Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 494 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЙГЕ
[Сәйҙел:] Б эй, Әршит иптәш! Был һин тугелме? Ғ. Сәләм.
2. Кеше һүҙен хуплағанда әйтелә. □ Ба (межд. выражает одобрение слов кого-л.). ■ [Фәхри:] Ярай, ҡустым, әселәшеп йөрөмәйек, кисерешәйек бер-беребеҙҙе. [Ғамир:] Бәй, шулай итмәй ни, теге ни, булған, булған инде, кисерешергә кәрәк. Б. Бикбай.
БӘЙГЕ [дөйөм төрки байға ‘байрам итеү, ярыш’] (Р.: скачки; И.: horse race; Т.: at yarışı) и.
1. Менге аттарҙың көс, һәләтен күрһәтер өсөн үткәрелгән ярыш. □ Скачки, бега. Бәйге аты. Бәйгегә ат яратыу. Бәйге сабыу. Бәйге яһау. Бәйгелә ҡатнашыу. Кесе бәйге. Оло бәйге. ■ [Әйләр хан менән Буләр хан] бер-береһе менән бик дуҫ йәшәгән, һунарға сығып, ҡош атып, бәйге яһап, ат сабыштырып, батырҙарын көрәштереп, куңел асып көн иткән, ти. Әкиәттән. Бәйгене ойошторған башлыҡтар тарафынан алдан хәбәр ебәрелде: аманатҡа алыныусыларҙың сапҡырҙары тәугеләр араһында ҡатнашып тормаясаҡ, тик тәуге сабыштарҙа еңеуселәр менән генә ярышасаҡ. 3. Ураҡсин. Замандың айҡалыш-сайҡалыштары арҡаһында онотолоп барған йоланы яңыртып, Ҡуштирәк һабантуй уҙғарырға булды, бәйгегә аттар әҙерләне. Ә. Хәкимов. Әй, егеттәр, һайлап арғымаҡ менегеҙ, һайлап менегеҙ ҙә, сығығыҙ бәйгегә. М. Хәй. Минең Ерәнде у ҙең беләһең бит инде, Яҡуп дуҫ, бер бәйгелә ал биргәне булманы. Б. Бикбай. Яҙғы сәсеу бөткәс, бесән алдына тиклем халыҡтың кубеһе буш була, ауылдарҙа бәйгеләр уткәрелә, аттар сабыштырыла, батырҙар көрәштерелә. Д. Юлтый.
2. Шул ярыш башланған һәм бөткән майҙан. □ Место проведения конных скачек. ■ Майҙанда егет-елән сабыш аттарын йөрөтөп, бәйге урыны менән таныштыра, бер тирләтеп, бер һыуындырып сыныҡтыра, ҡаҙаҡтар йугереш дөйәләрен кунектерә.
3. Ураҡсин. Бәйгенән бер-ике саҡрым китеп, кеше куҙенән юғалғас ҡына, аттың йөрөшөн әкренәйттем. Д. Юлтый.
3. Ат сабыштарында һәм көрәштә еңеүсегә бирелә торған бүләк. □ Приз (подарок
победителю скачек, борьбы). Беренсе бәйге. Бәйге алыу. Бәйге таратыу. ■ Бикйән егетте кутәреп алып ергә ташлай. Шунан бәйге өләшеусе Бикйәнгә бәйге бирә. Әкиәттән. Аттар саба бәйге алам тип, Ҡарасәс илай йәрһеҙ ҡалам тип. Халыҡ йырынан. Ҡалған бәйгене инде майҙанда көс һынашып алырға тура киләсәк. Р. Солтангәрәев. Иҫәнбай ауылында ҙур бәйге була. .. Әгәр ҙә шуға барһаң, көрән аттың бәйгеһе уҙеңә булыр, яраймы? — тине [Ғаяз бай]. Д. Юлтый.
4. Ат ярыштарының, туйҙарҙың атрибуты булған ҡыҙыл тауар киҫәге. □ Кусок красной материи, используемый как атрибут конных скачек и свадеб. ■ Алыҫта, офоҡ һыҙығында сигелгән бәйге һөлгөләре шикелле, ҡыҙғылт һары болоттар хәрәкәтһеҙ аҫылынып тора. 3. Биишева. Алдан килгән атҡа ҡарағылары килә, ул юҡ. «Ул сабып уҙҙы ла куҙҙән юғалды. Бәйгеһен дә таҡмаған...» тигән .. бер фекер тыуа. Д. Юлтый.
5. кусм. Ярыш, көс һынашыу. □ Конкурс, состязание. Сәсәндәр бәйгеһе. ■ Ижад бәйгеһендә ебәк шәлде Мостай Кәрим аты йыш ала. Й. Гәрәй.
6. миф. Ырыуҙың именлеге өсөн, яман көстәрҙе ҡыуыу, балаларҙы һәм йәштәрҙе ҡурсалауға йүнәлтелгән ат сабыштары. □ Конные скачки; мифологизированное действие, направленное на обеспечение благополучия рода, изгнание злых сил, защиты и лечения детей, молодняка. Исем бәйгеһе.
БӘЙГЕ АЛЫП ҠАСЫУ (бәйге алып ҡас-) (Р: обычай срыва красного пояса на свадьбе; И.: kind of traditional rite; T.: düğün töreni) ҡ. этн.
Туйҙа ҡунаҡтарҙың береһенең ҡыҙыл билғауын алып ҡасыу һәм шуны сабышып алыу йолаһы; ҡот сабыу. □ Обычай срыва красного пояса одного из гостей свадьбы и гонки за ним.
БӘЙГЕ АТЫ (Р: скакун; И.: fast horse; T: yarış atı) и.
Бәйгелә ҡатнашыусы ат. □ Скакун, скаковая лошадь. Бәйге аттары тотоу.
БӘЙГЕ ҠАМСЫҺЫ (Р.: бич для гонки; И.: lash used in horse races; T: kamçı) и.
494