Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 445 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫҘАУКА
ҙанда әрселмәгән бәрәңге бығырлап ҡайнай. Ф. Иҫәнғолов.
2. кусм. Ауыҙ эсенән аңлайышһыҙ рәүештә ниҙер һөйләү. □ Говорить невнятно, бормотать. М Был кеше ниҙер бығырлап, .. Сабира апай баҡсаһына ыңғайланы. Ф. Иҫәнғолов. Ҡайтып кереу менән ул [Ғәйшә әбей], ризаһыҙлыҡ белдереп бығырлай башланы. И. Ғиззәтуллин. Шул ваҡыт асыуланып Тәнзилә килеп сыҡты: «һин нимә бығырлайһың, бар ят!» Н. Ҡотдосов.
3. диал. ҡар. мыжғыу. Бығырлап ятҡан йылан ояһы.
БЫҒЫТЫУ (бығыт-) ҡ. диал. быҡтырыу. Дөгө бутҡаһы ла бығытып ҡарайым, ашамай.
БЫҒЫУ I (быҡ-) (Р.: тушиться; И.: be stewing; T.: kısık ateşte pişirilmek) ҡ.
1. Тандыр утта томаланып бешеү. □ Тушиться (о мясе, овощах и т. п.). Ит быға. Кәбеҫтә быға. Бығып бешеу. ■ Өй эсенә бығып сыҡҡан йәш ит еҫе таралып китте.
3. Ураҡсин.
2. Боҫҡа, ҡайнар һыуға бешеп йомшау. □ Париться, запариваться, распариваться. Һалам быға. И Шулай итеп, ут аҫтында төшкә тиклем ятҡан уләндәр яҡшылап быҡҡас, уларҙы атының яраларына яба. Халыҡ ижадынан.
3. диал. ҡар. иҙрәү 1. Бығып йоҡлап китеу.
♦ Борсаҡ бығыу ҡар. борсаҡ бешеү (ҡар. борсаҡ ).
БЫҒЫУ II (быҡ-) (Р.: льнуть; И.: cling to; T: yapışmak) ҡ. диал.
Ылығыу. □ Льнуть. Кешегә бығыу, һаран кеше кешегә быҡмай, ҡаты, шыҡыр була. ■ [Григорий] уҙе лә кешегә бигук бығып бармағанлыҡтан, ауыл халҡы ла уның менән яҡындан аралашып йәшәу тураһында уйламай. Н. Мусин. Уға нимә булһын. Өйөндә яңғыҙы ғына бығырлап ятҡан шунда, кешегә быҡмаған. Ә. Вахитов.
БЫҘАУ I [дөйөм төрки бузау, бузағу < бурғағу ‘быҙау’] (Р: телёнок; И.: calf, heifer; T: buzağı) и.
1. Ярты йәшкә тиклемге һыйыр малы. □ Телёнок. Өрғасы быҙау. Үгеҙ быҙау. Быҙау ҡарау. И «Му-му-му», — тип һыйыр менән быҙауҙары йөрөй. Ш. Бабич. Халыҡ өйөрө, гөр килеп, быҙау өйөнән кире сыҡты. Б. Бикбай. Һыйыр көтөуе килә. Быҙауҙар баҡыра. Ғ. Амантай.
2. Шул уҡ йәшкә тиклемге болан, мышы балаһы. □ Лосёнок, оленёнок. Урманда мышылар быҙауҙарын эйәртеп утлап йөрөй.
3. кусм. Йомшаҡ, йыуаш кешегә ҡарата әйтелә. □ Недотёпа, мямля. И [Йәмлихә:] Мин булмаһам, был булдыҡһыҙ, быҙау .. арҡыры ятҡанды буй алып һала белмәҫ ине. Ғ. Әхмәтшин.
♦ Ике быҙауға кәбәк айыра белмәү бик ябай ғына нәмәне лә аңлай алмау, аңра булыу. Быть несообразительным. Н Ике быҙауға кәбәк айырып бирә алмай, уҙе ҡазый булам, ти. Һ. Дәүләтшина. Бер һуҙҙе ҡат-ҡат сәйнәп, ике быҙауға кәбәк айыра белмәгән аптыраҡҡа йыйын теҙгенен тоттора буламы һуң Бирҙеғол. Ғ. Ибраһимов. Ужым быҙауы йыуаш, йомшаҡ, әкрен, ҡулынан эш килмәгән кешегә әйтелә. □ Мямля, букв. Озимый телёнок. ■ [Сәғиҙә:] Әҫтәмдә алыштырып, теге ужым быҙауын да эйәртеп киләйем. М. Тажи.
БЫҘАУ II (Р: овсюг; И.: wild oats; T: yulaf) и. диал. ҡар.
1. Ҡара һоло. □ Овёс пустой или овсюг (лат. Avena fatua). Быҙау орлоғо.
2. Арыш атаһы. □ Спорынья. Ашлыҡтың быҙауын иләп алалар.
БЫҘАУ ИТЕ (Р: телятина; И.: veal; Т: buzağı eti) и.
Һуйылған быҙауҙың ашар өсөн әҙерләнгән түшкәһе һәм шул түшкәһенең берәй өлөшө. □ Телятина. Быҙау ите бешереу.
БЫҘАУКА (Р: деревянный чан; И.: vat for measuring grain; T: ağaç fıçı) и. диал.
445