БЫҒАУ
ел көсәйә төштө, ағастар баш сайҡай, шаулай башланы. Н. Мусин. Яҡуптың аҡһыл йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, күҙҙәрендә бығаса күренмәгән яҡты балҡыны. М. Кәрим. Тай-новтың табан балыҡтары бик һәйбәт ҡурылғайны. Шуның өҫтөнә, тағы уны көтөп ултырыусыларҙың билғау аҫтары ла бик ныҡ бушаған булғанлыҡтан, улар бығаса булмаған дәрәжәлә тәмле тойолдолар. И. Насыри.
БЫҒАУ [боронғо төрки бокағу ‘тышау, бығау’] (Р.: оковы; И.: fetters; T.: zincir) и.
1. Тотҡондағы кешенең аяҡ-ҡулына кейҙерә, хайуандарҙы тышай торған тимер ҡоршау. □ Оковы, кандалы; путы (железные). Бығау һалыу. Аяҡ бығауы. Ат бығауы. Бығау асҡысы. □ Салауаттай ирҙәр баш эймәҫ, аяҡ-ҡулына бығау һалһаң да. Халыҡ йырынан. Ҡүк болонда күк арғымаҡ йөрөй утлап, бәкәлендә ҡорос бығау бөткән тутлап. Ә. Әхмәт-Хужа. Түрәбайҙың ҡулына бығау һалып шулай ҡайнаған халыҡ алдына алып сыҡтылар. Т. Хәйбуллин.
2. күсм. Иректе, ихтыярҙы быуған нәмә; сынйыр. □ Путы, оковы, узы. Ҡоллоҡ бығауы. Мөхәббәт бығауы.
БЫҒАУЛАНЫУ (бығаулан-) ҡ. төш. ҡар. бығаулау, страд, от. бығаулау. Бығауланған ат. Н Бер мәл Юлай менән Салауат тачкаларын этәреп килгән ерҙән алдан киткән Ҡәнзәфәрҙе күмәкләп туҡмағандарын күреп ҡалдылар. Аяҡтары арбаға ҡуша бығауланған килеш шулай йүгерергә ҡайҙан көс тапҡандарҙыр. Б. Рафиҡов.
БЫҒАУЛАТЫУ (бығаулат ) ҡ. йөкм. ҡар. бығаулау, понуд. от бығаулау. К Батша һалдатты бығаулатып, бикләп ҡуя. Әкиәттән. Ә был арала батша Барсындың мәһәр менән ҡайтып килеүен күреп, ҡапҡаларҙы бикләтә, ишектәрен бығаулата. Халыҡ ижадынан.
БЫҒАУЛАУ (бығаула-) (Р: заковывать в оковы; И.: shackle; T: zincirlemek) ҡ.
Бығау менән ҡоршау, тышау. □ Заковывать в кандалы, оковы кого-что; наде
вать кандалы, оковы на кого-что; надевать путы (железные). Аяҡты бығаулау. Атты бығаулап ебәреү. И [Миңнеғәлиев:] Батша түрәләре беҙҙең кеүек эшселәрҙе бығаулай. А. Таһиров. Йософто бығаулап, арыҡ бер дөйәгә ултырталар. «Йософ ҡиссаһы».
БЫҒЫМ (Р: ложное ребро; И.: false rib; T: sahte kaburga) и. анат.
Бил тәңгәлендәге күкрәк һөйәгенә тоташмаған йомшаҡ ҡыҫҡа ҡабырға. □ Ложное ребро. Бығым ҡаҙыһы. Бығым һөйәге.
БЫҒЫМ ҠАБЫРҒА и. анат. ҡар. бығым. Бығым ҡабырға ҡаҙыһы.
БЫҒЫМ ҺӨЙӘГЕ (Р: подвздошная кость; И.: iliac bone; T: kalça kemiği) и. анат.
Янбаш һөйәген тәшкил итеүсе иң эре яҫы һөйәк. □ Подвздошная кость. Бығым һөйәге сайраған.
БЫҒЫР-БЫҒЫР (Р: подражание шуму густой массы; И.: imitation of incoherent conversation; T: fokur fokur) оҡш.
Ҡуйы нәмә ҡайнағанда, ҡайнаған кеүек һауа урғылғанда сыҡҡан тауышты йәки ауыҙ эсенән әйтелгән аңлайышһыҙ тауышты белдергән һүҙ; буғыр-буғыр. □ Подражание шуму густой массы или звуку невнятного разговора. Ж Ул арала ут өҫтөндә ултырған сәйнүк тә бығыр-бығыр ҡайнап, ҡапҡасты сылтырата башланы. М. Ғафури. Таҙҙың ағалары таш табып алып, түңгәк тултырылған тоҡтоң ауыҙына бәйләй ҙә һыуға ташлай. Тоҡ бығыр-бығыр килеп һыуға бата. Әкиәттән.
БЫҒЫРЛАҠ с. диал.
1. ҡар. бупылдаҡ II. Бығырлаҡ булыу.
2. һаҡау. □ Говорящий невнятно, косноязычный. Бығырлаҡ бала.
БЫҒЫРЛАТЫУ (бығырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. бығырлау, понуд. от бығырлау. Йәшелсәне үтә ҡыҙыу утта бығырлатып бешерергә ярамай.
БЫҒЫРЛАУ (бығырла-) (Р: бурлить; И.: seethe; T: fıkırdamak) ҡ.
1. Бығыр-бығыр итеү, бығыр-бығыр килеү; буғырлау. □ Бурлить, клокотать. Сәйнүктә сәй бығырлап ҡайнай. М Ҡа
444