Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 440 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮҪЕР
1. төш. ҡар. бүҫеү 3. страд, от бүҫеү 3. Был малай иптәштәренән бүҫелде генә.
2. Ауырлыҡ, көс баҫымынан ишелеү, емерелеү. □ Продавливаться, проваливаться, проседать. Түбә бүҫелгән. Кыйыҡ бүҫелгән. ■ Тик бүҫелеп төшкән ҡыйығының һаламдарын йолҡоп ел олой. Р. Ғарипов. Буралағы арыш үҙен кәметкәнгә төҫөн боҙған һымаҡ итеп бер яғынан бүҫелеп, ум-шырайып ҡалды. Ғ. Дәүләтшин.
3. Ҙур булып үтәнән-үтә йыртылыу.
□ Рваться, лопаться; разорваться по швам. Итәк бүҫелеп төшкән. ■ Миңлегөл башын тегеләй-былай күп тартҡылауҙан биләндә-гән ҡола бейәне тыныслындыра алмай аҙаплана, бүҫелгән күлдәк итәге ялп-йолп килә. Н. Мусин. «Күлдәгең бүҫелеп сыҡҡан бит», — тине Рәшит, арҡама күрһәтеп. Ысынлап та, күлдәк уң яҡ яурындан алып буйҙан-буйға йыртылған ине. Ш. Насыров.
4. Тишек, йыртыҡтан ҡыҫылып тышҡа тибеү; бытлығыу. □ Выбиваться, выдавливаться. ■ Йыртыҡтарынан йөндәре бүҫелеп сыҡҡан бер-ике мендәр ята. Ғ. Ғүмәр.
5. Ныҡ тулы, күп булыуҙан артып сығып тороу. □ Вздуваться, вздуться, выбиваться (о скирдах и др.). Бүртлектә бүҫелеп бесән ята. ■ Ауыл ҡунағындағы шикелле ҡоштабаҡ-ҡоштабаҡ ит бүҫелеп ултырмаһа ла, йыуаса-бауырһаҡ ише нәмә өҫтәлдә сәселеп ятмаһа ла, һый тигәнең байтаҡ ине бында. Т. Ғарипова.
6. күсм. Тулышып, һытылырҙай булыу; өрөлөү. □ Набухать, надуться, вздуться. Бүҫелеп торған елкә. Бүҫелгәнсә ашау. ■ Уның хатта, кеүәшнәнән ишелеп сыҡҡан ҡамыр кеүек, бүҫелгән һимеҙ муйыны ҡып-ҡыҙыл булды. И. Абдуллин.
7. күсм. Саманан артыҡ мул булыу.
□ Хорошо уродиться, созревать (о зернах). Иген бүҫелеп үҫкән.
БҮҪЕР [ғәр. ‘шеш’] (Р: грыжа; И.: hernia; T: fıtık) и.
1. Эс итен тишеп, тире араһына бүлтәйеп эсәк сыға торған ауырыу. □ Грыжа. Бүҫер ҡалҡыу. Бүҫер сығыу. Бүҫер та
лау. ■ Тилажиҙың һаман тештәре һыҙлай, етмәһә, тағы ҡапыл пәйҙә булған бүҫер ауырыуы йөҙәтә. А. Таһиров. [Мәхмүт:] Әгәр ҡайтҡанда был ҡурҡаҡ тағы осраһа, мылтыҡ аҫтына алырға ла, бүҫере ҡалҡҡансы йүгертергә. К. Мәргән.
2. миф. Баланың эсенә инеп, ауырттырыусы бүҫер ауырыуы эйәһе. □ Дух грыжи, который, попав в ребёнка, вызывает боли в животе. Бүҫер ҡыуыу. Бүҫер имләү.
БҮҪЕР ДОҒАҺЫ (Р: заговор грыжи; И.: hernia exorcism; T: fıtık büyüsü) и. миф.
Бүҫерҙе имләү доғаһы. □ Заговор грыжи. Бағымсы бүҫер доғаһы уҡый башланы.
БҮҪЕРЕЛЕҮ (бүҫерел-) ҡ. ҡар. бүҫелеү.
■ Байрамғол шахта ауыҙына барып, шырпы тоҡандырҙы, ләкин шахта ауыҙы бүҫерелеп төшкән. Т. Хәйбуллин.
БҮҪЕР ЕЛӘГЕ (Р: жостер слабительный; И.: buckthorn; T.: aci cehre) и. бот. диал.
Әҫпе еләге. □ Жостер слабительный (лат. Rhamnus cathartica). Бүҫер еләге эсереү.
БҮҪЕРЕҮ (бүҫер ) ҡ. ҡар. бүҫеү. Күлдәкте бүҫереү. Ҡыйыҡты бүҫереү.
БҮҪЕР ИМЛӘҮ (бүҫер имлә-) (Р: ма гический способ лечения грыжи; И.: magic way to treat hernia; T.: fıtık büyüsü) ҡ. миф.
Бүҫерҙе магик дауалау ысулы. □ Магический способ лечения грыжи. ■ Бүҫерҙе йөрөүҙән туҡтатҡас, уны имләп тышҡа сығаралар. Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР ҠЫУЫУ (бүҫер ҡыу-) (Р: изгнание грыжи заговариванием; И.: hernia treatment by exorcism; T: fıtık büyüsü) ҡ. миф.
Имләү менән бүҫерҙе ҡыуып дауалау.
□ Изгнание грыжи заговариванием. Имсе әбей бүҫер ҙә ҡыуа.
БҮҪЕР ӨШКӨРӨҮ (бүҫер өшкөр-) (Р: способ лечения грыжи нашептыванием и сдуванием; И.: hernia treatment by putting a spell; T: fıtık büyüsü) ҡ. миф.
Бүҫерҙе шыбырлап һәм өрөп дауалау ысулы. □ Способ лечения грыжи нашептыванием и сдуванием. ■ Илеш башҡорттары ошо әпсенде әйтеп бүҫер өшкөрәләр: бүҫер булған,
440