Юлдаш] булкәс итеп эшләнгән таҡта ҡумта ла курһәтте. 3. Биишева.
БҮЛКӘСЛӘНЕҮ (бүлкәслән-) ҡ. диал. ҡар. бүлкәләнеү. Көрәшсенең мускулдары булкәсләнеп тора. ■ [Миңлеғәленең] икегә булкәсләнгән башы тушенә эйелгән, һыңар куҙен һалынып төшкән сәс ҡаплаған, ҡыҙарынған йөҙөнә бөрсөк-бөрсөк тир ҡалҡҡан, ҡымтып ҡыҫҡан ирендәре, курек һуҙылған ыңғайға, бер асыла, бер ябыла. Я. Хамматов.
БҮЛКӘТ (Р: пояс; И.: zone; T.: bölge) и.
1. геогр. Ер йөҙөнөң ике меридиан араһындағы өлөшө. □ Пояс (экваториальный). / Поясной. Көньяҡ булкәт.
2. геогр. Ер йөҙөнөң айырым бер кли-матик зонаны тәшкил иткән өлөшө. □ Пояс (климатический). Уртаса булкәт. Һыуыҡ булкәт. Эҫе булкәт.
3. Ер йөҙөнөң ҡояш ҡалҡыу-байыуға ҡарап ниндәйҙер бер ваҡыт билдәләнеп бүленгән өлөшө. □ Пояс (часовой). Ваҡыт булкәте. ■ Тикшеренеуселәрҙең кубеһенең фекеренсә, ҡабаттан декрет ваҡытына ҡайтыу, йыл һайын сәғәттәрҙе кусереуҙән баш тартыу һәм булкәт ваҡыты менән сағыштырғанда бер сәғәт айырма булған уҙгәрешһеҙ иҫәп менән йәшәу дөрөҫөрәк булыр. «Салауат», 11 март 2011.
4. Ер йөҙөнөң айырым тәбиғи үҙенсәлекле әлкәһе. □ Пояс (физико-географическая зона). Суллек булкәте. Таулыҡ булкәтендә йәшәу.
427