БҮҪКӘРТЕҮ
ҡапсығының сирек өлөшө лә бүҫкәрмәгәйне әле. С. Кулибай. Шафиҡ үҙе ҡыҙ ҡәберенә барып баш эйә лә был йорттан бөтөнләй китә. Ят кешеләр араһында ҡайғым бүҫкәрмәҫме, тип уйлай ул. Ә. Вахитов.
БҮҪКӘРТЕҮ (бүҫкәрт-) (Р.: уменьшать; И.: make fall, diminish; T.: azaltmak) ҡ.
1. Тулынан ҡайтыш итеү, бүҫкәгә әйләндереү. □ Уменьшать, убавлять что (используя что-л.). Самауырҙы бүҫкәртеү. ■ Салих бер нисә стаканды тиҙ генә бүҫкәртте лә ирендәрен ялап ҡуйҙы. Ғ. Хәйри. Шулай итеп, былар һүҙгә тейешеп китеп, ҙур самауырҙың һыуын бер нисә тапҡыр бүҫкәрттеләр. Т. Хәйбуллин.
2. күсм. Бер аҙ кәметеү, аҙайтыу. □ Уменьшать, убавлять. ■ Йәнтимерҙең .. бына ошо сикәләренә сал төшкән олпат кеше менән эс серҙәрен уртаҡлашаһы килде, уға үҙенең уй-хәсрәтен һөйләп, тулышып барған бойоҡ күңелен бүҫкәртергә теләне. Ғ. Вәлиев. Сәлимәһен онота алмай мәңгелек ауыр уйҙарға тарыған Сәйет йыш ҡына һағышлы йыр менән бүҫкәртә торған булған. Ә. Вахитов.
БҮТБЕЛДЕК (бүтбелдеге) и. диал.
1. ҡар. бүҙәнә I, 1. Ата бүтбелдек. Инә бүтбелдек. Бүтбелдек ояһы. Бүтбелдек йомортҡаһы.
2. ҡар. ҡуянтубыҡ.
Б ҮТЕК с. диал. ҡар. телһеҙ 1. Бүтек кеше. Тыумыштан бүтек.
БҮТЕКЛӘНЕҮ (бүтеклән-) ҡ. диал. ҡар. телһеҙләнеү. Бүтекләнеп ҡалыу.
БҮТИС (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуы аймағы. □ Бутис (название родового подразделения башкир племени табын ). Бүтис аймағы башҡорто.
БҮТЛӘНЕҮ (бүтлән-) (Р: освоиться; И.: make oneself familiar (with); T: alışmak) ҡ. диал.
Күнегеү. □ Освоиться. Бер бүтләнеп алһа, торор әле.
БҮТӘГӘ I [дөйөм төрки бөтөгә] (Р: типчак; И.: fescue (grass); T: çayır otu) и.
1. бот. Өйкөм-өйкөм булып түшәлеп үҫкән ваҡ ҡына ҡыяҡ япраҡлы ялан үләне. □ Типчак, овсяница бороздчатая (nax.Festuca valesiaca). Бүтәгәле ялан. ■ Тауҙа боронораҡ ҡоралай, боландар ҡунаҡ булған, уның һутлы бүтәгәһен ашаған. Б. Хәсән. Бай бисәһе тик ебәктән генә кейенеп шауҙырлатып, тирмә тирәһенә үҫкән бүтәгә үләнгә сабыуҙарын һөйрәлтә-һөйрәлтә бай артынан тирмәгә инеп ултырҙы. Т. Хәйбуллин.
2. диал. Сабылған урынға яңы шытып сыҡҡан йәш үлән йәки иген, ҡурпы. □ Отава. Ямғырҙан һуң бүтәгә ҡалҡып сыҡты.
БҮТӘГӘ II и. диал. ҡар. бөрләтәү. Ҡош бүтәгәһе.
БҮТӘГӘ III и. диал.
1. ҡар. аҡтамыр. Бүтәгә тамыры.
2. ҡар. ҡылған. ■ Ялан ғына ерҙең бүтәгәһе сайҡала ла микән елдәргә. Йырҙан. Ҡылған бүтәгәләренән, йәш теш кеүек, сирәм шыта. Ә. Чаныш.
3. и. диал. Имән үҫентеһе. □ Молодые побеги дуба. Бүтәгәләр шытып сыҡҡан.
БҮТӘГӘ IV (Р: низкорослый; И.: shortish, dwarf; T: kısa boylu) с. диал.
Тәбәнәк, тәпәшәк. □ Низкорослый (о человеке, растении). Бүтәгә кеше. Бүтәгә сейә.
БҮТӘГӘЛЕК (бүтәгәлеге) (Р: поле, покрытое типчаком; И.: fescue (grass) ground; T: çayır alanı) и.
Бүтәгә (I) үҫкән ер. □ Поле, покрытое типчаком. Был тауҙа бүтәгәлек. ■ Осо-ҡырыйы юҡ тип-тигеҙ дала... Әремлек, уйым-уйым бүтәгәлек, ҡылған. И. Көҫәпҡол.
БҮТӘН [ғәр.-фарс. ‘башҡа, бүтән’] (Р: иной; И.: other, another; T: başka) с.
1. Икенсе төрлө; башҡа. □ Иной, другой, прочий. Бүтән һүҙҙәр әйтеү. ■ Ҡөршәк .. шул тәү нығытылған көйө ултыра! Тик ҡултамғаһы ғына бүтән! 3. Биишева. [Аҡйегет: [һыртына эйәр теймәгән байтал кеүек ҡырыҫ инең быға тиклем һин, Зөбәржәт. Бөгөн бөтөнләй бүтәнһең. М. Кәрим.
442