Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 441 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮҪКӘРЕҮ
буҫер булған, ун, туғыҙ, һигеҙ, ете, алты, биш, дурт, өс, ике, бер; бер — берәу ҙә юҡ. Ай ҡайтты, көн ҡайтты, һин дә ҡайт, ашайым, талайым, сәйнәйем, бөтөрәм! Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР САБЫУ (бүҫер сап-) (Р.: рубить грыжу; И.: way to treat hernia; T: fıtık tedavisi) ҡ. миф.
Бүҫерҙе дауалау ысулы. □ Рубить грыжу (магический способ лечения грыжи). а Буҫерҙе сабып та имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР ТАЛАУ (бүҫер тала-) (Р: загрызание грыжи; И.: method to treat hernia; T.: fıtık tedavisi) ҡ. миф.
Бүҫерҙе дауалау ысулы. □ Загрызание грыжи (магический способ лечения грыжи).
■ Заһира инәйем буҫерҙе «талай» торғайны. Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР ТАШЫ (Р: камень для лечения грыжи; И.: stone used in hernia treatment; T.: fıtık tedavisinde kullanılan taş) и. миф.
Бүҫерҙе дауалау өсөн ҡулланылған таш.
□ Камень для лечения грыжи, доел. Камень грыжи. ■ Олатайымдың буҫер ташы була торғайны. Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР ТОТОУ (бүҫер тот-) (Р: приступы грыжи; И.: hernia fits; T: fıtık nöbeti) ҡ. миф.
Бүҫерҙең ҡапыл-ҡапыл ауыртып ебәреүе.
□ Приступы грыжи, доел. Хватание грыжи.
■ Өс айҙан һуң, буҫер йәнләнә һәм йөрөп тота башлай. Башҡорт мифологияһынан.
БҮҪЕР ҮЛӘНЕ (Р: грыжная трава; И.: rupturewort; T.: fıtıkotu) и. бот.
Яландарҙа, битләүҙәрҙә, юл ситтәрендә ергә йәйелеп үҫеүсе ваҡ япраҡлы дарыу үләне. □ Грыжная трава, грыжник (лат. Hemiaria). Буҫер уләне йыйыу.
БҮҪЕР ЫРЫМЛАУ (бүҫер ырымла-) (Р: заговаривание грыжи; И.: mode to treat hernia; T: fıtık büyüsü) ҡ. миф.
Бүҫерҙе дауалау ысулы. □ Заговаривание грыжи (магический способ лечения грыжи). Буҫер ырымлай торған ҡарсыҡ кәрәк ине.
БҮҪЕҮ (бүҫ-) (Р: продавливать; И.: crush through; T.: kırmak) ҡ.
1. Ауырлыҡ, көс баҫымы менән ишеү, емереү. □ Продавливать, проламывать. Ҡыйыҡты буҫеу. ■ Тотҡондар, тындарын ҡыҫып, уҙҙәренә тәғәйенле йәҙрәләрҙең стенаны буҫеп инеуен көттөләр, ҡурҡып көттөләр, һағынып көттөләр. Б. Рафиҡов.
2. Ҙур итеп үтәнән-үтә йыртыу, ярыу.
□ Прорвать, разорвать. Кулдәкте буҫеп сығарыу. И [Сәлим — Кәримгә:] Бынан һуң ҡул һуҙаһы булһаң, апара ҡорһағыңды буҫер ҙә төшөрөрмөн. И. Ғиззәтуллин. Мылтыҡ шартлағаны ишетелде, ләкин улемесле яраланған буре, йәнтәслимгә ырғып, уткер тырнаҡтары менән Миңлегөлдөң балитәкле кулдәген буҫеп ебәрергә өлгөрҙө. Н. Мусин.
3. кусм. Кәрәген биреп туҡмау; бешеү.
□ Сильно бить, обвалять. Дошманды штык менән буҫеу.
4. кусм. һөйл. Ниндәйҙер эш-хәрәкәтте артыҡ күп атҡарыу. □ Чрезмерность, излишество действия. Икмәкте буҫеу. ■ [Аҫылғужа:] Аба, ҡарсыҡ, йоҡоно буҫтем, ахыры. Сәғәт нисә? Б. Бикбай. [Сөнәғәт:] Башҡортостандан сығып киткәне бирле һалма ашаған юҡ ине әле, танһыҡтан буҫтем дә һалдым. Ҡ. Ибәтуллин. «Йә, улым, йоҡоно буҫ-теңме?» — ти атайым, йылмайып. Н. Мусин.
БҮҪКӘ (Р: неполный; И.: partially filled; T.: dolu olmayan) c.
Тулынан ҡайтыш, тулыр-тулмаҫ. □ Неполный, не совсем наполненный. Буҫкә һауыт. Буҫкә биҙрә. Буҫкә булыу. Буҫкә итеп ҡойоу.
БҮҪКӘРЕҮ (бүҫкәр-) (Р: уменьшаться; И.: decrease; T: azalmak) ҡ.
1. Тулынан ҡайтыш булып ҡалыу, бүҫкәгә әйләнеү. □ Уменьшаться, убавляться (об уровне чего-л.). ■ Ҡаҙандағы аш тиҙ буҫкәрҙе. Ш. Янбаев. Улар алмашлап эсә башланы. Көрәгә буҫкәрҙе. Ж. Кейекбаев.
2. кусм. Бер аҙ кәмеү, аҙайыу. □ Убавляться, уменьшаться. ■ Ошо ла йырҙы йыр-ланиһәм, куп хәсрәтем, ҡайғым буҫкәрә. Халыҡ йырынан. Беҙҙең һөйләшәһе һуҙҙәр
15-1.0158.11
441