БҮРЕСЕ
БҮРЕКЛЕ САРЛАҠ (сарлағы) и. зоол. ҡар. керелдәк сарлаҡ. Яр буйында бүрекле сарлаҡтар оса.
БҮРЕКЛЕ ТЕБЕЙЕК (тебейеге) (Р.: хохлатая синица; И.: crested tomtit; T.: tepeli baştankara) и. зоол.
Башында арҡыры ҡара һыҙыҡтары булған аҡ төҫтәге бүрекле, аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәүсе турғайҙан бәләкәйерәк ултыраҡ ҡош. □ Хохлатая синица (лат. Lophophanes cristatus). ■ Бүрекле тебейек төрлө бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
БҮРЕКЛЕ ТЮЛЕНЬ (Р.: хохлач; И: hooded seal; T.: boz fok) и. зоол.
Тюлендәр ғаиләһенә ҡараған, башында бүрке булған, балыҡтар менән туҡланыусы арктик йәнлек. □ Хохлач, тевяк (лат. Hali-choerus grypus). Бүрекле тюлендәр ярға сыҡҡан.
БҮРЕКЛЕ ҺАБАН ТУРҒАЙЫ (Р.: хохлатый жаворонок; И.: crested lark; T.: tepeli toygar) и. зоол.
Ҙур көрән осло бүрекле ауыл тирәһендәге асыҡ урындарҙа йәшәүсе турғайҙан ҙурыраҡ ултыраҡ ҡош. □ Хохлатый жаворонок (лат. Galerida cristata). ■ [Бүрекле һабан турғайының] һырт яғы һорғолт көрән, аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған.
Э. Ишбирҙин.
БҮРЕ КӨПШӘҺЕ и. бот. диал. ҡар. айыу көпшәһе. Бүре көпшәһе һындырып алыу.
БҮРЕКСЕ (Р: шапочник; И.: furcap maker; T.: şapkacı) и.
Бүрек тегеүсе. □ Шапочник (мастер, шьющий шапки). ■ [Хәтмулланың] атаһы Насип ҡарт, ғүмер-ғүмергә игенсе булып йәшәүе өҫтөнә, ауылда оҫта итексе һәм бүрексе лә ине. «Ағиҙел», №7, 2011. • Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ. Мәҡәл.
Б ҮРЕКСЕ Л ЕК (бүрекселеге) (Р: ша-почничество; И.: fur-cap maker’s trade; T.: şapkacılık) и.
Бүрек тегеү шөғөлө. □ Шапочниче-ство, ремесло шапочника, шапочное дело. Бүрекселек менән шөғөлләнеү.
БҮРЕКТЕКӘЙ (Р.: хохлатая курица; И.: crested hen; T.: tavuk) и. диал.
Бүрекле тауыҡ. □ Хохлатая курица. Был бүректекәй башка тауыҡтар араһында айырылып тора.
БҮРЕКТЕКӘЙ СЫПСЫҠ (сыпсығы) и. зоол. диал. ҡар. суҡтурғай. Бүректекәй сыпсыҡтар сырылдаша.
БҮРЕК УЙЫНЫ (Р: игра в шапки; И.: ancient young people’s game; T.: oyun türü) и. этн.
Баш кейемен юғалтыусыны язалауға ҡоролған йәштәр уйыны; башлыҡтарҙы һынау мотивын сағылдыра. □ Игра в шапки (молодёжная игра, в которой наказывается тот, кто потерял шапку; реликт испытания правителей). Бүрек уйыны уйнау.
БҮРЕ КӘКҮГЕ и. бот. диал. ҡар. һөтләгән. Бүре кәкүге йыйыу.
БҮРЕ ҠАМҒАҠ (ҡамғағы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе аймағы. □ Буре кам-гак (название родового подразделения башкир племени кыпчак). Бүре ҡамғаҡ аймағы башҡорто.
БҮРЕ ҠУҘҒАЛАҒЫ и. бот. диал. ҡар. атҡолаҡ. Ҡаҙҙарға бүре ҡуҙғалағы орлоғо йыйып ашатыу.
БҮРЕҢКЕ и. бот. диал. ҡар. бәрәңге. Бүреңке бешереү.
БҮРЕҢКЕ ГӨЛӨ (Р: бегония клубневая; И.: sort of window plants; T: çiçek türü) и. бот. диал.
Төбөндә бүлбеһе булған күк сәскәле бүлмә гөлө. □ Бегония клубневая (лат. Begonia tuberosu). Бүреңке гөлө сәскә атҡан.
БҮРЕСЕ (Р: волчатник; И.: wolf hunter; T.: kurt avcısı) и.
Бүре һунарсыһы. □ Волчатник (охотник). ■ Бөгөн көндөң шәмәреүенә-боҙоло-уынамы икән, таң атыр-атмаҫтан ялпаң-
435