БӘЙЕЛҺЕҘ
итеп, гел яҡлашып килгәйнем». Ә. Хәкимов. Ул саҡта уҡ бәйелһеҙҙәрҙе тыйып маташты, шуға ла яратманылар үҙен. Б. Рафиҡов.
БӘЙЕЛҺЕҘ II (Р.: страдающий недержанием мочи; И.: person suffering from uric incontinence; T.: idrarını tutamayan) с. диал.
Бәүелен тота алмаған. □ Страдающий недержанием мочи. Бәйелһеҙ бала.
БӘЙЕТ I [ғәр. ‘куплет, стих’] (Р.: байт; И.: sort of Moslem verse; T.: beyit) и.
1. Ғибрәтле йә хәсрәтле бер ваҡиғаға арналған шиғри хикәйәт. □ Байт (эпический и лиро-эпический жанр башкирского фольклора). Бәйет сығарыу. Бәйет әйтеү. ■ Был бәйетте яҙмаҫ инем, сыҙап булмай йөрәккә. Бәйеттән. Ул саҡта Сәхип әбей иҫән ине, бәйеттәрҙе ул сығара торғайны. С. Агиш.
2. Көнсығыш шиғриәтендә йәнәш рифмалы ике юллы шиғыр. □ Байт.
БӘЙЕТ II и. диал. ҡар. мөйәт. Ҡамыт бәйете. Бәйет үреү.
БӘЙЕТСЕ (Р: сочинитель байтов; И.: author of bheyts-, T.: beyit yazan kimse) и.
1. Бәйет сығарыусы. □ Сочинитель байтов. Бәйетсе ижады.
2. Бәйет әйтеүсе. □ Исполнитель байтов. Бәйетселәр ярышы.
БӘЙЛЕ I (Р.: связанный; И.: tied; Т.: bağlı) с.
1. Берәй нәмәгә осо төйөнләп беркетелгән. □ Связанный, завязанный, привязанный к кому-чему. Бәйле en. ■ Айыу килгәс, тәпенең эсенә инеп, һайғауға бәйле итте тартһа, ырғаҡ ысҡынып китмәле генә булды. Ж. Кейекбаев.
2. Бау осона тағылған, бауландырып тағылған. □ Привязанный к верёвке. Бәйле күнәк. Арҡан бәйле тора.
3. Таралмаҫлыҡ итеп бау менән тарттырылған, сырмалған. □ Связанный. Бәйле йөк. Бәйле китап. Бәйле кәлтә.
4. Осо йәки ауыҙы бөрөп быуылған. □ Связанный. Бәйле тоҡ. Нәмәләр бәйле ята.
5. Өҫтөнән ҡаплап уралған, бинт менән уралған. □ Завязанный. Күҙе бәйле кеше. Бәйле яра.
6. Хәрәкәтләнә алмаҫлыҡ итеп сырмалған. □ Связанный. Бәйле кеше. Бәйле ҡул. Бәйле ултырыу. ■ Карауатта бәйле ятҡан кеше Лайон бит! Н. Ғәйетбаев.
7. Китеп бармаҫлыҡ итеп бау менән нимәгәлер беркетелгән (мал-тыуар, ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Привязанный. Бәйле эт. ■ Менеп килгән аттарын кәртә артында бәйле ҡалдырып, ишек алдына уҙҙылар. Б. Бикбай. Алты ҡолас ала бейә тимер бағанала бәйле тора. Әкиәттән. Улар [ҡолонсаҡтар ] гел генә шулай бәйле торалармы ни, бахырҙар? 3. Биишева. Ҡарат әле тыныс ҡына бәйле тора, бөҙрә ялдары ҡырҡылған, ялбыр ҡойроғо тоҡосланған. 3. Ураҡсин. • Бәйле һарыҡ ерендә утлар. Мәҡәл.
♦ Аяҡ-ҡулы бәйле өйҙән сығыу, йөрөү иркенән мәхрүм кешегә әйтелә. □ Связан по рукам и ногам. Башы бәйле булыры шикһеҙ, томошҡа ашыуы мотлаҡ. □ Безусловная достоверность, несомненность. Бәйле ҡош һымаҡ өйҙән сығыу, йөрөү иркенән мәхрүм кешегә әйтелә. □ Как привязанный. ■ [Гөлзифа — Миләүшә хаҡында:] Бисара, һаман бәйле ҡош һымаҡ бала янында. Б. Бикбай.
БӘЙЛЕ II (Р.: относящийся; И.: connected (with); T.: bağlı) бәйл.
Берәй нәмәгә, эш-хәлгә, һөҙөмтәгә ҡатнашы, йоғонтоһо, мөнәсәбәте булған. □ Относящийся, связанный; зависимый, зависящий. ■ Гөлбаныу ға бәйле ни генә ҡыбырлатһа ла, ахыры хәйерле үтмәгәненә үҙе лә аптырай башланы инде Ихсанбай. Т. Ғарипова. [Сәғиҙә:] Оҙатырға пароходҡа төшһәм дә, ҡулыңды ҡыҫып ҡала алманым. Ул минең генә ғәйебемдән булмағандыр, йәшлек дыуамаллығына бәйле сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡҡандыр. М. Тажи. Борон-борондан ил яҙмышына бәйле һәр оло ваҡиға халыҡ күңелендә йыр-моң булып ағылыр булған. К. Мәргән. • Ир яҙмышы илгә бәйле. Мәҡәл.
БӘЙЛЕЛЕК (бәйлелеге) (Р.: зависимость; И.: dependence; T.: bağlılık) и.
Бәйле булыу. □ Зависимость. Бәйлелектә булыу.
БӘЙЛӘМ I (Р.: вязка; И.: bundle, bunch; T.: bağlam) и.
496