Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 495 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӘЙЕЛҺЕҘ
Ат сабышында ҡулланылған ҡамсы. □ Бич для гонки. Бәйге ҡамсыһы шартлатыу.
БӘЙГЕЛЕК (бәйгелеге) и. ҡар. бәйге 3,
4. ■ Бер йәйләүҙә бик өлкән бәйге йыйылған. Майҙан халыҡ менән ала-сыбар. Унда көрәш, һәр төрлө уйын-көлкө. Сапҡын аттарға биреу өсөн эленгән бәйгелектәр елберләй. Әкиәттән.
БӘЙГЕ САБЫУ (бәйге сап-) (Р.: участвовать на скачках; И.: take part in horse races; T: at yarışlarına katılmak) ҡ.
Ат ярышында ҡатнашыу. □ Участвовать на скачках. Егеттәр аттарын бәйге сабырға әҙерләй.
БӘЙГЕ ТЕГЕҮ (бәйге тек-) (Р: прибивать кол с красной тканью; И.: drive a special peg for national horse racing; T.: bir simge bırakmak) ҡ.
Бәйге (4) тағылған ҡаҙыҡты ярыш майҙанына ҡаҙау. □ Прибивать кол с красной тканью на место проведения конных скачек. ■ Мәсем хан Ураҙ ханға курше булған... Йыл һайын бәйге тегеп, бәлуән һайлап, икәуе уйын уйнап яһгыр булған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
БӘЙГЕ ЭЙӘРЕ (Р: скаковое седло; И.: racing saddle; T.: yarış eyeri) и.
Ат сабыштарында ҡулланылған алғараҡ һуҙылған яҫы ҡапталлы махсус эйәр. □ Скаковое седло. Бәйге эйәренә менеп ултырыу.
БӘЙГЕ ЮЛЫ (Р.: путь для конных скачек; И.: running track; T.: yarış yolu) u.
Ат сабыштары өсөн махсус әҙерләнгән, төп йүнәлеше һәм үтәсәк урындары билдәләнгән юл. □ Путь, расстояние для конных скачек.
БӘЙҒӘМБӘР и. ҡар. пәйғәмбәр. Мөхәммәт бәйғәмбәр.
БӘЙҒӘМБӘР ТЫРНАҒЫ и. бот. ҡар. пәйғәмбәр тырнағы.
БӘЙҒӘТ [ғәр. (Р: клятва верности; И.: vow of fidelity; T.: bağlılık yemini) и. иҫк. кит.
Тоғро булырға бирелгән ант. □ Клятва верности. Бәйғәт биреу.
БӘЙЕЛ [ғәр. ] (Р.: нрав; И.: temper; Т: cibilliyet) и.
1. Ҡылыҡ, холоҡ. □ Нрав, характер; натура. Йомшаҡ бәйелле кеше. Бәйеле аҙған.
■ «Еумере ҡыланмағанды, бәйелең аҙып йөрөмә! Әйҙә ҡайт!» — тип ул [Миңзифа] ирен этә-төртә алып китте. Һ. Дәүләтшина.
2. миф. Кешенең ҡылығы, холҡо, теләктәре, уның эске «мин»енең кәүҙәләнеше. □ Олицетворение характера, натуры человека; его желания; его двойник, внутреннее «я». Он может быть добрым, отзывчивым и злым; остаться без изменения и испортиться; может жить автономно от самого человека и не подчиняться ему.
♦ Бәйеленә баш була алмау теләктәренә ҡаршы тора алмау. □ Дать волю желаниям. Кесе бәйел(ле) кеселек(ле), түбәнселек(ле); олоно оло тип белеүсән. □ Учтивый человек. Киң бәйел(ле) кешегә ярҙамсыл, йомарт; киң күңел(ле). □ Человек с широкой натурой. Ҡаты бәйел уҫал, яуыз. □ Злой. Оло бәйел(ле) 1) олоно оло тип хөрмәт итә белмәгән, үҙен ҙурға ҡуйыусан. □ Высокомерный; 2) олпат. □ Величественный.
БӘЙЕЛ АҘЫУ (бәйел аҙ-) (Р.: испортиться; И.: become spoilt; T.: bozulmak) ҡ.
Холоҡ боҙолоу, холоҡһоҙланыу. □ Испортиться (нравом, характером). ■ Һинең бәйелең аҙған, егет-елән яныңа йыйылған. Халыҡ йырынан. Бынау һыйырҙың бәйеле аҙып китте әле, тибеп, һөттө тугә лә ҡуя. Т. Морат. Дәғүәләшмә һин, юҡ икән дәлилең, бер ваҡытта ла аҙмаһын бәйелең. А. Игебаев. • Бәйел аҙмай, башҡа бәлә килмәй. Мәҡәл.
БӘЙЕЛ ҮҘГӘРМӘҮ (бәйел үҙгәрмә-) (Р.: остаться без изменения; И.: remain unaltered; T.: huyu değişmemek) ҡ.
Холоҡ үҙгәрешһеҙ ҡалыу. □ Остаться без изменения (о характере). Олоғайһа ла, бабайымдың бәйеле үҙгәрмәй.
БӘЙЕЛҺЕҘ I (Р: невыдержанный; И.: lacking self-control; T.: acemi) с.
Насар холоҡло, тотанаҡһыҙ. □ Невыдержанный, распущенный. Бәйелһеҙ булыу.
■ «Тә-әк! — тип һуҙып, Забирский ишеккә ыңғайланы, һөмөрө киткән, күҙендәге бәйелһеҙ ялҡын һүнгән. — Бығаса һине синыфташ
495