Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 432 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮРЕ
□ Злой, жестокий (о человеке). ■ Эх, замандамы ни эш. Беҙҙең ауыл Фәғилә бахырҙы буре бауыр Саҡай ни ҡара көнгә еткерҙе. Б. Бикбай. Бүре бауыры ашаған бик уҫал, яуыз (кеше). □ Злой, жестокий (о человеке). Бүре башы ашарҙай булыу ныҡ асығыу. □ Сильно проголодаться. Буре башы ашарҙай булып ҡайтыу. ■ Әлмисаҡ Туҡмаҡлы ашамлыҡтарҙы һыпырҙы ғына. Ситтән ҡарап тороусы булһа, йә был асҡа ҡырҡылып йөрөгән, көнө буйына һабан һөрөп, буре башы ашарҙай булып асығып ҡайтҡан кешелер, тип уйлар ине. Б. Бикбай. Бүренән өрккән һарыҡ көтөүе кеүек ҡурҡыштан эркелешеп ҡасҡан кешеләр төркөмөнә ҡарата әйтелә. □ Как стадо баранов, вспугнённое волком. Бүреһе олоу ҙур табыш, файҙаға, уңышҡа осрау. □ Везти кому (о неожиданной удаче). ■ Буреһе олоно Ҡәйумдең: юҡ ҡына хаҡҡа урағын урҙырыу, игенен һуҡтырыу ғына етмәне, көҙ көнө бер келәт урынына халыҡтан ике келәт иген йыйып алды. Ғ. Лоҡманов. [Факиһа:] Ҡайным мәрхум ҡорҙашың һуғышта улеп, Шаһиәхмәт ҡайнағаның буреһе олоно инде. Ж. Кейекбаев. Ҡарт бүре күпте күреп, йышылған кешегә ҡарата әйтелә. □ Старый волк, матёрый волк (о бывалом, опытном человеке). ■ [Котлояр:] һеҙ эле мине, ҡарт бурене, алдамаҡсы булаһығыҙмы әле? Мин һеҙҙең кеуекте курмәгәнме? Һ. Дәүләтшина. Эстә бүреләр олоу бик ныҡ асығыу. □ Сильно проголодаться. ■ Тик бына асыҡтырған, эстә буреләр олой. А. Карнай.
БҮРЕ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, түңгәүер ҡәбиләләре аймағы. □ Буре (название родового подразделения башкир племён бурзян, усерган, тун-гаур). Буре аймағы башҡорто.
БҮРЕ III (Р.: волчий; И.: wolf; T.: kurt) с. мәғ.
Бүре (I) тиреһенән тегелгән. □ Волчий. Буре толоп. Буре яға. Буре тун. Буре кәпәс. ■ Юрған аҫтында Емеш тағы ла нығыраҡ
ҡалтырай башланы. Апаһы уның өҫтөнә көпө лә, иренең буре толобон да өҫтәп япты.
3. Биишева. Насир буре кәпәсен сәйгә элде, тунын сисмәне, тушендәге бер төймәһен генә ысҡындырҙы ла ашыҡмай ғына утеп ултырҙы. 3. Ураҡсин.
БҮРЕ АУЫҘЫ (Р.: волчий ободок; И.: wolf’s jaws; T.: kurt ağzı) и. миф.
Бүренең тунап алып, киң итеп киптерелгән ауыҙ тиреһе; таҙартыу, һаҡлау көсөнә эйә. Уның аша ауырыуҙарҙы һәм түлһеҙ ҡатындарҙы үткәргәндәр. □ Волчий ободок (вырезанные целиком и высушенные края пасти волка, которые выполняют функцию очищающего ободка; через него пропускают больных и бесплодных женщин). ■ Быума тигән ауырыуҙы буре ауыҙы аша уткәргәндәр. Башҡорт мифилогияһынан.
БҮРЕ АУЫҘЫНАН ҮТКӘРЕҮ (бүре ауыҙынан үткәр-) (Р: пропускать через волчий ободок; И.: pass through wolf’s jaws; T.: büyü ile tedavi etmek) ҡ. миф.
Төрлө им өсөн кешене бүренең тунап алып, киң итеп киреп киптерелгән ауыҙ тиреһе эсенән үткәреү. □ Пропускать через волчий ободок с целью лечения и заговаривания от болезней. Буре ауыҙынан уткэреп имләгәс кенә һауығып китеу.
БҮРЕ АЯҒЫ (Р: плаун; И.: lycopodium; T: kibrit otları) и. бот.
Һабағынан ергә тармаҡланып таралыусы күп йыллыҡ мәңге йәшел үҫемлек. □ Плаун (лат. Lycopodium). Буре аяғы баҫҡан тау бите.
БҮРЕ БАҘЫ (Р: волчья яма; И.: pitfall; T: tuzak) и.
һунарҙа йәнлектәрҙе эләктереү өсөн ҡаҙылған баҙ. □ Волчья яма. Һунарсылар буре баҙы ҡаҙҙы.
БҮРЕ БАЛАҺЫ (Р: волчонок; И.: wolf cub; T: kurt yavrusu) и.
Бүренең көсөгө. □ Волчонок. ■ Бына бер анра буре балаһы иҫәр бәрәстең ҡойроғонан тартты. М. Кәрим. Хәйер, ышан һин уға. Әйтмәһә лә, ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан.
432