Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 431 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮРЕ
БҮЛӘР (Р.: название башкирского племени; И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun adı) и.
Башҡорт ҡәбиләһе исеме. □ Буляр (название башкирского племени). Буләр ҡәбиләһенә ҡараған ырыуҙар.
БҮЛӘСӘР [дөйөм төрки бөлә ‘ике туған’] (Р: правнучка; И.: great granddaughter; T.: torun kızı) и.
1. Ейән йәки ейәнсәрҙең ҡыҙы; өсөнсө быуын. □ Правнучка. Буләсәрен куреу бәхете тейеу.
2. диал. Бер туған ҡатындарҙың балалары (бер-береһенә ҡарата). □ Двоюродные братья и сёстры (дети родных сестёр по отношению друг к другу). Буләсәрен куреу.
3. диал. Өләсәһенең тыуған ауылы кешеләренә ҡарата ҡыҙ бала. □ Девочка по отношению к односельчанам бабушки. Был ҡыҙ беҙҙең буләсәребеҙ була.
БҮЛӘТЕЙ и. бот. диал. ҡар. ҡара һоло.
Буләтей орлоғо.
БҮНӘТӘЙ [рус. понятой] (Р: понятой; И.: witness; T.: tanık) и.
Тентегәндә, мөлкәтте яҙғанда шаһит итеп саҡырылған кеше. □ Понятой. Бунәтәйҙәр билдәләу. ■ Ауылда тентеу башланды, ауылдың төрлө мөйөшөнә һалдаттар менән бунәтәйҙәр йугерҙе. С. Агиш. Беҙҙән ниндәйҙер винтовка эҙләйҙәр икән. Сабит бабай бунәтәй булып килгән. Яр. Вәлиев. Бунәтәйҙәр, Кинйәғолдоң егерме биш-утыҙ бот ҡарабойҙай төшмәле урыны тәләфләнгән, Әхмәтша ҡарт .. көҙ игенләтә туләргә тейеш, тип таптылар. Ж. Кейекбаев.
БҮРАУЫҘ и. диал. ҡар. ҡыпһыуыр. Бурауыҙыңды биреп тор әле, курше.
БҮРЕ [боронғо төрки бөруг ‘бүре’] (Р: волк; И.: wolf; T: kurt) и.
1. зоол. Эт нәҫеленән булған ҡырағай йыртҡыс йәнлек. □ Волк. / Волчий (лат. Canis lupus). Ama буре. Кук буре. Буре өңө. Буре балаһы. Буре олой. Буре һуғыу. Буре һунары. ■ [Хэйруш:] Тирә-яҡта бурелэр өйөрө олой, ҡот осҡос эре айыуҙар имәндәрҙе йыға баҫып укерешеп йөрөй, аяҡ аҫтында
ағыулы йыландар ыҫылдап шыуыша, ҡарағас ҡыуыштарынан супайҙар таҫрайып ҡарап тора, һалҡын, еуеш ҡанаттары менән битте-ҡулды сирҡандырғыс һыйпап, ярғанаттар оса. 3. Биишева. Буреләр юл ситендә ултырып ҡына ҡалманы, ат артынан ҡыуа төштөләр бит, өсәуһе бер яҡтан, өсәуһе икенсе яҡтан сабалар, әлеге бәләкәйерәге генә сана артынан ҡыуа. 3. Ураҡсин. [Миңлегөл:] Ипләп, Уйылдан ағай! Берәй ереңде ауырттырһаң, буре һуға алмаҫһың! Н. Мусин.
2. миф. Төрки халыҡтарында тотем, тыуҙырыусы һәм ҡурсалаусы булып торған, теше, тырнағы, йөнө, үте һаҡлау һәм дауалау сараһы булып һаналған йәнлек. □ Волк; тотем, прародитель, покровитель тюрков, чьи клыки, когти, шерсть, желчь служат амулетами и лечебными средствами. ■ Ырыуҙы башлап ебәргән һунарсыны баш буре тип атағандар. Халыҡ ижадынан.
3. кусм. Уҫал, яуыз кешегә ҡарата әйтелә. □ Волк (употребляется по отношению к злому, жестокому человеку). Ул буренэн бөтә нәмәне лә көтөргә була.
♦ Бүре аҙығы асыуланып әрләгәндә әйтелә торған һүҙ. □ Волчья еда (употребляется при гневе, возмущении). ■ Хәйретдиндең асыуы ҡабарып, ул атты .. тиргәй башланы: «Ах, һин буре аҙығы, уләт тоҡсайы...» Н. Иҙелбай. Бүре алғыр (йәки ашағыр, йыҡкыры) әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб ты пропал! (Употребляется при сильном гневе, возмущении.) доел. Чтобы тебя волк схватил. Бүре ауыҙ 1) ҙур ауыҙлы кешегә ҡарата мыҫҡыллау һүҙе. □ Волчья пасть (употребляется по отношению к человеку с большим ртом); 2) ерле-юҡҡа ауыҙ күтәреп илаған балаға әйтелә. □ Волчья пасть (о ребёнке, который громко и капризно плачет); 3) яман хәбәр һөйләгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Волчья пасть (употребляется по отношению к человеку, который говорит плохую весть). Кит, буре ауыҙ, юҡты һөйләп ултыраһың; 4) иҙеүсе, талаусы. □ Мироед. Бүре бауыр үтә ҡаты бәғерле, миһырбанһыҙ.
431