БҮЛӘК
Һөҙөмтә ҙур булмаһа ла, төнгө тотҡондар өсөн бағауылдар маҡтау һүҙе ишетте, бүләк рәүешендә өҫтәлмә сәй-шәкәр ҙә алды.
3. Ураҡсин. Байрам һайын балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә лә бүләктәр бирәләр — был көндөң иң ҙур йәме лә, моғайын, шунда булғандыр. Р. Солтангәрәев.
2. миф. Бер кешенең икенсе кешегә һаулыҡ, уңыш теләп биргән әйбере. □ Вещь, подаренная с пожеланием благ, здоровья. Бүләк тапшырыу.
3. йола (баш хәреф менән). Атаһының үлеменән һуң тыуған балаларға ҡушылған исем. □ Личное имя, данное ребёнку, родившемуся после смерти отца. ■ Атайҙары һуғышҡа киткәс тыуған балаларға Бүләк Бүләкбай, Бүләкбикә тип исем ҡушалар ине. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк бүләктең ҙуры, бәләкәйе булмай тигән мәғәнәлә әйтелә. □ И верблюд подарок, и пуговица подарок, соотв. Дорого внимание, а не подарок.
БҮЛӘК II (бүләге) (Р: часть; И.: piece, part; T.: bölüm) и. диал.
Бер төркөм йәки бөтөн нәмәнең бүленеп торған өлөшө; бүлкә. □ Часть, кусок. Икмәк бүләктәре, һарымһаҡ бүләктәре.
+ Ала бүләк үҙенә бер башҡа, үҙенә бер төрлө. □ Своеобразный, выделяющийся среди других. ■ Этҡолдоң өйө әллә ҡайҙан матурлығы, байлығы менән ауылдағы башҡа өйҙәрҙән ала бүләк булып айырылып тора. Ғ. Дәүләтшин.
БҮЛӘК III (бүләге) (Р: небольшой лес на склоне горы или среди поля; И.: small wood; T.: yamaçtaki ağaçlık) и.
Ер уртаһындағы, тау битендәге өйкөм ағаслыҡ. □ Небольшой лес на склоне горы или среди поля. Бүләктә бесән сабыу.
БҮЛӘК ИТЕҮ (бүләк ит-) (Р: дарить;
И.: present; T.: hediye vermek) ҡ.
1. Бүләккә биреү. □ Дарить что кому. ■ Һөнәрсенең үҙе өсөн ауыр хеҙмәт емешен кешеләргә бүләк итеүҙән дә ләззәтле, һатып биреүҙән дә ғазаплы эш булмай. 3. Биишева.
2. Арнау, төбәү. □ Посвящать. Йыр бүләк итеү.
3. йәки ғүмер бүләк итеү. Тыуҙырыу, ғүмер биреү. □ Родить, подарить жизнь кому-л. Донъяның ҙурлығын, киңлеген, матурлығын күреп ҡыуана кеше. Быларҙың бөтәһен дә, бөтәһен дә уға әсә бүләк иткән бит. Ғ. Әмири.
БҮЛӘКЛЕК (Р: подарочный; И.: gift; Т: hediyelik) с.
Бүләккә бирә торған. □ Подарочный. Бүләклек аҡса.
БҮЛӘКЛӘНЕҮ (бүләклән-) ҡ. төш. ҡар. бүләкләү. страд, от бүләкләү. Аҡса менән бүләкләнеү. Миҙал менән бүләкләнеү. ■ Әсғәт Мәсғүт улы ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде. «Ағиҙел», № 7, 2011.
БҮЛӘК Л ӘТЕҮ (бүләкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. бүләкләү. понуд. от бүләкләү. Эшселәрҙе аҡса менән бүләкләтеү.
БҮЛӘКЛӘҮ (бүләклә-) (Р: дарить; И.: give presents; T: hediye vermek) ҡ.
Кешенең хеҙмәтен, ҡаҙаныштарын, ҡаһарманлығын баһалап, бүләк биреү. □ Дарить что кому, одаривать кого чем; награждать, премировать. Ҡиммәтле бүләк менән бүләкләү. Орден менән бүләкләү. Миҙал менән бүләкләү. ■ Бәхтпиәр үҙе һаҡалын ҡырған. Күптән түгел генә үҙен бүләкләп биргән ҡара салбарын кейгән. А. Таһиров.
БҮЛӘК-ҺАНАҠ (бүләк-һанағы) (Р: подарки (обрядовые)', И.: presents, gifts; T: hediyeler) и. этн. йыйн.
Кемгәлер тәғәйенләнгән бүләктәр. □ Подарки (обрядовые). Бүләк-һанаҡ алып килеү.
БҮЛӘКӘЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе аймағы. □ Булэкэй (название родового подразделения башкир племени кыпчак). Бүләкәй ҡаҙаҡ аймағы башҡорто.
430