БӘЙЛӘМӘ
1. Ҡуша бәйләнгән бер төрлө нәмәләр йыйымы. П Вязка, вязанка, связка; пучок. Асҡыстар бәйләме. Ике бәйләм китап.
■ Гранаталар бәйләменә ҡушып, тыйып булмаҫ йөрәк тауышын [Билал] танк аҫтына ырғытты. X. Кәрим. Тәуге кеҫәһе буш ине, ә бына икенсеһенән бер бәйләм асҡыстар килеп сыҡты. Н. Ғәйетбаев. Малай аш бешереусенән ике бәйләм банан һәм бер ус дөгө ярмаһы һорап алды. Ә. Бикчәнтәев. [Айбулат] урамға боролор алдынан у ц яурындағы тиреләр бәйләмен һул яғына алмаштырған кеше булып, тағы бер артына боролоп ҡараны ла, кукрәген киреп, ары атланы. Һ. Дәүләтшина. Насир әсе төтөн алған тәпәш өйҙөң өрлөгөнә саҡ-саҡ башын бәрмәне, мөйөш тулы кипкән улән бәйләмдәренә, тәҙрә төбөндәге шешә-шешә һөлөктәргә ҡарап аптырап ҡалды. 3. Ураҡсин.
2. Бер бәйгә һыйырлыҡ күләм. □ Пачка. Бер бәйләм гәзит. Бер бәйләм селек. Ике бәйләм йукә. ■ [Илбикә:] Өс-дурт бәйләм киндер талҡыным йылҡысыға кулдәк тегергә. X. Ғәбитов. Еләк, ҡып-ҡыҙыл еләктәр! Һабаҡтары менән өҙөп бәйләнгән өсөһөнә өс бәйләм еләк! Ғ. Байбурин. [Малайҙарҙың] һары башлыһы, уның [Биктимерҙең] янына уҡ килеп, тәлгәшләп йыйған бер бәйләм еләген уға һуҙҙы. Ф. Иҫәнғолов.
БӘЙЛӘМ II (Р.: вязание; И.: knitting; crocheting; T.: örgü) и.
1. Йөн йәки кизенән төрлө кейем бәйләү эше. □ Вязание. Бәйләм энәһе.
2. Бәйләнелә торған нәмә (бейәләй, ойоҡ һ. б.). □ Вязаные вещи. Бәйләм бәйләу. Бәйләм кейемдәр. Бәйләм шәл. Бәйләм ойоҡ.
■ Фәузиә бәйләмен бәйләуен белде, ата менән ул араһындағы бәхәскә ләм-мим һуҙ ҡыҫтырманы. Т. Ғарипова. [Ғәйникамал инәй] ҡулына бәйләмен алып, тәҙрә ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ләкин бер-ике генә куҙ әйләнде лә эшен ситкә ҡуйҙы. Яр. Вәлиев. Нәзифә уның [Миҙхәттең] ҡайтыуын көтөп, ашамайынса, бәйләмен бәйләп ултыра ине. Н. Мусин. Ҡолаҡ тыңлай, ҡул яҙа, ләкин беҙҙең иғтибарыбыҙ әбейҙәрҙең ҡулында. Уларҙың һөйләшә-һөйләшә эшләп, бәйләм
бәйләп ултырыуы куҙ алдынан китмәй. К. Мәргән.
3. Машина менән бәйләнгән туҡыма һәм шул туҡыманан тегелгән төрлө кейем.
□ Трикотаж. Бәйләм кейеу. Бәйләм тегеу.
БӘЙЛӘМ III (Р.: привязанная; И.: tethered; T.: bağlı) с.
Ҡымыҙға һауыла торған (бейәгә ҡарата).
□ Привязанная для доения (по отношению к кобыле). Бәйләм бейә. Бәйләм бейәләр өйөрө. ■ Артелдә бәйләм бейәләр генә дурт өйөр ине. Н. Мусин.
БӘЙЛӘМ IV (Р.: вязаный; И.: knitted; crocheted; T.: örme) с. диал.
Бәйләнгән. □ Вязаный. Бәйләм ойоҡ. Бәйләм кулдәк. Бәйләм ойоҡ кейеп алған.
БӘЙЛӘМЕС I (Р: кол; И.: stake, picket; T: kazık) и.
1. Мал бәйләй торған нәмә (ҡаҙыҡ һ. б.).
□ Кол (для привязывания животного). Быҙауҙы бәйләмескә бәйләу.
2. Ауыҙ, морондо йәки ауырыу күҙҙе ҡаплап бәйләй торған бәй. □ Маска, повязка. Грипп менән ауырыған кеше янында бәйләмес бәйләп йөрөргә кәрәк.
3. мед. Яралы урынды ҡыҫып, бәйләп, беркетеп ҡуя торған яйланма. □ Повязка для ран. Яраға бәйләмес һалыу.
4. этн. Әбейҙәр маңлайға яулыҡ эсенән бәйләй торған өсмөйөшлө бәләкәй яулыҡ.
□ Повязка (налобная в виде косынки для тепла). Башҡа бәйләмес бәйләу.
5. диал. ҡар. сәсмәү 1. Сәсте бәйләмес менән уреу.
БӘЙЛӘМЕС II и. диал. ҡар. бәйләм I, II. Асҡыстар бәйләмесе.
БӘЙЛӘМЕСЛӘҮ (бәйләмеслә-) (Р.: завязывать; И.: tie up; T.: bağlamak) ҡ.
Бәйләмес (I, 4) итеп бәйләү. □ Завязывать, повязывать. Яулыҡты бәйләмесләп ябыныу.
БӘЙЛӘМӘ I и. ҡар. ҡунысбау. Бәйләмә ишеу.
БӘЙЛӘМӘ II и. ҡар. бәйләм I, II. Асҡыстар бәйләмәһе.
БӘЙЛӘМӘ III и. ҡар. ялан кәртә. Атты бәйләмәгә ҡуйыу.
497