Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 429 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮЛӘК
терек мал. Бултерек кәзә бәрәсе. Бултерек кеше. ■ Буйы буйға етмәгән, уҙе ҡыҙҙар менән йөрөгән була, бултерек. Ә. Вәли. Хәйер, мастер башы менән ул [Ғәндәлип], бултерек кәзә тәкәһе кеуек, ҡапҡа таҡтаһы шымартып булашмаҫ инде. Д. Бүләков. [Ҡорбанбикә еңгә — Вәзиргә:] Ана, бултерек бәрәс, ултыр, аша, — тине йомшара төшөп. М. Кәрим.
БҮЛТЕРЕКЛӘҮ (бүлтереклә-) (Р.: окотиться позже срока; И.: lamb after due term; T.: geç kuzulamak) ҡ.
Йәйгә йәки көҙгә ҡалып, һуңлап бәрәсләү. □ Окотиться позже срока (об овцах и козах). Һарыҡ бултерекләгән.
БҮЛТӘЙЕҮ (бүлтәй-) (Р: выпячиваться; И.: bulge out; T.: kabarmak) ҡ.
Өрөлөп, тумалаҡ ҡына булып ҡабарыу; тупайыу. □ Выпячиваться, вздуваться. Ҡорһағы бултәйгән. Яңағы бултәйгән. ■ Уның [Насиптың] ике урты бултәйеп сыҡҡан. Курәһең, ауыҙындағы икмәген сәйнәп бөтөрмәй ойоп киткән. М. Кәрим. Сә-фәрғәле бултәйеп кенә сығып килгән ҡорһағын һелкетеп кеткелдәне. В. Нафиҡов. Соколовтың буш ҡулы, ирекһеҙҙән, бултәйеп торған салбар кеҫәһен ҡапшап ҡуя. Ә. Хәкимов.
БҮЛТӘЙТЕҮ (бүлтәйт-) (Р: выпячивать; И.: stick out; T.: kabartmak) ҡ.
Өрөлдөрөп, тумалаҡ итеп ҡабартыу. □ Выпячивать. Иренде бултәйтеу. ■ Гөлнур ҡалын ирендәрен бултәйтеп, бәләкәй генә танауын йыйырған. Ғ. Шәрипов. Ниңә бурҙайың көн дә китеп олаға ла, кисҡырын ғына ике бөйөрөн туптай бултәйтеп, ауыҙ-моронон ҡанйыратып ҡайтып инә? Й. Солтанов. Әмилә, упкәләгәнен аңлатып, ирендәрен бултәйтте. Н. Ғәйетбаев.
БҮЛТӘК I (бүлтәге) и. диал. ҡар. бүлкә 1. Бултәкле тартма.
БҮЛТӘК II (бүлтәге) и. диал. ҡар. бүлкә 1. Ҡартуфтарҙың ҡайһы бере бултәктәргә буленеп тора.
БҮЛӘ I (Р: правнук; И.: great grandson; T.: torun oğlu) и.
1. Ейән йәки ейәнсәрҙең улы; өсөнсө быуын. □ Правнук. ■ Ишембай ауылына нигеҙ һалған Ишембай Аҡбирҙиндың бу-ләһе Наил Хәйруллиндың саялығы тураһында һөйләгәндә, халҡына һөйөу, рух, милләттәштәре, яҡындары өсөн янып-көйөп йәшәуен алғы урынға ҡуйырға кәрәк. «Башҡортостан», 20 август 2011.
2. Бер туған ҡатындарҙың балалары (бер-береһенә ҡарата). □ Двоюродные братья и сёстры (дети родных сестёр по отношению друг другу). Буләләр уҙ-ара бик дуҫтар.
3. диал. Өләсәһенең тыуған ауылы кешеләренә ҡарата ир бала. □ Мальчик по отношению к односельчанам бабушки. Ул малай беҙҙең булә инде.
4. диал. Нәҫел-нәсәп. □ Родня. Буләләр йыйылышҡан.
БҮЛӘ II (Р: промежуток рабочего времени от одного перерыва до другого; И.: interval between working hours; T.: süre) и.
Бүлеп-бүлеп, ял итеп эшләгән эштең бер өлөшө; тына. □ Промежуток рабочего времени от одного перерыва до другого. Бер булә эшләп алыу. Ашлыҡты ике булә урыу.
БҮЛӘ-БҮЛӘ (Р: с перерывами; И.: off and on; T.: bölük bölük) р. диал.
Бер нисә бүлемгә бүлеп. □ С перерывами, по частям. Булә-булә эшләу.
БҮЛӘК I (бүләге) [боронғо төрки бэл-гут ‘бүләк, иҫтәлек’] (Р: подарок; И.: present; T.: hediye) и.
1. Кешене шатландырыу өсөн һәм яҡшы теләктәр менән бушлай бирелә торған нәмә. □ Подарок, дар; вознаграждение. Иҫтәлекле буләк. Ҡәҙерле буләк. Буләк биреу. Буләк алыу. Буләк өләшеу. Аҡсалата буләк. Ярышта еңгәндәргә ҡиммәтле буләктәр биреу. ■ [Зәйнәп:] Киткән кешеләргә кеҫә буләктәре биреп ебәргәндә насар булмаҫ ине. Н. Ҡәрип. [Ғамир] атты яҡшы ҡараған өсөн Беренсе майҙа буләк алды. Б. Бикбай. Емеш һаман әле, бая апаһы буләк иткән уҙенең тәуге байрам кейемдәрен бер кейеп, бер сисеп, һыланып-һыйпанып маташа. 3. Биишева.
429