БҮРТЛЕК
эсендә һәр ваҡыт тын тарыҡмалы бөркөу, һауа уғата эҫе, тын алырға ла мөмкин тугел, ҡыҙара бурткән биттәрҙән субырлап тир аға. Ж. Кейекбаев. Ғәҙилә әбей тамырҙары буртеп торған ҡулын алмаш-тилмәш һыпырҙы. «Ағиҙел», № 2, 2010.
2. Дым тартып, күләме ҙурайыу. □ Набухать, вздуваться. ■ Дымланып буртеп киткән шинелдәр һаман ауырая. Ф. Иҫәнғолов. Мәҙинә иртәнсәктән ҡалған бер сынаяҡ бурткән бойҙай менән картуфты ҡабығы-ние менән ҡуша төйөп игеҙәктәрҙең ауыҙына ҡаптыра башланы. Т. Ғарипова. Ә ярма бурткән дә бурткән, ти, ярма бурткәс, сулмәк тулып киткән, ти. Әкиәттән. Шул уҡ ҡайындың ер өҫтөнә буртеп сығып торған тамырына туш ҡағып, Төлкөсура иртәнге һалҡында урман яңғыратып салғы сукер ине. Н. Мусин.
3. Һутҡа, дымға тулышып, моронларға етешеү (бөрөгә, орлоҡҡа ҡарата). □ Набухать. ■ Сәпсектәрҙең сипылдашырында, бына буртәм, бына буртәм, тип торған бөрөлөрҙә .. — бөтә нәмәлә яҙ тыны һиҙелә.
3. Хисмәтуллин. Баҡсаларҙа, хуш еҫ бөркөп, бөрө буртә. Ә яҙғы ел уны һөйөп, убеп утә. Р. Назаров.
4. Ҡалҡыу, сығыу. □ Выступать, выдаваться. М Төшөндә лә ошо йөҙөк менән һаташты Григорий. Шундай шәп килеп сыҡҡан ул: туп-туңәрәк, өҫтө буртә биреберәк тора, уҙенән куҙ сағылдырғыс сатҡылар сәселә. Н. Мусин
♦ Ҡыҙара бүртеү ҡанға тулышып ҡыҙарыу. □ Наливаться кровью (о лице — от удовольствия, стыда, гнева). Ҡыҙара буртеп ултырыу. ■ Ҡымыҙ эсеп, ҡыҙара буртеп, ҡыҙҙар һөйгөң киләме? Халыҡ йырынан.
БҮРТЛЕК (бүртлеге) (Р.: чердак; И.: attic; T.: çatı) и.
Өйҙөң, һарайҙың ҡыйыҡ эсе. □ Чер-дак./Чердачный. Буртлек тәҙрәһе. Буртлек аҫты. Буртлеккә бесән һалыу.
БҮРТЛЕКСӘ и. диал. ҡар. бүртлек. Буртлексәгә бесән бушатыу.
БҮРТЛӘС (Р: пухлый; И.: plump; Т.: şişkin) с.
Бүртеп, ҡабарып торған; ҡабарынҡы.
□ Пухлый. ■ Буртләс ирендәре өҫтөндә мыйығы ярып сыға башлаған егет кенә ине әле Сабирйән ул саҡта. М. Хәйҙәров.
БҮРТМӘКЕС и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ. Заманында буртмәкесте куп ашаныҡ инде.
БҮРТМӘС I (Р: выпуклый; И.: embossed pattern; T.: çıkık) с.
1. Бүртеп-бүртеп торған бөрсөклө.
□ Выпуклый (об узоре). Буртмәс яулыҡ. ■ Уҡытыусы Зәйнәп уларға [балаларға] китаптан шиғыр кусереп яҙырға ҡушҡан да, уҙе башындағы елбәгәй һалған йәшел буртмәс яулығының сәсәктәрен ҡулында уйнатып, .. тәрән уйға батҡан. Һ. Дәүләтшина.
2. диал. ҡар. бөрмә I. Ыштан буртмәсе.
3. Бүртеп, бүлтәйеп сыҡҡан; күпкәк.
□ Вздутый. Буртмәс ҡорһаҡ.
БҮРТМӘС II и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ. Буртмәс ҡаҙып ашау.
БҮРТМӘС III и. ҡар. бүртмәс бутҡа. Буртмәс бешереу.
БҮРТМӘС БУТҠА (Р: обрядовая каша; И.: ceremonial gruel; T.: düğün yemeği) и. этн.
Туй бөтөүгә ҡарата, ярмаһы бүрттереп кенә алынған, яртылаш бешерелгән бутҡа.
□ Обрядовая слегка недоваренная каша, подаваемая в день завершения свадьбы. Буртмәс бутҡа йәһәт әҙер булыр ине.
БҮРТТЕРЕҮ (бүрттер-) (Р: замачивать; И.: wet; T: suya batırmak) ҡ.
1. Һыуға һалып йомшартыу (борсаҡ, ярма кеуек нәмәне). □ Слегка отваривать (например, зерно, крупу). Борсаҡ бурттереу. Дөгө бурттереу. ■ <<Бурттерергә ҡуйған борсаҡ ҡына бар. Борсаҡ!» — тип ҡыуанды Ишбирҙе. М. Кәрим.
2. Һутҡа, дымға тулыштырып, моронлау хәленә еткереү. □ Замачивать. Орлоҡто бурттереу.
БҮРТӘ I [боронғо төрки бугурта ‘һарғылт аҡ’] (Р: караковый; И.: dark bay; T: doru) с.
438